6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Япония Өфөгә яҡынлаша
27.10.05


       Тиҙҙән барлыҡ өфөлөләр ҙә Японияға күҙ һала аласаҡ. Бында й мөмкинселек япон архитектура оҫталары һәм башҡорт төҙөүселәренең хеҙмәттәшлеге арҡаһында барлыҡҡа килде. 2007 йылда Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын байрам итеү сиктәрендә республиканың баш ҡалаһында, Фрунзе урамында, Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Өфөгә ингән урында объекттар төҙөү, шулай
       уҡ ипподромды үҙгәртеп ҡороу ҡарала. БР төҙөлөш, архитектур а һәм транспорт министры урынбаҫары Урал Ураҡсиндың һүҙҙәре буйынса, был эшкә юҡҡа ғына Япония проектлаусылары һайланмаған. Төҙөлөш концепцияһын әҙерләү ваҡытында нәҡ япондар иң яҡшы идеялар менән сығыш яһай. Быға, мәҫәлән,
       Халыҡтар дуҫлығы йортоноң проект хаҡы ла (16 - 19 миллион һум) планлаштырғандан байтаҡҡа арзаныраҡ булыуын өҫтәргә кәрәк. .
       Әйткәндәй, Халыҡтар дуҫлығы йортоноң проекты өҫтөндә
       беҙҙең яҡташыбыҙ Ришат Муллагилдин да эшләне. Юғары технологиялар иленә ул халыҡ - ара конкурста еңеү яулағандан
       һуң барып эләгә, еңеүсегә бүләк - бер йыл Японияла белем ал ыу мөмкинселеге була. Һуңынан Ришат был илдә йәшәргә һәм
       эшләргә тороп ҡала, бөгөн ул билдәле япон архитекторҙарының
       береһе.
       "Башинформда" үткән матбуғат конференцияһында ул
       Японияның заман архитектураһы мэтры Кионори Кикутаке өсөн тәржемәсе ролендә лә сығыш яһаны, һуңғыһы шулай уҡ өҫтә
       әйтелгән объекттарҙы проектлауҙа ҡатнашасаҡ. Кионори Кикутаке проектлаған күп кенә объекттар бөгөн ЮНЕСКО тарафынан һаҡлана. Япон ҡунағы әйтеүенсә, беҙҙең ҡалала бик
       күп төҙөлөштәр башҡарырға мөмкинселек бар.
       - Бында миңә айырыуса ландшафт һәм Ағиҙел йылғаһы оҡшаны.
       Ҡала һәм йылға - ижад итеү өсөн ҙур тема булып тора. Төҙөлө ш программаһын дөрөҫ ойоштора белгәндә, ҡала мөхитенең тәбиғәт менән үҙ - ара мөнәсәбәтен һаҡлап, донья әһәмиәтендәге ҡала, 21 быуат урбанистикаһы лидерын төҙөргә мөмкин.
       Үҙ тарихын хөрмәт итеүсе һәм һаҡлаусы ҡалаларға мин ҙур
       ихтирам менән ҡарайым. Ағиҙел ярындағы Салауат Юлаев һәйкәле халыҡтың үҙенең үткәненә ниндәй ҡарашта булыуы
       тураһында һөйләй. Миңә, архитектор булараҡ, монумент кәрәкл е юл һайларға ярҙам итте. Яҡшы ниәттәр барлыҡҡа килде, берен се сиратта ул Өфөгә ингән урында, көньяҡ тау битләүендә объекттар төҙөүгә ҡағыла. Бында бик күп яҡтылыҡ буласаҡ, һәр объект тыныс, ҡысҡырып тормаған, әммә заманса стилдә башҡарыласаҡ. Һәм мотлаҡ рәүештә тәбиғәт менән бәйләнеш һаҡланырға тейеш.
       Әгәр ипподром һәм Халыҡтар дуҫлығы йортон 2007 йылға тамамларға булһа, тимәк ҡалған объекттар саҡ ҡына һуңыраҡ төҙөлөп бөтәсәк. Сөнки уға күберәк ваҡыт кәрәк була.
       - Беҙгә бер объект тураһында ғына түгел, дөйөм төҙөлөш тураһында уйларға кәрәк, - тип билдәләне Ришат Муллагилдин. - Архитекторҙар ваҡыттан аҙ ғына булһа ла алдараҡ барырға те йеш.
       Бының өсөн төҙөлөштә генә түгел, эшмәкәрлектең фәнни өлкәләрендә лә хеҙмәттәшлек итеү файҙалы. Алдағы йылдың май айында Өфөлә донъяның иң алдынғы архитекторҙары ҡатнашлығында халыҡ - ара конференция үткәреү планлаштырыла.
       Был Башҡортостанда төҙөлөштөң артабанғы үҫешенә этәргес көс бирәсәк.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал