6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Фәрух Закиров шаяра һәм көлә
26.10.05


       "Ялла" ансамбле етәксеһе, Үзбәкстан, Тажикстан, Төркмәнста н һәм Ҡырғыҙстандың халыҡ артисы Фәрух Закировтың кәйефен
       бер нимә лә ҡыра алмай, йәғни ул үҙе һәр яңылыҡты көлөп ҡаршы ала белеү һәләтенә эйә, хатта башҡа берәү илап ебәрерг ә йәки бик борсолорға мөмкин булған хәлдә лә артист шаянлығы н юғалтмай.
       Бына, мәҫәлән, Өфөлә үткән йылда булған гастролдәр
       ваҡытында Фәрух Кәрим улы сәхнәгә сығыр алдынан ғына
       нимәгәлер эләгеп йығыла. Өҫтәүенә урыны ла бик "уңышлы" тура килә - тамашасылар залының күҙ алдында.
       - Һәм нимә уйлайһығыҙ - тип ҡәнәғәтлек меән һорай беҙҙән
       артист. - Мин юғалып ҡалдым, әммә тамашасылар түгел. Улар быны алдан уйланған уйын кеүек ҡабул итте, һөҙөмтәлә мин дә,
       тамашасылар ҙа ҡәнәғәт ҡалды.
       Йырсы "башҡорт халҡының музыкаль традицияларын" яҡшы белеүе менән маҡтана: үткән йылда ғына ла "Ялла" Өфөлә ике
       тапҡыр булды, ә 90 - сы йылдарҙа ул беҙгә айырыуса йыш килә . Музыкаль коллективтың оҙон ғүмерен музыканттар мөғжизә тип иҫәпләмәй - барыһы ла тейеш булғанса. Өҫтәүенә инде ярты
       йылдан ашыу улар бары тик быйыл 35 йәшлек юбилейын
       байрам итәсәк ансамбль менән шөғөлләнә. Фәрух Кәрим улы
       ғорурлығын йәшермәй: "Ялланы" булдырҙыҡ, үҙебеҙ һәм халыҡ ө сөн һаҡлап ҡалдыҡ. Бейеү менән оҙатылып килгән үзбәк йыры
       жаноы сәскә атты, Аллаға мөрәжәғәт итеү ауазы дүртенсе тиҫт ә йыл яңғырай. Коллектив - Үзбәкстандың музыкаль традициялар ын файҙаланыусы, азиат төбәгенә поп - музыкаға нигеҙ һалыусы . Йырҙар өсөн тексттарҙы "Ялла" "Көнсығыштың шиғри хазинаһы" -
       Алишер Навои, Рабиндранат Тагор, Ғүмәр Хәйям ижадынан ала. "Ялланың" үзбәк телендәге йырҙары бөтә Союз һәм халыҡ - ара
       конкурстарҙа еңеү алып килеүсе хиттарға әйләнә.
       - Аңлайһығыҙмы, беҙгә көнсығыш мәҙәниәтенең биҙәге, нәфис
       Азия һулышы ҡәҙерле. Беҙ уны инде 35 йыл һулайбыҙ, һәм ҡәҙерләп тамашасыға тапшырабыҙ, үҙенсәлектәрен, аһәңлелеген һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ. "Ялланың" оҙаҡ йәшәүенең сәбәбе нә ҡ ошонда. Беҙ бөгөн Рәсәй эстрадаһының йәш башҡарыусылары булдырған музыка модаһына инеүҙе маҡсат
       итеп ҡуймайбыҙ. Үҙ юлыңдан тайпылырға ярамай, юҡһа шиғыр мәғәнәһен үҙгәртеү генә түгел, иң мөһиме - эске йүнәлеште,
       үҙеңде юғалтыуың ихтимал. Матур көй, яҡшы шиғырҙар - башҡа беҙгә бер нимә лә кәрәкмәй.
       Өфө һәм Башҡортостан менән Фәрух Закировты сәхнәләге
       ҡыҙыҡлы осраҡтар ғына бәйләмәй. Мәҫәлән, бында "Ялла" ансамбле кейеп сығыш яһаған костюмдар авторы, Республика
       рус академия драма театрында ҙур уңыш менә үткән "Снегурочка" спектакле геройҙарын "кейендергән" билдәле театр рәссамы Алла Коженкова йәшәй.
       - Һеҙ нимә, "Ялла" өсөн костюмдар тегергә булдығыҙмы - т ип һорай Алланан уның был ансамбль менән күптән эшләүен белмәгән бер кеше. - Ул саҡта инде "Ялла" өсөн быға тиклем костюм теккән авторҙан "арттырырға" кәрәк буласаҡ! Бына исмаһам костюмдар ине!
       - Яҡшы, - тип тыныс ҡына яуап бирә ул. - Тимәк, миңә үҙем дән дә "арттырырға" тура киләсәк инде.
       Артист өсөн тағы бер онотолмаҫ иҫтәлек - уға ҡурай бүләк иткән көн.
       - Иҫ киткес инструмент, ул уйнағанда халыҡ күңеле яңғырағандай тойола! Әммә унда уйнарға өйрәнә алманым. Тауыштар сығара беләм, әммә нисек кенә тырышһам да ҡурайым й ырламай. Ә ваҡытында гитара менән флейтала уйнарға тиҙ өйрәндем. Күрәһең, бының өсөн Башҡортостанда тыуырға, башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм йолаларын күңелеңә һеңдерергә кәрәктер. Шул саҡта ғына ҡурай һиңә күңелен асып һаласаҡ...
       Өйҙәгеләр һеҙҙе йыш күрәме тигән һорауға артист "әлегә т өҫ - ҡиәфәтемде иҫләйҙәр" һәм "таныйҙар әле" тип шаяртты.
       - Мин ике тапҡыр өйләндем. Әлеге ҡатыным минән егерме йәшкә кесе, әммә уның менән бер - беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлайбыҙ, ихтирам итәбеҙ, уртаҡ яҡтарыбыҙ ҙа күп.
       Тыуған Үзбәкстаны тураһында Фәрух Закиров оҙаҡ һәм оптимизм менән һөйләй: халҡы тыныс тормоштан ҡәнәғәт, бөтә
       өлкәләрҙә, шул иҫәптән "Үзбәкстан" киностудияһында ла хәл
       көйләнә, яңы фильмдар төшөрөлә.
       - Хатта мине лә бер сериалда төшөргә өгөтләнеләр! - тип
       белдерә артист. Һәм шунда уҡ бала саҡтан актер булырға хыялланыуы тураһында өҫтәй. - Йәш саҡта "Ромео һәм Джульеттала" төшөргә теләй инем, һәм хәҙер ҙә берәй романтик
       герой роленән баш тартмаҫ инем. Күҙ уңында тотоғоҙ! Бәлки
       Башҡортостанда миңә был идеяны тормошҡа ашырырға тәҡдим ите рҙәр..

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал