6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Александр Коновалов бультерьерҙар һәм милиция хаҡында
26.10.05


       Быйылғы йыл башынан хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләмәгән өс өн 32 предприятие етәксеһе суд аша квалификацияһынан мәхрүм
       ителә. Тағы 414 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Был турала журналистарға Башҡортостан прокуроры Александр Коновалов бәйән итте. Прокурор ҡатнашлығынан һуң республика предприятиеларында эш хаҡы буйынса бурыстар 174 миллионға, ә
       хеҙмәткәрҙәр алдында бурыстары булған предприятиелар һаны 4 05 - тән 304 - кә тиклем ҡыҫҡарған.
       БР Прокуратураһы граждандар, дәүләт мәнфәғәтен яҡлау, тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләһе, ер, һалым закондарын боҙоу һәм башҡа һорауҙар буйынса быйылғы йылдың туғыҙ айында 33 мең дә ғүә белдергән. Уларҙың суммаһы 187 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән ( үткән йыл 11 мең дәғүә - 68 миллион һум). Бал иғ булмағандарҙың хоҡуғын яҡлауға 1,6 миллион һумлыҡ 835 дәғүә
       тура килгән.
       Башлыса дәғүәләр ҡиммәтле ҡағыҙҙар, бюджет, дәүләт һәм
       муниципаль мөлкәт менән идара итеү закондарын боҙоп төҙөлгән килешеүҙәрҙе ғәмәлгә яраҡһыҙ тип таныуҙы талап итеүгә, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге субъекттарын лицензия алыу
       ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыуға, банкротлыҡ хәлендә законһыҙ эш итеүгә, алкогол ь эсемлектәрен һатыу ҡағиҙәләрен боҙоуға ҡағыла, ти Коновало в.
       Республиканың баш прокуроры билдәләүенсә, дәғүә - прокурорҙар килеп тыуған хәлгә (айырыуса иҡтисад өлкәһендә) йоғонто яһай алған иң һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе.
       Һуңғы арала енәйәттәрҙе теркәү ваҡытында законлылыҡты күҙәтеү өлкәһендә лә эш көсәйтелгән. Мәҫәлән, ғинуар айынан
       сентябргә тиклем теге йәки был сәбәптәр буйынса теркәлмәгән
       2400 енәйәт прокурорҙар ҡатнашлығында иҫәпкә ҡуйылды, тип билдәләне прокурор, һәм улар асыҡланыр тигән өмөт белдерҙе.
       Һөйләшеү барышында милиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан да байтаҡ ҡағиҙә боҙоуҙар күҙәтелеүе асыҡланды. Улар араһында рядовойҙар ҙа, етәкселәр ҙә бар. Әлеге көнгә төрлө сәбәптәр буйынса енәйәттәрҙе йәшергән милиционерҙарға ҡарата 65 енәйәт эше асылған, 45 - е судҡа ебәрелгән.
       Александр Коновалов менән осрашыу уңайынан файҙаланып, журналистар михнәтле Благовещен темаһына ҡайтыуҙан тыйыла
       алманы. Матбуғат конференцияһы геройы һүҙҙәре буйынса, Башҡортостан прокуратураһы үткән йылда профилактик операция барышында зыян күреүселәргә баҫым яһау факттары
       буйынса енәйәт эше асҡан. Был йәһәттән биш ғариза бар. Әйтелгән енәйәт эше сиктәрендә БР Прокуратураһының айырыуса мөһим эштәрҙе тикшереү буйынса бүлек шөғөлләнә.
       ОМОН хәрәкәттәренә ҡағылышлы эш айырым тикшерелә, тик әлегә иҫбатлауҙар етерлек булмау сәбәпле уны туҡтатып торорғ  мәжбүр булғандар. Хәйер, прокурорҙың әйтеүе буйынса, эш аҙағына тиклем алып барып еткереләсәк.
       Благовещен ваҡиғаларында иң "яуыз ролде" прокурор профилактик операция үткәреү инициативаһы менән сығыш яһаусы ГРОВД начальнигы Илдар Рамаҙановҡа бирә.
       - ОМОНды эшкә ҡушып уның әҙәпле эш итеүенә иҫәп тотоу - бультерьерҙы кешегә һөсләтеп уны ҡайышынан тотоп торорға
       маташыу менән бер, - тине ул. - Нисек кенә булмаһын, был яб ай булмаған эш аҙағына тиклем еткереләсәк.

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал