6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

"Иммунопрепаратта" ҡош грибына ҡаршы вакцина етештереләсәк
27.10.05


       Өфөнөң "Микроген" фәнни - етештереү берекмәһе филиалы -
       "Иммунопрепарат" дәүләт унитар предприятиеһы ҡош грибына әүҙем ҡаршылыҡ күрһәтергә әҙер. Предприятиеға ошо көндәрҙә Санкт - Петербургтың грипп институтынан мәкерле ауырыуға ҡаршы вакцина килергә тейеш. Бөйөк Британияла кешенән алынған вирус нигеҙендә әҙерләнгән ҡош грибы штамын
       институт Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы аша бушлай алды.
       Штамдың ауырыуға сәбәп булырлыҡ бер ниндәй өлөшсәләре лә юҡ . Уны тауыҡ эмбриондарында туплап, клиник һынауҙар үткәреү ө сөн ҡулланасаҡтар. Белгестәр хәбәр итеүенсә, быға тиклем файҙаланылған ҡош штаммы тауыҡ эмбрионын һәләк итә. Ә хәҙер уның тауыҡ эмбриондарында яҡшы үрсеүе һәм уларҙы һәләк итмәүенә өлгәшкәндәр.
       Штамдың тәүге серияһын һәм моновакцина етештереү өсөн юҡҡа ғына республикабыҙ баш ҡалаһы һайланмаған: Өфө заводы б ик ҡеүәтле һәм вакцинаны ҙур күләмдә етештерә ала. Хәйер, әлегә бының кәрәге юҡ, сөнки вирус кешенән кешегә күсмәй (һәр хәлдә был иҫбатланмаған), шуға күрә вакцина ҡошсолоҡ фабрикаларында эшләүселәргә һәм шәхси хужалыҡтарында ҡош - ҡ орт тотоусыларға ғына кәрәгер, моғайын.
       Ул грипп институты клиникаһында волонтерҙарҙа һынау үтәсә к. Вакцина ғәҙәттәгенән ҡыйбатыраҡ булмаясаҡ тип көтөлә.

Ксения Корнилова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал