6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Баймаҡтағы был урам кемдең исемен йөрөтә
28.10.05


       Баймаҡ ҡалаһы урамдарының береһе Кудимов исемен йөрөтә. Ул кем һуң
       Ул Советтар Союзы Геройы Павел Васильевич Кудимов. 1899 йылда Белорет районының Юғары Әүжән ҡасабаһында донъяға килә. Башланғыс белемде лә ошонда ала. Урман хужалығында бер аҙ бухгалтер булып эшләй.
       1936 йылда Павел Кудимов әсәһе һәм ике ҡыҙ туғаны менән Түбә ҡасабаһына күсенә. Унда тау цехына эшкә урынлаша. Апаһы
       Анна балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй башлай. Яңы
       урында тормош яйға һалынғандай була. Әммә дәһшәтле Бөйөк
       Ватан һуғышы йылдары етә.
       Павел Кудимов та 1941 йылда уҡ фронтҡа оҙатыла. Ә 1943 -
       сө йылда ул ҡыйыулыҡ күрһәтеп, юғары исемгә лайыҡ була .
       979 - сы атышсылар полкының взвод командиры старшина Кудимов 1943 йылдың 26 сентябрендә Днепрҙы аша сыҡҡанда Ходоров ауылы эргәһендә беренселәрҙән булып ярға аяҡ баҫа һәм взводын һөжүмгә күтәрә, бейеклекте баҫып ала. Һалдаттар дошмандың бер нисә һөжүмен кире ҡағып, сиктәрҙе үҙ ҡулынан ы сҡындырмай, полктың ҡалған өлөшөнөң хәрәкәтен тәьмин итә. До шмандың егерменән ашыу һалдат һәм офицерҙары үлтерелә, ике п улемет нөктәһе юҡҡа сығарыла. Советтар Союзы Геройы исеме командирға шул уҡ йылдың 29 октябрендә бирелә.
       Павел Васильевич Ходоров ауылында ерләнә.
       Апаһы Анна Васильевна таныштарына ҙур ҡыуаныс менән ҡустыһынан хаттар килеүе тураһында хәбәр итә. Әммә 1943 йылдың октябрь айында хаттар килеүҙән туҡтай. Ә 1944 йыл башында ғаилә Кудимовтың һәләк булыуы тураһында ҡағыҙ һәм СС СР Юғары Совет Президиумының уға Советтар Союзы Геройы исеме
       бирелеүе тураһында грамотаһын ала.
       Кудимов исемендәге урам Баймаҡта ғына түгел, Юғары Әүжәндә лә бар. Ә Белореттың үҙендә геройға һәйкәл ҡуйылған.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал