6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Һайлауҙар тамам. Эш башларға ваҡыт
01.11.05


       Урындағы үҙидара органдары - муниципаль берәмектәрг ә һайлауҙың икенсе этабы аҙағына яҡынлашты. Кисә "Башинформ" а гентылығында республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы
       башлығы Барый Кинйәғолов журналистарҙы һайлау һөҙөмтәләре м енән таныштырҙы. Иң мөһиме - улар бар округтарҙа ла үткән тип танылды. Ә һайлаусыларҙың әүҙемлеге скептиктарҙың
       күҙаллауын юҡҡа сығарҙы. Урындағы яңы депутаттар тәүге йыйылыштарҙы ноябрҙең беренсе декадаһында уҡ үткәрергә тейеш. Улар өсөн ҡыҙыу эш көндәре дауам итә.
       Һайлауҙар яңынан барлыҡҡа килгән 54 муниципаль берәмектә,
       дөйөм алғанда, 965 һайлау округында булып үтте. Муниципаль һайлауҙарҙың беренсе этабында, 26 июндә, 50 муниципаль берәмектә депутаттар һайланыуын хәтергә төшөрәйек.
       Электораттың хәлдән тайыуы тураһындағы хәбәрҙәргә ҡаршы
       төшөп, һайлаусылар берҙәм рәүештә һайлау участкаларына килде - республика халҡының 86,99 проценты тауыш биреүҙәрҙә ҡатнашты. Ҡайһы бер райондар хатта рекорд та ҡуйҙы - Борай,
       Ҡырмыҫҡалы, Йәрмәкәй, Шаран һәм тағы бер нисә районда һайлауҙарҙа халыҡтың 99 проценты ҡатнашҡан.
       Һайлау кампанияһының башында депутатлыҡҡа дәғүә иткән 2273 кандидаттың 2273 - ө теркәү этабын үтте. Быйылғы һайлауҙарҙың үҙенсәлеге 12 һайлау округында депутат мандатына берәр кандидат дәғүә итеүендә. Әммә был һайлауҙар үткәреү өсөн ҡаршылыҡ булып тормай, бары һайлаусыларҙың 20 проценттан ашыуы һайлау участкаларына килеүе, ә кандидат файҙаһына тауыштар һаны 50 проценттан артыуы мөһим. Шулай ки леп сыҡты ла.
       Барый Кинйәғолов яңы депутат корпусы тураһында ентекле һөйләне. Беренсенән, ул 89 процентҡа ир - аттарҙан тора, депутаттарҙың 60 проценты 31 йәштән 60 йәшкә тиклем, өстән
       бер өлөшө - йәшерәк. Икенсенән, улар өсөн идара итеү эше яңылыҡ түгел, халыҡ һайланыусыларының 73 проценты предприятие йәки ойошмаға етәкселек итә. Өсөнсөнән, урындағы
       депутаттарҙың бер проценты ғына партиялар тарафынан күрһәтелде, ҡалғандары һайлауҙарға " үҙҙәрен күрһәтеү
       тәртибендә" килә.
       Бер юлы дүрт округ буйынса БР Дәүләт Йыйылышына өҫтәмә
       һайлауҙар ҙа үтте. Һәм һәр урында ла улар уңышлы уҙҙы тип таныла.
       Барый Кинйәғолов һайлауҙарҙың эшлекле мөхиттә үтеүен дә билдәләне. 30 октябргә тиклем судтарҙа кандидаттарҙы теркәү тәртибенә дәғүә белдереүгә ҡағылған 16 эш ҡарала, әммә тик бер осраҡта ғына суд кандидатты теркәүҙән баш тартыусы
       территориаль һайлау комиссияһы ҡарары менән килешмәй. Ә бына һайлау көнөндә БР Үҙәк һайлау комиссияһына бер яҙма ялыу ҙа килмәй.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал