6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Йәштәр "оҫталарҙан" да уҙҙырҙы
31.10.05


       "Салауат Юлаев" өйҙәге уйында "Молот - Прикамье - 2" командаһын тар - мар итте. 6 : 1 иҫәбе үҙе үк күп нимә тураһында һөйләй. Дүртенсе минутта гол индерә башлаған хужалар 56 - сы минутҡа тиклем туҡтай алманы.
       Өфөлөләр ярайһы уҡ көслө командаға ҡаршы лайыҡлы хоккей уыыны күрһәтте. "Молот - 2" турнир таблицаһында "Салауат Юлаев" фарм - клубы эргәһендә тора. Пермяктар әлегә тиклем туғыҙынсы, өфөлөләр - һигеҙенсе урында килә ине.
       "Юлаевсылар" еңеүгә төп команда хоккейсылары көсө менән
       иреште тип уйлау дөрөҫ түгел. Ундайҙар "ферма" составында икәү генә булды - Вячеслав Селуянов һәм йәрәхәттән һуң яңы
       төҙәлеп килеүсе Максим Орлов. Тәүгеһе был матчта йоҙроҡ болғап, икенсеһе - бер уңышлы тапшырыуы менән хәтерҙә ҡалды.
       Максимдың хәле бик яҡшы тип әйтеүҙән алыҫ, уның артыҡ ҡыҙыу уйынға ҡатнашырға тырышмағаны ла һиҙелә ине.
       "Молот - 2" командаһына ҡаршы бер нисә йәш көслө хоккейсы
       ла сыҡманы. Йәрәхәт алыу арҡаһында боҙ өҫтөндә Карпов һәм
       Жмаев булманы. Павел Доронин да күренмәне. Ҡыуанысҡа ҡаршы, иң яҡшы вәкилдәр булмағанда, башҡа егеттәр ҙә
       яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала белеүен күрһәтте.
       Тәүге периодта уҡ һөжүмсе Фролов һәм һаҡсы Ҡотдосов иҫәпте 2 : 0 яһаны. Икенсе өлөштә ҡунаҡтар Кузнецовтың ҡапҡаһына шайба ырғытыуға иреште. Бында Леденцов фамилиялы форвард "батырлыҡ күрһәтте". Әммә Өфө егеттәре
       пермяктарға ҡаршы тора алды - һөжүмсе Бикмөхәмәтов күпселекте файҙаланды (3 : 1), артабан Романов ҡаршы яҡтың ҡапҡа һаҡсыһына бер тамсы өмөт тә ҡалдырманы.
       Һуңғы өлөштә инде хужалар, кем әйтмешләй, күңел өсөн генә уйнаны. Бишенсе шайбаны "Молот" ҡапҡаһына капитан Поляков ин дерҙе. Һуңғы голды "юлаевсылар" әҙселектә уйнағанда индереүгә өлгәште - был юлы Володин уңыш ҡаҙанды. Бына тигән
       еңеү - 6 : 1. Бындай матчтан һуң төп коллективҡа ҡарата ғын а һорауҙар тыуырға мөмкин. Ниңә икенсе состав форвардтары уңайлы минуттарҙы файҙалана, ә оҫталар - юҡ. Ниңә йәштәр матур һәм теүәл ырғыта белә, ә "ҡарттарҙың" ҡулынан килмәй

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал