6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Бюджет: беренсе китте!
28.10.05


       Әлеге пленар ултырышы менән Дәүләт Йыйылышы депутаттары Ба шҡортостандың 2006 йылға бюджет проектына төҙәтмәләр индереүгә старт бирҙе. Республика парламентының көн тәртибендәге алтмышлаған һорау араһында бюджетҡа ҡағылған закон проекттары беренсе урында тора.
       Әммә беренсе булып трибунаға БР эске эштәр министры
       Рафаил Диваев күтәрелде, ул үҙ министрлығының йыл башынан а лып туғыҙ ай дауамындағы эшмәкәрле хаҡында отчет бирҙе. Милиция эшен ентекләп һүрәтләгәндә, министр унда "гражданлыҡ" хеҙмәтенә хас булған буталсыҡлыҡ күҙәтелмәүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Республика милицияһының эш һөҙөмтәләрен к үрше йәки үҙәк төбәктәр менән сағыштырып, Рафаил Диваев быны "аҡланырға" маташыу тип һанамауҙарын үтенде. Хәйер, һандарға ҡарағанда, ғорурланыр өсөн сәбәп бар. Һалым енәйәттәренә ҡаршы тороу буйынса Башҡортостан эске эштәр органдары Волга буйы федераль округында икенсе урын биләй:
       быйыл улар зыяны ике миллиардҡа баһаланған 461 енәйәтте
       асыуға ирешкән. Министр Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә кеҫә телефондарын урлау һанының артыуына бер нисә тапҡыр туҡталып китте. Һәм шунда уҡ депутаттарҙы тынысландырырға ашыҡты: хоҡуҡ һаҡлау органдары урланған "трубкаларҙы" табыуҙың һөҙөмтәле юлын белә, тине ул.
       Рафаил Диваев парламентарийҙарҙың мәкерле һорауҙар биреүен көткән ине, әммә уға ни бары ике етди һорау бирелде. Атыу ҡоралын ирекле һатыуға үҙенең ҡарашын эске эштәр министры ҡыҫҡа итеп: "Ҡаршы" тип белдерҙе. Ә сит ил
       машиналарын йәшәү урынында теркәү мөмкинселеге тураһында (б өгөнгө кеүек Өфөлә генә түгел):"Был мәжбүри сара. Мин ҡала
       һәм район органдарына был эште тулыһынса ышанып тапшырырға әҙер түгелмен. Улар ҙа әҙер түгел", - тип яуаплан ы.
       Күптәр өсөн парламент эшендә иң мөһиме булып бюджет
       закондары блогы тора. Депутаттар беренсе уҡыуҙа "Башҡортостан Республикаһының 2004 йылғы бюджет үтәлеше тураһында", "2006 йылға һәм 2008 йылға тиклемге осорға
       Башҡортостан Республикаһының социаль - иҡтисади үҫешен күҙаллау тураһында" закон проекттарын һәм Башҡортостан Республикаһының Мотлаҡ медицина страховкаһы республика
       фонды бюджетына ҡағылышлы тағы ике закон проекты ҡабул ителде. Был ултырышта төп документ менән БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, финанстар министры Айрат
       Ғәскәров сығыш яһаны. Республика Президенты исеменән
       парламентҡа Башҡортостандың төп финанс документы проектын и ндергәндә уға был ролдә сығыш яһарға тура килгәйне инде.
       Бюджет тирәләй иң ҡыҙыу бәхәстәр икенсе (төп) уҡыуға башланыуы аңлашыла. Бюджет проекты парламенттың даими
       комитеттары аша үтеп, һис шикһеҙ, депутаттарҙа төрлө һорауҙар тыуҙыра. Әлегә уның төп параметрҙары түбәндәгесә. 2006 йылда Башҡортостан территорияһында һалым һәм һалым булмаған килемдәр 89 883 миллион һум күләмендә күҙаллана.
       Һуңғы арала төбәктең дөйөм килемендә федераль үҙәктең өлөшө федератив мөнәсәбәттәрҙе тәнҡитле тикшереүҙәрҙең мотлаҡ шарты булып тора. 2006 йылға күҙаллауҙа федераль кимәл сығымдары өлөшөнә 49,3 процент тура килә ( быйыл - 48, 3 процент).
       Бөгөн депутаттар өсөнсө аҙаҡҡы уҡыуҙа бер нисә закон ҡабу л итте. Улар араһында "Башҡортостан Республикаһы дәүләт
       Йыйылышы - Ҡоролтай тураһында", "Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында", "Башҡортостан Республикаһында балыҡсылыҡ һәм биологик һыу ре сурстарын һаҡлау тураһында" һәм "Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының мәҙәни мираҫы объекттары (тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылар) тураһында закондарына үҙгәрештәр и ндереү хаҡында закондар ҡабул ителде. Бынан тыш парламент
       беренсе һәм өсөнсө уҡыуҙа социаль блокка ингән закон
       проекттарын тикшерҙе һәм ҡабул итте. Уларҙың ҡайһы берҙәре етем балаларҙы һәм ата - әсәләре ҡарауынан мәхрүм булған балаларҙы социаль яҡлау, балаға айлыҡ пособие, сәйәси
       репрессия ҡорбандарын һәм һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандарын социаль яҡлауға ҡағыла.
       Өс закон проектын парламентарийҙар икенсе уҡыуҙа ҡараны.
       Улар араһында тиҫтәләгән төҙәтмәгә дусар ителгән ауыр яҙмышлылары ла бар, мәҫәлән, "Торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү
       тураһында", "Социаль партнерлыҡ органдары тураһында", "Торлаҡ фондын хосусилаштырыу тураһында".
       Парламенттың егерме һигеҙенсе ултырышында Башҡортостан Пр езиденты Мортаза Рәхимов, Хөкүмәт һәм Федерация Советы ағзалары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, суд һәм хоҡуҡ
       һаҡлау органдары етәкселәре, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал