6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Мәжит Ғафури нимәгә асыуланған
31.10.05


       1923 йылдың 3 июнендә Өфөлә Мәжит Ғафуриҙың (1880 йылдың 1 авгусында донъяға килә - 1934 йылдың 28 октябрендә вафат була) әҙәби эшмәкәрлегенә 20 йыл тулыуы билдәләнә.
       Ҡотлауҙар яңғырай. Мәжит Ғафуриға Башҡортостандың халыҡ ш ағиры исеме бирелеүе тураһындағы хәбәр көслө ҡул сабыуҙар ме нән ҡаршы алына. Наркомзем да юғалып ҡалмай:тота ла шағирға һауын һыйыр бүләк итә ( ул ваҡытта ҙур байлыҡ, әлбит тә). Республика хөкүмәте юбилярға һәм уның ғаиләһенә йорт бү ләк ителеүе тураһында белдерә.
       Һауын һыйырҙың яҙмышы нисек булғандыр, был турала тарихҡа
       билдәле түгел. Ә бына йорт бүләк итеүҙәре Мәжит Ғафуриҙың асыуын үтә лә ҡабарта. Был турала уның улы Әнүәр һөйләй:
       - Юбилей тантанаһынан һуң беҙгә килеп, Гоголь урамындағы
       йорт ҡаралтылары, баҡсаһы, флигеле булған бер йорттоң хәҙе р беҙҙең мөлкәткә күсеүе тураһында белдерҙеләр.
       Йорт китабында нәҡ шулай тип яҙылған да: "Йорт хужаһы Ғафури Мәжит Нурғәли улы".
       Атайымдың нисек ҡоторонғанын күрһәгеҙ ине һеҙ!
       - Һеҙ нимә Мине мыҫҡыл итергә килдегеҙме Хәҙер үк ҡыуып
       сығарыуымды теләйһегеҙме - тип ҡысҡырҙы ул.
       - Был йортто беҙ түгел, ә халыҡ исеменән республика хөкүм әте бүләк итә бит. Бүләкте ҡабул итмәүең килешмәй.
       Ҡунаҡтар ныҡышыуын дауам итә, һөйләшеү тағы ла
       киҫкенләшә.
       - Миңә халыҡ шағиры исеме бирҙеләр, һәм һеҙ шунда уҡ мине
       йорт хужаһына әйләндерәһегеҙ!
       Атайым һикереп торҙо ла әңгәмәләштәренә уҫал ҡараш ташлай
       - ташлай бүлмә буйлап йөрөргә тотондо.
       Ҡыҫҡаһы, Мәжит Ғафури ҡағыҙҙа бер ниндәй ҙә "йорт хужаһы"
       булырға ризалашмай, ә йортто халыҡтың бүләге булараҡ ҡабул
       тә. Тиҙҙән ғаилә яңы өйгә күсенә.
       Әммә унда ла атайым бүлмәнән бүлмәгә йөрөп телен шартлата
       һәм көйөнөп башын сайҡап ҡуя торғайны.
       Бындай минуттарҙа Мәжит Ғафури тыуған ауылын, ата йортон
       хәтеренә төшөргәндер, күрәһең. Автобиографияһында күңеленә
       яҡын урындарын ул былай тип һүрәтләй: " Өфөнән Ағиҙел буйла п көньяҡ - көнсығышҡа 70 - 80 саҡрым йөҙһәң, һул яҡта тауҙар
       теҙмәһе - Урал армыттары башлана: ҡырағай матурлыҡтары, мөһабәтлектәре буйынса уларға тиң юҡ... Тауҙар эргәһендә Ағиҙел көнбайышҡа борола... Был урындар - һандуғастар
       батшалығы...
       Ағиҙелдән көнсығышта тауҙарҙан Еҙем йылғаһы ағып сыға һәм
       бер аҙ барғас Ағиҙел ҡосағына эләгә. Ағиҙел һәм Еҙем уратып
       аҡҡан киң яланда Еҙем - Ҡаран ауылы урынлашҡан.
       Был ауыл - бала сағым бишеге..."
       Был ауылда шағир йәшәгән бәләкәй генә ағас өй әле лә
       һаҡлана. Дүрткә дүрт ҙурлығындағы йорт һалабаш менән ябылған. Мемориаль таҡта: "Был йортта Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури тыуа һәм үҙенең бала сағын үткәрә" тип
       хәтерләтә.
       Шағир тыуған ауылын бер ваҡытта ла онотмай, ябай халыҡтың
       мохтажлыҡтарын, нужаһын йөрәгенә яҡын ала. Ошо һүҙҙәрҙе раҫлау рәүешендә аҙ билдәле бер фактты килтереп китергә мөмкин. 1923 йылдың 9 июнендә сыҡҡан "Хеҙмәт власы" гәзитендә түбәндәге йөкмәткеле мәҡәлә баҫылып сыға:
       "Ауырыу һәм ҡарауһыҙ балаға ярҙам аҙнаһын үткәреү буйынса
       комиссия Башҡортостандың халыҡ шағиры иптәш Ғафуровҡа ҡарауһыҙ һәм ауырыу балаға ярҙам йөҙөнән алтын сәғәтен биреүе өсөн ҙур рәхмәт белдерә.
       Комиссия рәйесе урынбаҫары Лобачев".
       ... Мәжит Ғафуриға яңы торлаҡ оҡшай. Әҙәбиәттә егерме йыл
       әүҙем эшмәкәрлек иткәндән һуң ул тәүгә яҡшы шарттарҙа эшләү
       мөмкинселегенә эйә була. Гоголь урамы, 28 адресы буйынса урынлашҡан был йортта шағир ң яҡшы әҫәрҙәрен ижад итә.
       1948 йылдың 10 ғинуарында бында Мәжит Ғафуриҙың Йорт - музейы асыла. Шунда уҡ "1923 йылдан 1934 йылға тиклем был йортта Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури йәшәне
       һәм эшләне" тип яҙылған мемориаль таҡта асыла.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал