6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Сәйәси көндәр
31.10.05


       Минең ҡартатайым ике нимә тураһында һөйләргә яратмай торғайны. Сөнки ул турала бер тапҡыр ҙа ауыҙ асманы ул.
       Фронтта үткән йыл ярым ваҡыты хаҡында ла, утыҙынсы йылдар уртаһында уны ҙур ғаиләһе менән бергә Өфөнән Урта Азияға сығарып ырғытыуҙары хаҡында ла беҙгә унан бер һүҙ ишетергә тура килмәне. Еңеү маршы яңғырағандан һуң да уға йәшәгән урынына әйләнеп ҡайтырға тура килә. Тыуған ҡалаһына иһә ул ике тиҫтә йылдан һуң ғына ҡайта.
       30 октябрҙә Рәсәйҙә сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу
       көнө билдәләнә. Бөгөн илебеҙҙә һәр сәғәт һайын ( прокуратур а мәғлүмәттәре буйынса) ике кешенең теге йәки был дәрәжәлә ғәйепһеҙ хөкөм ителеүе таныла. 1991 йылдың 18 октябрендә ҡабул ителгән "Сәйәси золом ҡорбандарын реабилитациялау"
       тураһында" закон үҙ көсөнә ингән тәүге йылдарҙа граждандарҙ ы аҡлау тиҙлеге байтаҡҡа юғарыраҡ ине. Мәҫәлән, закон ҡабул ителгәндән һуң тәүге биш йылда прокуратура органдары 350 меңдән ашыу енәйәт эше ҡаралған һәм 390 меңдән ашыу репрессияланған граждандар реабилитацияланған. Дөйөм
       алғанда, сәғәтенә туғыҙ кеше тура килә. 2004 йылда был тиҙлек сәғәтенә дүрт кешегә тиклем кәмей.
       Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө юҡҡа ғына билдәләнмәй, әлбиттә. СССР - ҙа кеше хоҡуҡтарын һаҡлау буйынса инициатива төркөмө 1974 йылдың 30 октябрендә
       Мәскәүҙә матбуғат конференцияһы ойоштора, һәм унда илдәге
       сәйәси тотҡондар тураһында мәғлүмәт менән сығыш яһай. Иҫтәлекле дата 1991 йылда "Сәйәси золом ҡорбандарын реабилитациялау тураһында" закон донъя күргәндән һуң рәсми статусҡа эйә була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яңы Рәсәй тарихы календарендә был көн ҙур урын биләй.
       Был хәл нисек була һуң Көндөҙ - социалистик төҙөлөштәрҙе ң яһалма оптимизмы, төндәрен - әсиргә алыусы машиналарҙың ишектәре шап та шоп ябыла, тикшереүҙәр, һорау алыуҙар. Һәм "халыҡ дошмандары" өҫтөнән йөҙҙәрсә мең процестар үтә. Халыҡ араһында күмәк истерия булдырырға теләйһең икән - йәмғиәкә дошмандың исемен ата. 1930 йылдан алып Иосиф Сталин үлгәнгә тиклем контрреволюцион, дәүләткә ҡаршы эшмәкәрлектә 3 778 234 кеше ғәйепләнә, уларҙың 786 098 - е үлтерелә. Был һан рәсми мәғлүмәт буйынса. Сәйәси золом ҡорбандары иҫәбенә аҙаҡҡы нөктә ҡуйылмаған әле.
       Башҡортостанда репрессияға эләгеүселәр һаны - 50 меңдән ашыу - улары ла 58 - се "советтарға ҡаршы" статья буйынса "халыҡ дошманы" булып һаналғандар. "Раскулачить" ителгәндәр,
       хәрби әсирҙәрҙән тыш. Үҙәк Башҡортостанда "халыҡ дошмандарына" ҡаршы көрәштең һүлпән барыуына ҡәнәғәтһеҙлек белдереүе билдәле. Ул саҡтағы партияның үҙәк
       комитеты секретаре Андрей Жданов 1937 йылдың октябрендә махсус рәүештә Өфөгә килә һәм "эште яйға һала". "Сәйәси ҡорбандар" араһында - пертия өлкә комитетының беренсе секрет аре Яков Быкин, икенсе секретаре Әхмәт Иҫәнсурин, БАССР - ҙың Совнарком рәйесе Зиннәтулла Булашев, Башҡортостан Үҙәк б ашҡарма комитеты рәйесе, билдәле яҙыусы Афзал Таһиров, ВЛКСМ - дың Башҡортостан, һуңынан Үҙәк комитеты секретаре Шә рифә Тимерғәлина, күренекле яҙыусылар Дауыт Юлтый, Төхфәт Йәнәби, Имай Насыри, Ғабдулла Амантай, Булат
       Ишемғолов, Һәҙиә Дәүләтшина, Ғөбәй Дәүләтшин, композитор һәм йырсы Ғәзиз Әлмөхәмәтов һәм башҡа бик күптәр бар.
       Артабан инде "тәгәрмәсте" туҡтатыу мөмкин булмай. Көн дә гәзиттәр ҡайҙа күпме "дошман асыҡланыуы, партиянан сығарылыуы һәм НКВД органдары тарафынан ҡулға алыныуы" хаҡында хәбәр итә. Ғәҙәттәгесә, энтузиазм кәрәгенән артыҡ бу ла. Республикала репрессиялар бик киң йәйелә, хатта ВКП(б) Ү ҙәк Комитеты ла быға иғтибар итергә мәжбүр була. 1939 йылдың
       5 ғинуарында Үҙәк ултырышында Башҡортостандың партия обкомы һә м уның беренсе секретаре Александр Заликиндың эше
       ҡәнәғәтләнерлек түгел тип табыла...
       91 - се йылдың апреленән эшләй башлаусы БР сәйәси золом
       ҡорбандары ассоциацияһы мөһим проект - "Башҡортостанда сәйәси золом ҡорбандарының хәтер китабын" булдыра. Унда
       1920 - 1950 йылдарҙа репрессияғаэләгеүсе 50 мең кеше хаҡында белешмә индерелгән. Һигеҙ йыл эсендә баҫманың биш т омы донъя күрҙе.
       Минең ҡартатайымдан емерелгән бала сағы өсөн бер кем дә ғәфү үтенмәне. Уны "ҡыуыуҙа" ҡатнашыусыларҙың яза алыуы тураһында әйтергә лә түгел. Ҡартатайым үҙенең үлеменә тиклем
       ошоно башҡарыусыларҙы ғәфү итә алманы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал