6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Йәштәр өсөн пособие, йәки Иң мөһиме, дуҫтар, йөрәк ҡартаймаһ ын
31.10.05


       Комсомол ағзалары рәтен тулыландырыу беҙҙең олатай - оләсәйҙәребеҙ, ата - әсәләребеҙҙең изге хыялы булған. Улар о шо идея менән йәшәгән, ул тормоштарын ҡорорға, камиллашырға, маҡсатҡа ынтылырға ярҙам иткән. Кемдеңдер хыялы тормошҡа
       ашҡан, кемдеңдер - юҡ. Әммә комсомол "һауаһы" менән тын
       алыусылар араһында ҡәнәғәт булмағандарҙы осратҡаным юҡ әле.
       Хатта теге йәки был сәбәп буйынса комсомол менән хушлашырға тура килгәндәр араһында ла юҡ ундайҙар
       Тәүгеләре лә, икенселәре лә комсомол йылдарын ҙур йылылыҡ
       менән иҫтәренә төшөрә. Йәшлектәренең һуғыш йылдарына тура к илеүе лә уларҙың күңелен ҡатырмай. Үҙгәртеп ҡороу елдәре лә комсомол йылдары иҫтәлеген юймаған. Башҡортостан йәштәр йәмәғәт берекмәләренең барлыҡҡа килеүенә 85 йыл тулыуы уңайы менән "Иң мөһиме - йөрәктәр ҡартаймаһын" тигән китап
       сығарылыуы ла ошоно дәлилләй.
       Китаптың презентацияһы Өфө Матбуғат йортонда уҙҙы, унда БР Хөкүмәте эргәһендәге матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия
       эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Венера Хәкимова, Стәрлетамаҡ ҡалаһы комсомол комитетының элекке беренсе секретаре Йәүҙәт Хөсәйенов, "Уфимские ведомости" гәзите фоторепортеры Вячеслав Стрижевский, яҙыусы Марсель
       Ғәфүров, китаптың баш мөхәррире Диана Усманова һәм башҡалар ҡатнашты.
       Китапты сығарыу идеяһы менән бер йыл элек комсомол ветерандары һәм БР йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты х еҙмәткәрҙәре сығыш яһай. Һәм бына һөҙөмтә - матур итеп биҙәлгән, сағыу дизайнлы һәм ҡаты тышлы китап өс мең данала донъя күрҙе.
       Был китап 14 бүлектән тора, уны әҙерләгәндә тарихи һәм ар хив документтарын, элекке комсомол ағзаларының иҫтәлектәрен
       анализлау һәм эшкәртеү эше башҡарыла.
       Айырым бүлек Өфөлә комсомолдың үҫешенә арналған. Өфө ҡалаһы комсомол комитеты республикала иң әүҙем һәм ҡыйыу
       комсомол органдарының береһе була.
       "Комсомол - минең тормошомда" иң ҡыҙыҡлы бүлек. Ул
       ойошманың иң сағыу вәкилдәре - Мостай Кәрим, Александр
       Филиппов, Юрий Поройков, Таһир Ахунйәнов, Яныбай Хамматов, Шамил Хажиәхмәтов, Роберт Паль, Алла Докучаева һәм
       журналистар Әнәс Мәхмүтов, Юрий Коваль, Йәүҙәт Хөсәйенов, Ф әрит Вәхитов, элекке комсомол лидерҙары Рафаэль Сафуанов, Юр ий Маслобоев, Тәлғәт Әюпов, Клара Төхфәтуллина, Сафуан Шафиҡов һәм башҡаларҙың иҫтәлектәренә нигеҙләнеп яҙылған.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, китап өҫтөндә эшләүгә барлыҡ лайыҡлы авторҙар ҙа йәлеп ителмәгән. Шуға күрә, БР йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Юлай Ильясов белдереүенсә, яҡын арала китаптың икенсе өлөшө сығыуы көтөлә.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал