6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Өмөттәр аҡланманы
28.10.05


       Веруня Брежнева, Надюша Грановская, Альбиночка Джанабае ва - ошо һөйкөмлө, һомғол, буйға оҙон булмаған ҡыҙҙар Өфөлә концерт бирҙе. Белмәгәндәр өсөн әйтеп үтәм: был ханымдар - "ВИАГРА" төркөмөнөң әлеге ваҡыттағы составы. Эйе, эйе, күп ирҙәрҙең ауыҙ һыуын ҡоротҡан объекттар нәҡ үҙҙәре.
       "БАШвестЪ" хәбәрсеһе үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр попса төркөмө концертына барҙы. Һәм "ВИАГРА" төркөмө попса вәкилдәре араһында яҡшыларҙан һаналһа ла был жанрҙан тулыһынса төңөлөп ҡайттым. Ә бит ҡасандыр миңә "тере" тауыш менән йырлаһа, яратмаған Пугачеваңа ла ғашиҡ буласаҡһың тип әйткәйнеләр. Унан йәшерәк һәм матурыраҡ ҡыҙҙарҙың сығышы ла мине был һүҙҙәрҙең дөрөҫ булмауына инандырҙы. Бындай
       "аҙыҡты" мейе эшкәртә алмай, һәм бер ниндәй инстинкт та
       ярҙам итергә һәләтһеҙ. Хатта ҡыҙҙарҙың фонограммаһыҙ йырлауы ла, композитор Меладзеның ижады ла бушҡа булды.
       Коллективҡа тап килгән термин эҙләгәндә мин "таблетка"
       һүҙенә тап булдым. Бәлки миңә тиклем дә был трионы улай тип
       атаусылар булғандыр. Әйткәндәй, ул "ВИАГРАға" ғына түгел, ә сәхнәлә өйөрөлгән барса һомғол, еңелсә аҙғын, күңел һәм ихласлыҡтың әҫәре лә булмаған һылыуҡайҙарға ла тап килә. Ысынбарлыҡта таблетка нимә ул - ауыртыуҙы еңеләйтеү өсөн ҡабул ителгән юҡ - бар дарыу. Ғәҙәттә эсеүе ҡыйын булмаһын өсөн тышы татлы була. Эсендә иһә - әшәке, ул ысынлап та ниндәйҙер кимәлдә ярҙам итергә һәләтле, әммә оҙайлы ҡабул иткән хәлдә уға өйрәнеп китеүең ихтимал, ә инде эҙемтәләре
       тағы ла насарыраҡ булыуы мөмкин. Ә сәбәбе уның эсе яһалма
       булыуында. Һөйкөмлө ханымдарҙың сәхнәлә үҙ - үҙен тотошон
       ғына алайыҡ - залда ултырған күпме ирҙәргә улар мәғәнәле ҡараш ташланы, йөрәктәрендә ысын мөхәббәт уты яна, тип уйларға мөмкин ине. Әммә бының бары тик шоу булыуы
       аңлашыла, унда тойғоларға урын юҡ. Ә инде ҡыҙҙар хәбәр һөйләргә ауыҙын асһа, уларҙың аң даирәһенең сикле булыуын
       тояһың... Мәҫәлән, "ВИАГРА" кейем алмаштырған ваҡытта, уларҙың төркөмө алдынғы рок стилендә яҡшы музыкаль
       фрагмент башҡарҙы, ә инде сәхнәгә сыҡҡас, йырсы ханымдар уны "еңел рок" тип атаны. Был "ВИАГРАны" опера коллективы тип атау менән бер...
       Ысынлап та ошондай ҡыҙҙар йәл. Дан тураһында хыялланып, улар юғары баҫҡысҡа күп осраҡта бысраҡлыҡ аша килә. Эш биреүселәргә улар төҫ - ҡиәфәте матур булғанда ғына кәрәк. Әммә косметика һәм пластиик хирургияның ярҙам итә торған ваҡыты үтә - йәшлек артта ҡала, ә элекке СССР ир - аттары үҙҙәренә яңы "таблеткалар" таба.
       "ВИАГРАның" концертында республикала билдәле спортсылар б айтаҡ ҡына ине. "Содовиктан" өс кеше - Сергей Гунько, Андрей
       Сидяев һәм Михаил Мурнов, "Салауат Юлаевтан" - ике уйынсы,
       Рәсәй йыйылма командаһы волейболсыһы - әлеге ваҡытта
       беҙҙең клуб өсөн уйнаусы Тарас Хтей ҙа "ВИАГРА" ҡыҙҙарына
       күҙ һалырға ваҡыт тапҡан.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал