6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Фажиғә яһарға ашыҡмайыҡ
27.10.05


       "Салауат Юлаев" үҙ майҙанында бик көслө команда "Авангардтан" (Омск) мәсхәрәле еңелеү кисерҙе. Эйе - был үҙ
       стеналарыбыҙҙа рәттән бишенсе тапҡыр еңелеү. Әммә килеп сыҡҡан хәлдән фажиғә яһарға ашыҡмайыҡ әле. Барлыҡ матчтарҙа ла "Салауат Юлаев" ҡаршы уйнаусы команданан
       көсһөҙөрәк булманы, йыш ҡына үҙен көслөрәк тә итеп күрһәтте . Үткән миҙгел буйынса таныш булған 13 - сө урынға төшөүҙән, әйтеүемсә, фажиғә яһарға ашығырға кәрәкмәй. Дөрөҫөн әйткәндә, бары тик плей - офф ҡына команданың нимәгә лайыҡлығын билдәләй ала. Хатта әлегеләй уйнағанда ла өфөлөләр етенсе урынға дәғүә итә ала. Ә инде иң көслө 16 команда иҫәбенә инә алыуыбыҙ шик тыуҙырмай.
       Рафаил Ишмәтовтың тренерлыҡ концепцияларын ҡыҙып китеп тәнҡитләүселәргә был миҙгел аҙағына тиклем һығымталар яһарға ашыҡмаҫҡа кәңәш итер инем. Беҙ күп кенә билдәле хоккейсылар менән аралаштыҡ. Һәм уларҙың күпселеге ( ялҡаулығы йәки насар күрһәткестәре арҡаһында Рафаил Ғәзиз улы тарафынан команданан сығарылғандарынан башҡалары)
       уның яҡшы тренер булыуын билдәләй. Насар тренер хатта яҡшы команда менән дә чемпионат миҙалдары яулай алмай, ә Рафаил Ғ әзиз улы быны өс тапҡыр эшләне.
       Билдәле тренерға ҡыйын мәлдә уны тәнҡитләү килешмәгән эш.
       Хоккейсыларҙың береһе "Ишмәтов күнекмә ваҡытында ҡолап
       китә яҙҙы" тип хәбәр итте. Остаздың проблемалары ярайһы уҡ
       етди - ул хатта командаһын уйынға ла алып сыға алманы. Өлкә н тренер Сергей Герсонский уны алмаштырырға мәжбүр булды. Әммә Сергей Рафаэль улы ла ҡаршы яҡ команданы еңә алманы. Сө нки бөтәһе лә тренерҙан тормай шул. Яуаплылыҡтың төп өлөшө хоккейсыларға төшә. "Металлург" (Магнитогорск)
       командаһының тренеры Дэйв Кинг юҡҡа ғына "Тренерҙы уның
       уйынсылары эшләй" тип әйтмәй бит. Омск командаһына
       өфөлөләр бер сәбәп: һөжүмде тамамлау оҫталыҡтары етмәү арҡаһында ғына биреште.
       Хәҙер менеджер Михалевтың талантына өмөт тоторға ҡала. Ул
       лайыҡлы хоккейсылар алыуға өлгәшә алһа - яҡшы. Юҡ икән -
       команда барыбер көрәшергә һәләтле булып ҡаласаҡ. Әйткәндәй,
       ҡапҡа һаҡсыларының да һәләте ҙур роль уйнай. Әгәр улар һәр
       матчта икенән дә артыҡ шайба үткәрмәһә, ағымдағы миҙгелдең ҡалған уйындарында еңеүгә өмөт һаҡлана.
       Герсонскийҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, Ишмәтовтың хәле яҡшыра. Тимәк, алдағы ярыштар йөҙ процент һөҙөмтә, йәғни
       алты мәрәй алып килеүе мөмкин. Иң мөһиме, хоккейсыларҙың тейешле кәйефтә уйнауы, бәхет йылмайыуы һәм судьяларҙың
       ғәҙел булыуы.
       Һуңғы матчта рефери эшмәкәрлеге, йомшаҡ итеп әйткәндә, ыңғай тәьҫорат ҡалдырманы. Арбитр Кулаков бер үк осраҡта төрлөсә ҡарар ҡабул итте. Өфөлөләрҙе шунда уҡ уйындан сығарҙы, ә ҡунаҡтарҙың ҡайһы бер тупаҫ алымдарын күрмәмешкә һалышты. "Юлаевсылар" күп тапҡыр уйындан
       сығырға мәжбүр ителде, ғәҙәттә бер зыянһыҙ Константин Макаров өс тапҡыр эскәмйәлә ултырып сыҡты. Ете тапҡыр
       уйындан сығарыуҙың алтыһы бер ваҡытта ла намыҫһыҙ уйын менән айырылмаған беҙҙең командаға тура килеүе һағайта. Миңә ышанмаһағыҙ - беҙҙең төп фотоға ҡарағыҙ. Горовиков әфәнде уйындан сығарылдымы Юҡ...
       Матч аҙағында судья Омск командаһы составында өс кеше ҡалдырҙы бит, тип әйтерһегеҙ, бәлки. Ҡалдырһа ни, ул ваҡытта иҫәптә айырма айырма ике шайба ине инде (1 : 3). Быға тикле м беҙҙең уйынсылар йүнле бер нимә лә күрһәтә алманы, киреһен сә, гол үткәрҙе. Тимәк, ул ваҡытта "ҡарсығаларҙың" башҡа бер шайба ла үткәрмәҫе көн кеүек асыҡ ине. Шулай килеп сыҡты ла - Кутейкин гол индерҙе, әммә артабан "Авангард" бер нимә эшләргә лә бирмәне.
       2 : 4 - өфөлөләр биреште, әммә рухи яҡтан ныҡ булыу кәрәк . Команданың ихтыяр көсө етерлек, инде һигеҙ шайба индергән Сидякин кеүек лидерҙары бар. Һәр матчтың һәр секундында көрәшеүҙе дауам итеү мотлаҡ. Шул саҡта ғына башҡа
       командалар Өфөгә килергә ҡурҡып торасаҡ.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал