6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Наркотиктар: ҡайтыр юлға билет алырғамы
31.10.05


       Наркотиктар - бер яҡҡа "билетмы", әллә кешесә йәшәүгә кир е ҡайтыу мөмкинселеге бармы Яуап өмөт уята - был тамуҡ, әмм ә унан ҡотолорға мөмкин. Дөрөҫ, ҡайтыуға юл тиҙ һәм еңел түге л, киреһенсә, оҙайлы һәм ауыр буласаҡ. Әммә айныҡ һәм тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә теләһәң, уның аша үтергә мөмкин.
       Кешене аяҡҡа баҫтырыуҙың оҙайлы этабы реабилитация тип атала. "Башинформ" агентлығында үткән "түңәрәк өҫтәлдә"
       ҡатнашыусылар реабилитация ярҙамы күрһәтеүҙә осраған
       проблемалар тураһында һүҙ алып барҙы. Уны РФ Федераль хеҙмәтенең БР буйынса наркотиктар әйләнешенә контроль
       буйынса идаралығы һәм БР йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт
       комитеты, Республика наркология диспансеры һәм "Наркотикһыҙ ҡала" йәмәғәт ойошмаһы ойошторҙо.
       Наркоманды реабилитациялауҙың уңышлы үтеүе күпселек осраҡта йәмғиәттең үҙенән тора. Юҡҡа ғына сит илдәрҙә элекке
       наркомандарҙы реабилитациялауға аҡсаның 80 процентын йәмәғәт ойошмалары бүлмәй бит. Был проблеманы хәл итеүҙә көнбайышта алға китеш ҙур, тип билдәләне үҙенең сығышында
       БДМУ проректоры Владимир Юлдашев. Бөтә донъяла наркомандарҙы реабилитациялау тәжрибәһе, ысынлап та иғтибарға лайыҡ. Элекке наркомандар менән эшләүҙә врачтар
       ғына түгел, элек наркотик ҡабул итеүселәр үҙҙәре, психологт ар, социаль педагогтар ҙа ҡатнаша. Ауырыуҙар өсөн ауыл еренд ә
       махсус ойошмалар булдырыла. Психотерапевт һәм башҡа белгестәрҙең даими күҙәтеүе аҫтында кисәге өмөтһөҙ наркомандар столяр, баҡсасы һ. б. һөнәрҙәрҙе үҙләштерә. Ауырыуҙы социаль хеҙмәткәр күҙәтеүе аҫтында ғаиләгә
       тапшырыу практикаһы ла булдырылған. Ҡайһы бер илдәрҙә
       дәүләт наркомандарҙы эш урыны менән тәьмин итә. Улар льгота
       нигеҙендә торлаҡҡа эйә була. Германияла хатта наркоман ҡабаттан наркодилер ҡулына эләкмәһен өсөн уның бурыстарын
       да түләйҙәр. Америка Ҡушма Штаттарында был проблеманы хәл и теүгә йүнәлтелгән төрлө программаларҙы берләштереү стратегияһы тормошҡа ашырыла.
       Беҙҙең йәмәғәт ойошмалары араһында әлегә бындай берҙәмлек күҙәтелмәй. Әммә "түңәрәк өҫтәл" артында эшмәкәрлеге наркомандарға ярҙам итеүгә бәйле берләшмәләргә ү ҙҙәре тураһында һөйләү, телефондар менән алмашыу
       мөмкинселеге тейҙе. Бынан тыш һөйләшеү һөҙөмтәһе булып наркомандарға реабилитация ярҙамының берҙәм программаһын төҙ өү ҡарары ҡабул ителде. Ул әйтелгән йүнәлештә эшләргә әҙер б улған йәмәғәт ойошмаларының иң уңышлы проекттарын
       берләштерәсәк.
       Беренсе ноябрҙә, наркоманиянан тыш, ВИЧ - инфекцияны ла
       иҫкәртеү менән шөғөлләнеүсе йәмәғәт ойошмалары союзы төҙөү буйынса ойоштороу комитеты булдырыласаҡ.
       Билдәле булыуынса, наркомандарға шикле дини ойошмалар ҙа әүҙем "ярҙам итә". Тик был осраҡта кеше кире ҡайтыу юлын таб а аламы, әллә икенсе төрлө ҡоллоҡҡа дусар буламы Үҙ туғандарын "алла хеҙмәтсеһе" тип атаған кешеләр ҡаршыһына
       алып барыр алдынан ныҡлап уйлар кәрәк.
       Башҡортостанда "Ҡайтыуға юл" программаһы эшләп килә. Ул "Я ҡты юл" реабилитация үҙәгендә айырыуса яҡшы тормошҡа ашырыла.
       Наркотиктар тураһында һөйләшеү бер ваҡытта ла күтәренке рухта тамамланмай, һәм был осраҡта күҙаллауҙар яһау ҙа үтә ҡатмарлы. Әммә РФ Федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, алдағы дүрт йылда
       республикала наркотиктар ҡулланыусылар һанын егерме процентҡа ҡыҫҡартыу планлаштырыла.

Гөлназ Шәрәфлисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал