6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Комсомол - данлы үткәнем
01.11.05


       Эшсе комсомол - ышаныслы, көслө, плакаттарҙа уны нәҡ шула й итеп һүрәтләй ҙә торғайнылар: еңдәрен һыҙғанған, башына кепка кейгән, мускулдары ташып торған егет. Уның эшсе синыф авангардында булыуы аңлашыла, дөрөҫ, коммунистарҙан бер аҙ а рттараҡ урын биләй ул. Вуз комсомолдары марксизм - ленинизм тәғлимәтен белеүе, идеология йәһәтенән көслө булыуҙары менән танылһа, производствола эшләүсе йәштәр алдында ундай б урыс торманы.
       Эшсе комсомол - тормоштоң производство эшмәкәрлегенә,
       йөкләмә һәм пландарға арналыуы. Хәмит Байбурин ун йылдан ашыу - 1963 йылдан алып - Өфө моторҙар төҙөү бееркмәһендә комсомол ойошмаһын етәкләй. Социалистик төҙөлөштөң алтын
       ваҡыты. Моторҙар төҙөү заводы кеүек ҡеүәтле предприятиеның комсомол дружинаһы 12 меңдән ашыу ағзанан тора һәм партия к орпусынан да ҙурыраҡ була. Һәм бындай күп һанлы йәштәр отряды менән иҫәпләшмәү алйотлоҡҡа тиң булыр ине. Өҫтәүенә б ерекмәнең ВЛКСМ ойошмаһы хоҡуҡтары буйынса райондың комсомол комитетына тиңләшә.
       - Хәмит Рәжәп улы, ысынлап та йәштәр барыһы ла комсомол рәтенә инеү теләге менән яна инеме
       - "Теләйем - теләмәйемдән" башҡа тағын бер һүҙ бар ине ул ваҡытта: "Кәрәк!" Күпселек йәштәр комсомолға инде, әммә "союзда булмағандар" ҙа етерлек ине, өстән бер өлөшөлөр,
       моғайын.
       Мин үҙем заводҡа осраҡлы ғына килеп эләктем. Белемем
       буйынса - нефтсе, әммә армиянан һуң берекмәгә моторист
       булып эшкә урынлаштым. Ярты йылдан технолог вазифаһын
       үҙләштерҙем, шул ваҡытта минең өсөн комсомол эпопеяһы
       башланды ла инде. Ул саҡта цехтың комсомол ойошмаларына
       секретарь итеп "станокка артыҡ бәйләнмәгән" кешеләрҙе ҡуя торғайнылар - быны һеҙгә һәр кем раҫлар.
       - Һәм завод комсомолы үҙ ағзаларын нисек илһамландырҙы Партияның алдынғы роле тураһында һөйләгәндәрҙер, моғайын Ғөмүмән, комсомол ағзалары нисек йәшәне
       - Йәштәр ул ваҡытта эшләргә тырыша торғайны, эштән ҡасып
       ҡалыусылар булманы. Шуға күрә беҙҙең өсөн ике төп йүнәлеш мөһим булды. Беренсеһе - эш. Икенсеһе - ял ваҡытын ойоштороу . Башҡа механизмдар ошо йүнәлештәрҙе ойоштороу инструменты б улараҡ файҙаланды. Завод комсомолы өсөн беренсе сиратта йәштәрҙең планды үтәүенә өлгәшеү. Бының өсөн беҙҙе етәкселек
       хөрмәт итә, район, ҡала һәм республикала ла билдәлебеҙ.
       - Комсомол күпселектә романтика менән һуғарыла, ә һеҙҙә тотош прагматика килеп сыға, шулаймы
       - Беҙҙең бурыс түбәндәгесә төҙөлдө. Иң тәүҙә билдәле бер изделие йәки продукция өҫтөнән шефлыҡ алабыҙ. Шундай лозунг та була торғайны: "Продукция сифатына - комсомол гарантияһы" . Һәм ошо шефлыҡ етештереүҙең барлыҡ звеноларына ла тарала. Һәр комсомол ойошмаһы һәр звено өсөн мораль яҡтан яуап бирә.
       Тейешле ваҡыттан тыш эшләү маҡтала ине, әлбиттә. Бер яҡтан ҡарағанда, хеҙмәт закондары буйынса бының менән көрәшергә кәрәк кеүек. Әммә беҙҙең етәкселек сәйәсәтен үткәреүебеҙҙе
       аңлағыҙ.
       - 60 сы йылдарҙың эшсе комсомолы 70 - се йыл комсомолынан
       нимә менән айырылды
       - Бер нимәне генә әйтәм: белем йәһәтенән. Техникум диплом ы, хатта юғары белемле йәштәр күбәйҙе. Комсомол комитеты йәш
       белгестәр менән эшләүгә ҙур иғтибар бүлде. Беҙ махсус рәүеш тә йәш белгестәр советы төҙөнөк. Һәм совет йүнәлтмә буйынса заводҡа килеүселәрҙең барыһы өсөн дә ваҡыт таба. Унда торлаҡ
       һорауҙары ла тулыһынса хәл ителә ине. Һуңынан уларҙан комсомол өсөн активистар һайланды. Беҙҙең бурыстарҙың береһе - мөмкин тиклем күберәк юғары белемле кешеләрҙе йәлеп итеү булды.
       Икенсенән, беҙ белгестәр араһында коммунистар күберәк булһын өсөн тырыштыҡ. Был ҡаты план түгел, әлбиттә, ә
       юғарынан килгән рекомендация ине.
       - Ябай комсомол ағларының мейеһенә идеология "һеңдерергә" тура килдеме
       - Башта - эш, һуңынан - ял. Сәйәси белем биреү һуңынаныра ҡ
       килде. Шундай "дәрестәрҙең" бер темаһын әле лә хәтерләйем: "Ике донъя - ике йәшлек". "Аңһыҙ элементтар" йыш ҡына һорау менән мөрәжәғәт итә: "Ә миңә комсомол нимә бирә" Беҙ уларға
       тейешенсә яуаплайбыҙ: "Һиңә комсомол һауын һыйырымы әллә Һ ин бында ирекле рәүештә килдең, Уставты уҡының - давай эшлә!"
       Иерархия ойошмаларындағы кеүек үк даими отчеттар, насар тәртип өсөн шелтә биреү - барыһы ла булды. Взнос түләмәгән, иҫәпкә тормаған ялҡау, үҙһүҙлеләрҙе комсомолдан аҙ сығарманыҡ. Хулиганлыҡ, хатта енәйәт эштәре асыу ҙа
       булғыланы... Тормош бит. Әммә бер нимәне әйтә алам - "наркомания" тигән һүҙҙе беҙ хатта белмәй ҙә инек.
       - Өфө моторҙар төҙөү берекмәһенең комсомол комитеты секретаре булараҡ, һеҙ йәштәрҙе эштән тыш тағы ниндәй
       сараларға йәлеп иттегеҙ
       - Алтмышынсы йылдар аҙағында эш аҙнаһы алты көн тәшкил
       итте. Һәр йәкшәмбе көнө йәки эштән һуң хеҙмәт десанттары ойошторҙоҡ. Мәҫәлән, беҙ йөк машиналарына тейәләбеҙ һәм күмәкләп беренсе йәштәр турбазаһына йүнәләбеҙ. Уны комсомол ойошторҙо. Ғәҙәти палаткалар, дизель - генератор, кирбес мейес, буфет килә, унда мискәләрҙә һыра, әлбиттә. Күңелле бу ла торғайны.
       Миҫал өсөн спортты ғына алығыҙ. Гастелло исемендәге клубт а ойошторолған спорт төрҙәре 25 - тән дә кәм булмағандыр.
       Эшсе йәштәрҙең буш ваҡытын әрәм итмәҫкә тырыштыҡ. "Огонектар" популяр була торғайны, ә беҙҙең иң ҙур "уңышыбыҙ " тип әле лә завод йәштәре фестивален һанайым. Бар ҡала аша
       Яҡутов исемендәге парктан стадионға бронетранспортерҙа
       факел алып барҙыҡ. Ҡала чиновниктары менән байтаҡ
       көрәшергә тура килде, әлбиттә.
       - УМПО карнавалдары тураһында ла мин ҡалала иң популяр
       тамаша булған тип ишеткәйнем.
       - Булды ундай хәл. Карнавалдарға костюмһыҙ эләгеүе мөмкин түгел ине. Ғөмүмән, һәр цехтың айырым үҙенсәлеге булды. Береһендә бына тигән үҙешмәкәр ансамбль йыйылған, икенсеһе -
       туризм яратыусылар, өсөнсөһөндә - спорт яҡшы үҫешә. Активистар ошондай мауығыуҙар аша йәштәрҙе комсомолға йәлеп итте, һуңынан үҙҙәренә ойоштороусыға әйләнеү мөмкинселеге бирелде.
       Тарихта шәхестең роле тураһында бәхәстәр күп. Әммә мин
       комсомолға тиклем, уның ваҡытында һәм унан һуң йәшәгән
       завод йолаларына иғтибар итер инем - улар көслөрәк булды. Коллектив бергә үҫешкәндә комсомол комитеты секретаренең роле артыҡ ҙур түгел. Дөрөҫ, йәштәрҙең теләк һәм ҡылыҡтарын дөрөҫ юҫыҡҡа йүнәлтә һәм контролдә тота белергә кәрәк Һәм
       беҙ ошоноң менән шөғөлләндек тә инде.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал