6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

"Содовик" "нефтселәр" менән хушлашты
01.11.05


       "Содовик" Өфөлә "Нефтяник" клубын 2 : 1 иҫәбе менән еңде . Һауа торошоноң һалҡын булыуы ла ҡурҡытманы футбол яратыусыларҙы - Стәрлетамаҡтан да ярайһы уҡ күп көйәрмәндәр килгән ине. Тамашасылар башҡорт командаларының һуңғы тапҡыр бер - береһенә ҡаршы тороуына шаһит булғандыр,
       моғайын. Хәҙер "Содовик" көслөрәк дивизионда уйнай башлаясаҡ, ә "нефтселәр" инде өйрәнелгән "Урал - Волга буйы"
       зонаһында ҡала.
       Миҙгел дауамында Өфөнөң ҡайһы бер журналистары Стәрлетамаҡ командаһы адресына бик үк яҡшы булмаған фекерҙәр әйткеләне - көнләшеү тойғоһо тыныслыҡ бирмәгәндер, күрәһең. Яуап итеп "Содовик" етәкселеге лә матбуғат вәкилдәре алдында иреп барманы. Хәҙер был ҡаршы тороу тамамланды. Стәрлетамаҡтар хәҙер көслөрәк дивизионда уйнай, бөтә ил буйлап оса, республикабыҙҙы бөтөнләй икенсе кимәлдә күрһәтәсәк. Инде был ике команданы сағыштырыу бер ниндәй ҙә ҡыҙыҡһыныу уятмай.
       Ике башҡорт клубының хушлашыуы сағыу булды. Ярһыуҙар ҙа, годар ҙа, тупаҫлыҡ да күҙәтелде. Өфөлөләр бер ҙә еңелергә
       теләмәй ине лә, ни хәл итәһең. "Содовик" уйынсыһы Зацепиндың голына беренсе таймда "нефтсе" Хәбибуллин яуап биреүгә иреште. Тәнәфескә тиклем үк өфөлө Завьялов судья адресына әҙәпһеҙ һүҙ ысҡындырыуы сәбәпле, уйындан сығарылды. Стәрлетамаҡтарҙың һан буйынса өҫтөнлөгөн Передня еңеүгә әйләндерҙе. 2 : 1 - "Содовик" икенсе дивизион
       менән шулай хушлашты.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал