6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Туңдырылған кәбеҫтә һурпаһы
27.10.05


       Яҙыусы Аркадий Гайдарҙың ( Аркадий Голиков, 1904 йылдың 22
       ғинуарында тыуған - 1941 йылдың 26 октябрендә һәләк булған) хәрби биографияһында башҡорт биттәре булыуы хаҡында мәғлүмме һеҙгә 1940 йылдағы көндәлегендә уның фронт осорона тура килгән йәшлеге хаҡында иҫтәлек - яҙмалары табыл а: "Бик хәүефле һәм бәхетле ваҡыт - кешеләрҙе иҫләмәйем - ваҡиғаларҙы хәтерләйем..." Һәм "фронттар исемлегендә" бишенсе пункт итеп "Башҡортостан бандаһы - Тамъян - Ҡатай
       кантоны" билдәләнгән.
       Гайдар беҙҙең төбәктәрҙә 1921йылдың көҙөндә була, айырым тәғәйенләнеш частәре тарафынан кулак һәм милләтселәрҙе баҫтырыуҙа ҡатнаша.
       1921 йылдың 10 сентябрендә Урал буйы хәрби округы
       командующийы Дукат Голиковты тәғәйенләү ҡағыҙына ҡул ҡуя. Приказда былай тиелә: "Республиканың айырым тәғәйенләнеш частәренән килгән, Тамбов губернаһында баш күтәреүҙәрҙе баҫтырыу буйынса 5 - се хәрби участок ғәскәрҙәре командующийы Голиков Аркадий Петрович Башҡорт
       республикаһына йүнәлтелә".
       Голиков Башҡортостандың айырым тәғәйенләнеш частәре торған Стәрлетамаҡ ҡалаһына килә. Ә унда күптән түгел генә
       Тамъян - Ҡатай кантонынан хәүефле хат алалар": Урында хәл
       ҡатмарлы. Бандиттар советтар төҙөлөшөн тарҡата, Совет власы
       принциптарын юҡҡа сығара".
       Голиков Белоретҡа (Тамъян - Ҡатай кантоны үҙәге) айырым тәғәйенләнеш частәренең айырым 3 - сө коммунистик батальоны командиры итеп ебәрелә. Батальоны менән бергә ул Белоретта, Әүжәндә, башҡа урындарҙа була. Ул ваҡытҡа кантонта сыуалыштар баҫыла. Шуға күрә уларға бер нисә ваҡ бәрелештә генә ҡатнашырға тура килә. "Халыҡтың кәйефе ҡәнәғәтләнерлек"
       тип доклад яһай комбат Голиков.
       1921 йылдың 30 сентябрендә ул тағы ла Стәрлетамаҡҡа килә.
       Штабта ул Тамъян - Ҡатай кантонындағы хәл тураһында ентекле
       доклад яһай һәм уны яңы тәғәйенләнеш артынан Мәскәүгә ебәреүҙәрен һорай.
       Аркадий Петрович Башҡортостанда оҙаҡ булмай: 10 сентябрҙән 4 ноябргә тиклем генә. Әммә башҡорт иле уның күңеленә хуш килә, күрәһең, юҡһа ул команда составының теркә ү ҡағыҙында даими йәшәү урыны итеп ниндәй губернаны һайлар
       инегеҙ тигән һорауға "Башҡорт республикаһын" тип яҙмаҫ ине.
       Комбат Голиков Белоретта 1931 йылдың ҡышында ла булып китә. Эш былай була. Аркадий Гайдар, Мәскәү ҡалаһының "Пролетарий" радиогәзите хәбәрсеһе беренсе бишйыллыҡтың иң б илдәле төҙөлөшө Магниткаға ебәрелә. Ул үҙенең дуҫ - иптәштәренә телеграмма һуға: "Аркадий юлға сыҡты, ҡаршы алығыҙ". Дуҫтары өҫтәл әҙерләй һәм ҡаршы алырға станцияға килә. Әммә Гайдар урынына проводницанан уның сумаҙанын
       ғына алалар. Багаж хужаһы командир планшетын ғына алып, Златоуста уҡ төшөп ҡалды, тип аңлата ҡатын.
       Һуңынан барыһы ла аңлашыла. Гайдарҙың юлында үҙе хеҙмәт иткән Белорет тап була. Һәм ул күңеленә яҡын ҡала менән тағы бер тапҡыр осрашыу мөмкинлегенән баш тарта алмай. 1931 йылғы Белорет нимәһе менән Гайдарҙың хәтерендә ҡала
       һуң Ул был турала Белореттан Магниткаға барып еткәс, үҙе һөйләп бирә.
       - ... Минең сәйәхәтем, дуҫтар, барлыҡ юл ғазаптарын аҡлай ! Ниндәй мөғжизәләр күргәнемде белһәгеҙ ине. Уралдың хәйләкәр оҫталарының маһирлығы хайран ҡалырлыҡ!
       Бынан тыш Белорет үҙенең баҙары менән дә яҙыусының хәтерендә ҡала:"Ах, унда, тауҙар араһында, баҙарҙар шәп!" Һә м уның теле лә ошо баҙарҙар кеүек колоритлы, бай.
       - Баҙар - ул таланттар ярышы. Һәр кем үҙ тауарын маҡтай. Ышаныслыраҡ булһын өсөн тәмләп ҡарарға ла бирә. Кейәү егеткә - шығырҙап торған майлы итек, кейеп ҡара ла, баҫып ҡа ра. Ошонда уҡ киң таҡта ла һалынған. Малай- шалайға - балсыҡ тан эшләнгән һыбыҙғы, ирендәреңә тейҙер ҙә өр, һандуғасҡа
       әйләнерһең!
       Белорет баҙарынан Аркадий Петрович Магнитогорск ҡалаһындағы дуҫтарына күстәнәс - туңдырылған кәбеҫтә һурпаһы
       алып килеп хайран ҡалдыра.
       Бына Гайдар септә ҡаптан туңған һурпаны сығара, кәстрүлдәргә һыйырлыҡ итеп тураҡлай һәм тиҙҙән журналистар
       йәшәгән ятаҡта башҡорт һурпаһының еҫе тарала.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Аркадий Гайдарҙың ул ваҡыттағы радиоочерктарының бер тексын да табып булманы. Унда яҙыусы, моғайын, үҙенең Златоустан Белоретҡа, Белореттан Магниткаға
       сәйәхәтен дә һүрәтләгәндер...

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал