6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

"Шәфҡәтле" ҡоҙғондар
26.10.05


       Уларҙың тырнағына беренсе сиратта ярҙамсылары булмаған өлкән йәштәге кешеләр эләгә. Башҡа райондарҙа нисектер,
       белмәйем, ә бына Өфө районында ҡарттар тағы ла үтә ныҡыш
       "шәфҡәт эйәләренең" һөжүменә дусар була. Хәйер, күп осраҡта
       өлкәндәр яңғыҙ ҙа түгел, ҡайһы берҙәренең балалары йәки ейәндәре өй аша ғына йәшәй. Әммә беҙҙең "малтабарҙар" көтмәгәндә һәм шул тиклем оҫта хәрәкәт итә, күп осраҡта
       пенсионерҙарға улар менән аралашыуҙан алған әсе тәжрибә
       ген икенсе тапҡыр теләһә кемгә ишек асмаҫҡа ярҙам итә.
       89 һәм 93 йәшлек апалы - һеңлеле әбейҙәр менән дә шундай уҡ хәл була. Улар ихатала аҡрынлап хужалыҡ мәшәҡәттәре менән
       булып йөрөгәндә эргәләренә ҡайҙандыр бер йәш ҡатын "осоп ҡуна", үҙе бер туҡтамайынса хәбәрен һөйләй. Әбейҙәр хәбәр
       ағымынан ике һүҙ - "күстәнәс" һәм "алыҫтан" тигәнен генә ишетеп өлгөрә һәм көньяҡ республикаларының береһендә
       йәшәүсе туғандары тәм - том ебәргәндер тип аңлай. Ҡунаҡ
       ҡатынды йортҡа саҡыралар.
       Әммә телдәр ҡатындың өҫтәлгә сығарып һалған әйберҙәре бер
       ҙә көньяҡ күстәнәстәренә оҡшамай: ниндәйҙер ваҡ - төйәк көнкүреш кәрәк - яраҡтары. Өй хужабикәләре аптыраулы ҡараштарын ҡатындан өҫтәлгә күсерә, ә тегеһе бер туҡтамай ләпелдәүен белә:" Бына бит президент һеҙҙең турала нисек хәстәрлк күрә! Һәр берегеҙгә алты мең һумлыҡ бүләк ебәргән!"
       Һәм бер аҙ ғына туҡтап торғандан һуң өҫтәп ҡуя: "Тик ике ме ң ярым һум түләргә кәрәк буласаҡ, үҙегеҙ аңлайһығыҙ - һалымдар !" Тынлыҡ урынлаша. Инәйҙәр аптырап ҡунаҡ ҡатынға текләй. Ҡапҡа артында уны түҙем генә автомобиль көтә.
       Ниһәйәт, ҡарсыҡтарҙың береһе һушына килгәндәй була һәм ҡулдарын һелтәй - һелтәй:" Һин нимә, ҡыҙым! Ниндәй ике мең! Беҙҙе балалар ашата - кейендерә бит!" - ти. Икенсеһе уның
       менән килешеп баш ҡаға. Әле генә киң йылмайған ҡатындың күҙҙәре ҡыҫыла, тауышы ла асыулы яңғырай: һеҙ башта бүләктә н баш тартманығыҙ, хәҙер барыһы ла өҫтәл өҫтөндә - кире ала
       алмайым, тип белдерә. Аҡса бирегеҙ. Уның төҫ - ҡиәфәтендәге
       янауҙы һиҙеп әбейҙәрҙең береһе "баҫҡынсынан" ҡотолоуҙы хуп күрә: иҫкереп бөткән комод янына барып, балалары газ өсөн түләүгә ҡалдырған мең һумлыҡты сығара. Битһеҙ ҡатын уны
       шунда уҡ эләктереп ала һәм ҡалғанын таптыра башлай, йәнәһе,
       ул һәр бер ҡарт - ҡоро өсөн үҙ кеҫәһенән түләргә тейеш түге л.
       Әммә өйҙә ысынлап та башҡа аҡса булмай.
       Ҡунаҡты оҙатып бер аҙ тын алғас, әбейҙәр "бүләктәргә"
       ентекләберәк күҙ һала: барыһы ла бер тапҡыр тотона торған, насар сифатлы, ҡыҫҡаһы, "подвал - ҡытай" етештереүендәге тауар. Ҡайғырышып алалар ҙа, нимә эшләйһең, үҙҙәре ғәйепле, ваҡытында кире бора алманылар. Кисен эштән һуң хәлдәрен белергә тип ингән балалары ла әбейҙәрҙе орошоп ала: таныш булмаған кешеләрҙе йортҡа индермәгеҙ! Кеҫә телефонынан да баш тарттығыҙ - ваҡытында ярҙам саҡыра алмайһығыҙ...
       "Ҡоҙғондарҙың" барыһына ла инмәүҙәре лә шикләндерә әбейҙәрҙе. Әйтерһең дә уларҙы кемдер алдан өйрәтеп ҡуйған.
       Бындай осраҡта бары тик бер кәңәш бирергә ҡала: саҡырылмаған ҡунаҡтарҙы тупһағыҙға баҫтырмағыҙ, тәүәккәлерәк булығыҙ.

Жанна Ягодкина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал