6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Проблемаһыҙ ҡала
26.10.05


       - Ҡаланың үткән туғыҙ айҙа социаль - иҡтисади үҫешен бер һ үҙ менән - "яҡшы" тип билдәләргә мөмкин, - тип һүҙ башланы матбуғат конференцияһында ҡаланың хакимиәт башлығы урынбаҫары Альбина Йосопова.
       Ҡала предприятиелары етештергән продкуция һәм хеҙмәтләндереү күләме үткән йылдағы һандарҙан 1,57 тапҡыр артығыраҡ һәм 131 миллиард һум тәшкил итә. Баш ҡаланың тышҡы сауҙа әйләнеше айырыуса иғтибарҙы йәлеп итә - йыл
       уртаһына ул 2004 йыл кимәленән ике тапҡыр артҡан. Ҡала
       предприятиеларының сауҙа партнерҙары булып юҡҡа ғына 41
       сит ил һәм 10 БДБ дәүләте тормай шул.
       Предприятие, ойошма һәм халыҡтың инвестиция әүҙемлеге баш ҡала иҡтисадына инвестициялар артыуын тәьмин итә. 14, 5
       миллиард һумдың һигеҙ миллирд тирәһе производство өлкәһенә йүнәлтелә, был Өфө халҡының етеш тормошон артабан яҡшыртыуға нигеҙ ролен үтәй.
       Альбина Йосопова әйтеүенсә, торлаҡ төҙөлөшөндә шулай уҡ үҫеш күҙәтелә. Йыл башынан ҡалала 324, 6 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән һәм файҙаланыуға тапшырылған. Белем көнөнә И норс биҫтәһендә, Совет һәм Октябрь райондарында өс мәктәп төҙөлөүе ғорурлыҡ тойғоһо уята. "Рәсәйҙә йылына өс мәктәп төҙөп тапщырылған ҡала бөтөнләй юҡ", - тип патетиканан тыйылып ҡала алманы Альбина Сәғит ҡыҙы.
       Баш ҡала бюджеты социаль йүнәлешен һаҡлай - социаль өлкә,
       шулай уҡ торлаҡ - коммуналь хужалыҡҡа бюджет сығымдарының 7 0 проценты тотонола.
       Журналистар өфөлөләрҙең йәмәғәт транспорты менән йышыраҡ файҙалана башлауы тураһындағы хәбәрҙе шатланып ҡабул итте. Ҡыш - яҙ - йәй һәм көҙҙөң бер айында автобус, трамвай һәм троллейбустар 2004 йыл менән сағыштырғанда биш п роцентҡа күберәк - 335,5 миллион пассажир ташыған.
       Килем йәһәтенән дә Өфөлә барыһы ла тәртиптә - туғыҙ ай эсендә баш ҡаланың предприятие һәм ойошмалары 24,4
       миллиард һум эшләгән, әйткәндәй, был һан үткән йыл
       ҡаҙаныштарынан ике тапҡыр күберәк. Килемдең 73 процентын нәҡ сәнәғәт предприятиелары биреүе ышаныс уята. Альбина
       Сәғит ҡыҙының һүҙҙәренә ҡарағанда, килемһеҙ эшләүсе йә
       ошо сиккә яҡынлашыусы предприятиелар менән айырым эшләү ыңғ ай һөҙөмтәләргә алып килә. Әлеге ваҡытта Өфөлә һәр
       алтынсы предприятие килемһеҙ эшләй, ә бынан биш йыл элек Өфө предприятиеларының өстән бер өлөшө ошо иҫәптә ине.
       - Был осорҙа халыҡтың уртаса айлыҡ килеме лә уҙған йылдың ошо ваҡытына ҡарата 25, 8 процентҡа артты һәм 5869 һумға етт е. Уртаса эш хаҡы иһә 9026, 9 һумға ҡәҙәр артты. Уны түләү буйынса бурыстар 2,4 миллион һумға кәмене, - тип билдәләне Альбина Йосопова. Көҙ еткәс ҡала халҡы эшкә лә ынтыла башланы: баш ҡалала эшһеҙҙәр һаны 1,39 процентҡа кәмегән.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал