6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Хат ярты юлға етте
28.10.05


       Республика министрҙары Премьер - министр алдында отчет бирҙе. Әммә улар бында шул тиклем баҫалҡылыҡ күрһәтте, хатта
       Рафаэль Байдәүләтов түҙмәйенсә уларҙы шелтәләп алды.
       - Яҡшы эшләйһегеҙ, әммә шул турала һөйләп бирә белмәйһеге ҙ, - тине ул.
       Заманса тел менән әйткәндә, бөгөнгө тырыш һәм тәртипле
       министрҙарға яҡшы паблисити етмәй, ә пландарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән барыһы ла тәртиптә. Һүҙ республика
       Президентының Хатында ҡуйылған стратегик бурыс - конкурентлыҡҡа һәләтле иҡтисад булдырыу тураһында барҙы.
       Республика Хөкүмәтенең 2005 йылдың туғыҙ айында "2005 йылда Башҡортостан Республикаһы Президентының халыҡҡа һәм Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Хатының төп положениеларын тормошҡа ашырыу буйынса комплекслы Программаның үтәлеш барышы тураһында" ултырышы
       эшлекле ритмда үтте. Төп отчет менән БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министры Николай Пучнин сығыш яһаны.
       Уның ҙур булмаған доклады хөкүмәт ағзалары алдында был өлкәләге хәлде асып һалды. 13 июндә раҫланған комплекслы Программа 71 сараны тормошҡа ашырыуҙы күҙаллай һәм өс бүлектән тора. Иң ҙуры - "Иҡтисадта инновацион алға китеш - ваҡыт ҡушыуы" тип аталған икенсе бүлек 46 сараны үҙ эсенә ал а. Бөгөн Программаның 24 сараһы тулыһынса үтәлгән тип раҫлар ға мөмкин, әммә, хөкүмәт башлығы Рафаэль Байдәүләтов
       әйтеүенсә, был ҡалған 47 пунктты иғтибарһыҙ ҡалдырыу тигәнд е аңлатмай - улар барыһы ла үтәлеү юлында.
       Төҙөлөш өлкәһенә килгәндә, 2005 - 2015 йылдарға автомоби ль һәм тимер юл киҫелешендә юл күперҙәре төҙөү һәм реконструкциялау буйынса республика программаһы ҡабул
       ителгән. Был программаға ярашлы 18 яңы юл күпере төҙөү, берәүһен реконструкциялау һәм алдан төҙөй башлаған ике юл күперен төҙөп бөтөү күҙаллана. Николай Пучнин хәбәр итеүенсә , һуңғы йылдарҙа агросәнәғәт комплексында сифатлы үҙгәрештәр
       күҙәтелә. Уны нығытыу һәм үҫтереү өсөн 2006 йылдың өсөнсө
       кварталына тәғәйенләнгән Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуға әҙерләнеү ҙур әһәмиәткә эйә. Хөкүмәт тарафынан иҫәпкә
       алыуҙы әҙерләү һәм үтәреү буйынса комиссия төҙөлгән дә инде .
       Социаль өлкәлә республика дәүләт сәйәсәтенең төп маҡсат ы "халыҡтың йәшәү сифаты һәм кимәлен арттырыу" тип һыҙыҡ аҫтына алына Президент Хатында. Шуға күрә, юҡсыллыҡты еңеп с ығыу стратегияһын тормошҡа ашырыу өсөн, БР Хөкүмәте 2005 - 2 008 йылдарға иҡтисадтың бюджеттан тыш ойошма һәм бюджет өлкә һе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы кимәлен арттырыу буйынса саралар программаһы ҡабул итте.
       Хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу маҡсатында республикала 2006 - 2008 йылдарға эш
       шарттарын яҡшыртыу һәм хеҙмәтте һаҡлау буйынса маҡсатлы
       программа ҡабул ителде. Өфөлә хеҙмәтте һаҡлау һәм хеҙмәт хәүефһеҙлегенең заман средстволары үҙәге асылды. Николай Пучнин хөкүмәт тарафынан раҫланған 2005 - 2007 йылдарға эш
       биреүселәр берләшмәләре һәм Профсоюздар федерацияһы менән төҙөлгән Генераль килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса пл ан хеҙмәт өлкәһендә баҙар мөнәсәбәттәренең культура күрһәткесе булып тора, тип билдәләне.
       Президент Хатында Башҡортостан предприятиелары һәм ойошмаларын Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү шарттарында эшләргә әҙерләү ҙә мөһим мәсьәләләр рәтендә тора - бөгөн тармаҡтың министрлыҡ һәм ведомстволары был йәһәттән тейешле бурыстарын үтәй.
       Бөгөн Башҡортостан тышҡы сауҙа әйләнеше күләме буйынса РФ иң ҙур ун субъекты иҫәбенә инә. Быйылғы йылдың туғыҙ
       айында тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе киңәйтеү сиктәрендә Истанбулда (Төркиә), Астанала (Ҡаҙағстан) һәм Калининград өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының вәкиллектәре асылды.
       Был башҡарылған эштәрҙең барыһы ла түгел, әлбиттә. Рәсәйҙең приоритетлы милли проекттары араһында һаулыҡ һаҡлау айырым урын биләй, һәм Башҡортостан Хөкүмәте граждандарға бушлай медицина ярҙамы күрһәтеүҙә дәүләт гарантияларын тәьмин итеү буйынса бурыстарға ҡағылған Положение ҡабул итте.
       Хәл итәһе мәсьәләләр етерлек, әммә был йүнәлештә тәүге аҙымдар яһалған. Закон әҙерлек стадияһында тип әйтергә була - көҙгө сессия тамамланғанға тиклем парламент тейешле нормат ив акттарҙы икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ҡараясаҡ.
       2005 йылдың һуңғы өс айында министрлыҡ һәм ведомство, урындағы хакимиәттәргә Программаның дәүләттең власть органдары эшмәкәрлеген камиллаштырыуға, суд системаһы үҫешенә, торлаҡҡа конституцион хоҡуҡты тәьмин итеүгә
       йүнәлтелгән республика закон проекттарын әҙерләү кеүек ҡалған сараларын тормошҡа ашырырға кәрәк буласаҡ.
       Киләһе аҙнала Хөкүмәткә 2010 йылға тиклем БР социаль
       иҡтисади үҫеше Программаһы киләсәк, унда иҡтисадта һәм социаль өлкәлә "үҫеш нөктәләре" билдәләнә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал