6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Күргәҙмә яңылыҡтар үҙәгенә әйләнде
28.10.05


       Өфө бер нисә көнгә иретеп йәбештереүҙең алдынғы технологиялары һәм машиналар төҙөү өлкәһендәге яңылыҡтар үҙәгенә әйләнде. "Башҡортостан" күргәҙмә комплексында бер юлы ике халыҡ - ара махсуслаштырылған күргәҙмә асылды - "Иретеп йәбештереү. Контроль. Реновация - 2005" һәм "Машиналар төҙөү - 2005". Уларҙы "БашЭкспо" күргәҙмә үҙәге ойошторҙо. Ике күргәҙмә инде һигеҙенсе тапҡыр бергә үтә. Һәм
       был ойоштороусылар һәм экспонентар өсөн уңайлы булыуҙан
       ғына түгел, ә иретеп йәбештереү һәм машиналар төҙөү тармағының бер - береһенә яҡын булыуынан да килә. Сөнки бер өлкәлә алға китеш, ғәҙәттә, икенсеһендә лә яңылыҡтар барлыҡҡ а килтерә.
       "БашЭкспо" күргәҙмә үҙәгенең генераль директоры Евгений Сдобников ҡунаҡсыл хужа булараҡ, күргәҙмәлә ҡатнашыусылар
       һәм ҡунаҡтарҙы йылы сәләмләне, барыһына ла уңыштар, эшлекле бәйләнештәр булдырыу һәм яңы ҡаҙаныштар теләне.
       Республиканың иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министры Николай Пучнин үҙҙенең ҡыҫҡаса сығышында Башҡортостан машина төҙөүселәренең продукцияһы Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренә тип ә йтерлек, шулай уҡ сит илдәргә лә оҙатылыуын, күргәҙмәләрҙең халыҡ - ара статус алғандан һуң белгестәр араһында абруй мен ән файҙаланыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте.
       "Свартэкс" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль
       директоры Валерий Атрощенко үҙ сиратында йыл да форум сиктәрендә үткәрелгән иретеп йәбештереүселәр конкурсы был сараға үҙенсәлек һәм профессиональ колорит өҫтәүен билдәләне .
       Павильон уртаһында ҙур компаниялар урынлашҡан: "Дюкон" сәнәғәт төркөмө (Өфө), "Сплав" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте
       (Түбәнге Новгород), "Факториал" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Швеция) һәм башҡалар.
       Продукцияның бер өлөшөн натураль көйө, ҡайһыларын
       планшеттарҙа, буклеттарҙа, видеороликтарҙа күрергә була. Ҡайһы бер экспоненттар үҙҙәре алып килгән станок һәм
       механизмдарҙың нисек эшләүен күрһәтә.
       Әйткәндәй, иретеп йәбештереү конкурсынан тыш, форум сиктәрендә "Машиналар төҙөүҙә яңы технологиялар" тип аталған
       фәнни - техник семинар үтте. Уны үткәреү өсөн "Баштехинформ " фәнни - технологик һәм мәғлүмәт комплексы яуап бирҙе.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал