6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Медиктар өмөт өҙмәй
01.11.05


       Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ҙур милли проектты тормошҡа ашыр ыу башланды. Уны президент Путин үҙенең шәхси контроле аҫтын да тота. Төбәк журналистикаһының "Из первых уст" клубы семинарында сығыш яһаусы юғары иҡтисад мәктәбе етәксеһе Евгений Ясиндың фекере буйынса, дәүләт башлығының тәҡдиме эк спромт булыуҙан алыҫ. "Был кешеләргә президенттың, хөкүмәттән айырмалы рәүештә, халыҡ тураһында хәстәрлек белдереүен күрһәтеү алымы", - тип иҫәпләй Евгений Григорьеви ч. Һаулыҡ һаҡлау тармағының бөгөнгө хәл - торошон Ясин "бик насар" тип атаны. "Һаулыҡ һаҡлау реформаһы бер урында тора, сөнки Зурабов алға бер аҙым яһарға ла ҡурҡа", - тине ул. Әле 1994 йылда уҡ башланған реформаның мәғәнәһе - медицина страховка ойошмаларын дауалау учреждениеларының эш сифатын контролдә тотоу органы итеү ине. Был аңлашыла ла, пациент врачтарҙың эшен үҙе контролдә тота алмай.
       Шулай итеп, ил башлығы һаулыҡ һаҡлау системаһын тиҙ арала
       тулыһынса үҙгәртеүгә бүлгән ваҡытта ниндәй эштәр башҡарыу күҙаллана Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығының киңәйтелгән коллегияһында һүҙ ошо турала барҙы, унда төбәкте ң медицина йәмәғәтселеге һәм республиканың ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары проектты төбәк күләменә
       яраҡлаштырып тикшерҙе. Һәм бына һөҙөмтә - ысынлап та, ҡыҫҡа
       ваҡыт - ике - өс йыл эсендә бик күп эш башҡарырға кәрәк.
       Был ярайһы уҡ амбициоз проект нимәнән ғибәрәт һуң Федераль средство иҫәбенә амбулатор звеноны нығытыу һәм бушлай ҡыйбатлы медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса мөмкинселектәрҙе киңәйтеү планлаштырыла.
       Бының өсөн нимә кәрәк Беренсенән, беренсел звено хеҙмәткәрҙәре, йәғни, участка терапевтары, педиатр, дөйөм практика табиптарын матди ҡыҙыҡһындырыу. Әйтелгән - эшләнгән. Врачтарға өҫтәмә түләү ун меңгә, урта медицина персоналына - биш меңгә етәсәк тип вәғәҙә ителә. Икенсенән,
       дауалау учреждениеларының базаһын нығытыу - амбулатория
       һәм поликлиникаларға заманса диагностика ҡорамалдары алыу
       өсөн Рәсәй бюджетында 14,3 миллиард һум һалынған да инде, ә
       тиҙ ярҙам машиналары һәм реаномобилдәр өсөн ҡаҙнанан 3,6 миллиард һум йүнәлтеләсәк.
       Кадрҙарҙы һәм базаны нығытып, программа идеологтары
       һаулыҡ һаҡлауҙың профилактик йүнәлешен көсәйтергә ниәтләй -
       быға күп аҡса һәм көс түгелгән. Сирҙәр тиҙ һәм ваҡытында асыҡланасаҡ, өҫтәмә диспансер күҙәтеүе үткәреләсәк, яңы
       тыуған балалар нәҫелдән килгән ауырыуҙарҙы асыҡлау йәһәтенән әүҙемерәк тикшереләсәк. Врачтарға медицина күҙәтеүе үтер өсөн даими рәүештә, йылына ике тапҡыр килеүселәргә дарыуға ташлама яһау тураһындағы һорауға ла
       Рәсәй хөкүмәте етди ҡарай.
       "Ҡиммәтселеккә" килгәндә. Был ике йыл эсендә Рәсәй округтарында юғары технологиялы медицина үҙәктәре төҙөләсәк,
       унда ғәҙәти ауырыуҙар буйынса 10 000 - гә тиклем бушлай операциялар үткәреү планлаштырыла. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында аңлатыуҙарынса, улар ғәҙәти, әммә юғары
       технологиялар ҡатнашлығын талап иткән сирҙәр. Ә бына һирәк
       осрай торған ауырыу осраҡтары буйынса дауаланыу федераль клиника йәки фәнни үҙәктәрҙә үткәреләсәк. Әйткәндәй, ундай үҙәктәрҙең береһе Өфөлә - Республика кардиохирургия диспансерында асыласаҡ. Ғөмүмән алғанда, үҙәктәрҙең
       кардиохирургия, травматология, ортопедия һәм эндопротезирование, нейрохирургия, эндокринология, трансплантология һәм репродуктив технологиялар буйынса эшләүе планлаштырыла. Былар барыһы ла милләттең сәләмәтлеге яҡшырыуына, медицина хеҙмәтләндереүе сифаты
       артыуына килтерергә тейеш.
       Ә бына һаулыҡ һаҡлау буйынса эшләүсе практиктар шикләнә -
       өлгөрөрбөҙмө һуң БДМУ ректоры Вил Тимербулатовтың
       һүҙҙәрегнә ҡарағанда, Норвегияла, мәҫәлән, бындай система 2 0 йыл дауамында индерелгән. Иҡтисады көнбайыш илдәре менән сағыштырғанда, йомшағыраҡ итеп әйткәндә, байтаҡҡа айырылған
       Рәсәйҙә быны күп тигәндә өс йылда башҡарып сығыу ниәтләнә. "Был беҙҙең система өсөн шок терапияһы, - тип диагноз ҡуйҙы
       Тимербулатов, - әммә бурыс ҡуйылған, уны үтәргә кәрәк", - т ип тә өҫтәне.
       Республиканың медицина фәне яуаплылығы зонаһында беренсе сиратта кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе тора. Киләһе йыл
       башына БДМУ 340 участка терапевты, 204 участка педиатры һәм 84 дөйөм практика врачы әҙерләргә тейеш. Быны урында башҡарып сығыуы мөмкин түгел, шуға күрә Өфө белгестәренән
       төбәктең район һәм ҡалаларына врачтарҙы өйрәтергә сығыусы
       отрядтар төҙөргә ҡарар ителде.
       Бынан тыш, БДМУ - ға университет клиникаһы һәм Стәрлетамаҡ, Сибай, Белорет һәм Дүртөйлөлә урынлашасаҡ республика үҙәктәре филиалдарында дауалауҙың юғары технологияһын индереү бурысы йөкмәтелә. БДМУ клиникаһында а уырыуҙарҙы дауалау өсөн киләһе йылда федераль ҡаҙнанан аҡса бүленгән дә инде. Юғары технологияларҙың Өфөнөң башҡа д ауалау учреждениеларында ла индерелеүе маҡсатында үҙәк быға тағы 360 миллион һум өҫтәне.
       Шулай итеп, республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһы үҙгәрештәргә тулыһынса әҙер булыуын белдерә. Артабан нисек булыр - уныһын ваҡыт күрһәтер. Әммә медиктар өмөтөн өҙмәй.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал