6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Күргәҙмәләр

Заман талабынан сығып
10.11.03


       Эйе, бөгөн бокалдарҙы күтәрергә сәбәп бар, буғай, яңы сән ғәт төрө -- реклама өсөн күтәрәбеҙ бөгөн бокалдарҙы. Реклама ны сәнғәт төрө тип атауы ауыр тиһегеҙме Ул ваҡытта -- алға!
       БР Мили Йәштәр театрына. Тап ошонда бөгөн "Я!года -- 2003" Халыҡ - ара реклама фестиваленең Өсөнсө төбәк - ара полиграф ия, дизайн һәм реклама фестивале асылды. Унда ҡатнашыусыларҙ ы Өфө ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев исеменән Өфө хала
       хакимиәтенең мәғлүмәт - аналитика идараһы башлығы Марат Ғә зизов сәләмләне.
       Фестивалгә килгәндә инде, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт ми нистры урынбаҫары Эльвира Хәкимова "Я!года"ның профессионал дар өсөн үтә отошлолоғон билдәләп үтте. Уның менән килешмәү мөмкин түгел: тәжрибә уртаҡлашып һәм яңы реклама етештереүсе ләрҙе сағыштырып ҡарап, сарала һәр кем үҙе өсөн рекламаны үҫ тереүҙең яңы йүнәлештәрен билдәләй. Ә күргәҙмәнең сағыу төҫ тәренә, дөрөҫөн генә әйткәндә, күҙ эйәргеһеҙ ине. Һәр төрлө төҫ һәм формалағы календарь, китаптар, билдәле агентлыҡ, сту дия, нәшриәттәрҙең логотиптары яҙылған ручкалар...
       Шулай ҙа иң мауыҡтырғысы фотокомпозициялар булғандыр, моғ айын. Бында Святослав Шемагонов, Александр Насонов, Евгений Вайндер, Николай Марочкин һәм башҡалар үҙ эштәрен тәҡдим итт е. "Я!года"ла был юлы Мәскәү, Өфө, Ҡурған, Томск, Новороссий сктан барлығы биш йөҙләп реклама продукцияһы урын алғайны. У ларҙы "Витрина А" реклама төркөмөнөң генераль директоры Вади м Куликов етәкселегендәге 12 белгес баһаланы. Фестиваль дире кторы Елена Осадова әйтеүенсә, эштәр түбәндәге номинациялар буйынса ҡаралды: телевизион реклама, радиореклама, баҫма рек лама, этикетка һәм упаковка, тауар билдәһе һәм фирма стиле, гәзит рекламаһы, PR - мәҡәләләр, тышҡы реклама, интернет - р еклама, социаль реклама һәм башҡалар.
       "Я!года" сиктәрендә үткән тағы бер фестиваль "Тыква -- 20 03" тип аталды. Уның төп маҡсаты рекламаға ыңғай пародия бул дырыу ине. Был конкурс номинацияһыҙ булманы, ҡатнашыу ҙа тәү ге фестивалдән айырмалы рәүештә бушлай булды. Төп приз -- рә ссам Ләлә Ғәлиева эшләгән алтын ҡабаҡ "ЭрЭмСи календаре" өсө н Хәйҙәр Ҡолбарисовҡа эләкте. Һары ҡабаҡты фестиваль геройы Игорь Налепин, йәшелен -- Сергей Гутников, ә ҡараһын -- Ольг ерт Фролов алды.
       Еләкле приздарға килгәндә иң тәмле Гран - приға был юлы "И нформреклама" агентлығы дизайнеры Игорь Налепин лайыҡ булды.
       "Социаль реклама" номинацияһында ҡуйылған "Ҡурай" плакатын жюри конкурстың иң яҡшы эше тип тапты.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал