6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Башҡортостан комсомолдары 85 йәшен билдәләне
01.11.05


       Нефтселәр һарайында комсомолдың меңәрләгән ветеранын күргәс, күңелдә ниндәйҙер көнләшеү тойғоһо тыуҙы: беҙҙең быуын шул тиклем күп ваҡыт үткәндән һуң да үҙенең берәй
       ойошмаһының тантанаһын бөгөнгөләй йылы һәм матур итеп үткәреү өсөн йыйылырмы икән
       85 йыллыҡ юбилей геройҙары үткән шәмбелә комсомол геройлығын, фиҙакәр хеҙмәтте, фәндәге ғәжәйеп асыштар, спорт , мәҙәниәт ҡаҙаныштарын һәм романтика менән һуғарылған
       йәшлектәрен үҙ эсенә алған заманды хәтергә төшөрөр өсөн
       йыйылды. Һәр кем дә үҙенең комсомол билетын һаҡлай алмаған,
       әммә ул йылдарҙа йырланған йырҙарҙы барыһы ла хәтерләй. Йәшлек романтикаһы яңғырай уларҙа. Бөгөнгө көн геройҙары араһында үткән быуаттың ҡырҡынсы, илленсе, алтмышынсы, етмешенсе һәм һикһәненсе йылдағы йәштәр лидерҙары бар ине.
       Республика Президенты Мортаза Рәхимов тантанаға йыйылыусыларҙы тәбрикләп, ваҡыт нисек кенә үҙгәрмәһен, комсомолдар ВЛКСМ идеалдарына тоғролоғон, комсомол дәртен, и нициативаһын, иң мөһиме - дуҫлыҡ хистәрен, берҙәмлекте,
       изге, етди эштәр башҡарыуға һәләтлеген юғалтмай, тип
       билдәләне.
       - Илебеҙҙең комсомол ҡатнашмаған бер генә ҡаҙанышы ла юҡ. .. Ул интернационализмдың сағыу үрнәге, дуҫлыҡ һәм үҙ иленең яҙмышы өсөн шәхси яуаплылыҡ өлгөһө булып тора.
       90 - сы йылдар башын беҙ барыбыҙ ҙа яҡшы хәтерләйбеҙ. Илд ә тәрән һынылыш, СССР тарҡалды. Сәйәси һәм ижтимағи ҡоролош алмашыныуы осоронда күп нимә тәнҡитләнде, емерелде һәм
       юғалтылды. Совет осоро менән бергә комсомол һәм уның йолалары ла юҡҡа сығыр тип көткән эшмәкәрҙәр ҙә бар ине. Әммә беҙ бындай ҡараш менән килешә алманыҡ. Йәштәр менән эшл әргә кәрәклеген аңлай инек.
       Комсомолдың иң яҡшы йолалары һәм кадрҙарына таянып, Башҡортостан илдә беренсе булып уның тәжрибәләрен һаҡларға һ әм яңы шарттарҙа файҙаланырға ҡарар итте. Республикала Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты булдырылды. Уның етәксеһе Юлай Ильясов байрам көнөндә Башҡортостан йәштәре р еспублика һәм бөйөк Рәсәйҙең именлеге өсөн барлыҡ көсөн
       һаласаҡ тип белдерҙе. Был йүнәлештә тәүге аҙым күптән яһалғ ан инде - комсомол активы мәктәптәре һаҡланды, хәҙер улар йә ш лидер мәктәптәре тип атала. Тимур отрядтарының йолаларын Башҡортостандың бөгөнгө пионерҙары һәм волонтерҙар дауам
       итә. Тәүгеләре үҙҙәренең өлкән дуҫтарына сәләм биреп, зал буйлап барабандар ҡағып, байраҡ тотоп үтте. Был байрамдың юбилей билдәләү генә түгеллеге һиҙелә. Уны күптән көтөп, ҙур
       яуаплылыҡ менән әҙерләнгәндәр.
       Тантанала "Мираҫ" фольклор бейеү ансамбле, Башҡорт дәүләт  аграр университетының "Йәшлек" вокаль ансамбле, "Далан" төркөмө комсомол ветерандарының күңелен күтәрҙе. Байрам көнөндә БР халыҡ артисы Ишморат Илбәков башҡарыуында комсомол йырҙарынан торған попурри яңғыраны. Башҡа концерт н омерҙары ла күп булды, бер һүҙ менән әйткәндә, тамашасыларға күңелһеҙләнергә ваҡыт ҡалманы. Ҡушылып йырлап һәм бейеп, комсомолдар күңелдәренең йәш булыуын тағы бер тапҡыр иҫбатланы.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал