6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Таможня алға атлай
26.10.05


       Таможня хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостан
       таможняһы етәксеһе Нәзип Ғәликәев мине "недоставка" терминының ҡулланыуҙан бөтөнләй сығыуы менән ғәжәпкә һалды. Хәҙер беҙҙә "доставка 100 процент" тип әйтәләр тип
       тынысландырҙы ул журналистарҙы. Нәзип Әхмәтзәки улы Башҡортостандың һуңғы ваҡыттағы тышҡы сауҙа ҡаҙаныштары менән уртаҡлашты.
       2005 йылдың ғинуар - сентябрь айҙарына тышҡы сауҙа әйләнеше 4 440, 6 миллион доллар, йәғни үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 182, 5 процент тәшкил иткән. Уның 4 102, 7 миллион доллары - экспортҡа, 337, 9 - ы импорт ҡа ҡарай. Статистикала бындай һан теркәлгәне юҡ әле, тип ышандыра таможня хеҙмәткәрҙәре.
       Федераль бюджетҡа 22 миллиард һумдан ашыу аҡса күсерелгән ( план ете процентҡа арттырып үтәлгән). Бер йыл
       элек таможняның "табышы" өс тапҡыр аҙыраҡ ине.
       Башҡортостан таможняһы икенсе йыл инде Яңы Таможня
       Кодексы буйынса эшләй. Яңы кодексҡа ярашлы, тауарҙы
       таможня аша үткәреү ваҡыты бер тәүлеккә тиклем ҡыҫҡартылған : таможня йөк декларацияларының 98 проценты хәҙер Башҡортостан таможняһында бер тәүлек эсендә документлаштырыла. Бынан тыш ведомство үҙе Иҡтисади үҫеш министрлығының либераль ҡанаты аҫтына күсте. Һәм эҙемтәләр үҙҙәрен оҙаҡ көттөрмәй.
       Нәзип Ғәликәевтың һүҙҙәренсә, Башҡортостан таможняһы
       барлыҡ көсөн "тышҡы сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ үҫешенә булышлыҡ итеүгә, мәғлүмәт хеҙмәтләндереүе сифатын арттырыуға " йүнәлтә.
       Һан технологиялары ла бөгөн таможня хеҙмәткәрҙәре өсөн
       яңылыҡ түгел. Өфө таможняһында июль айынан алып тауар һәм
       транспорт средстволарын декларациялауҙың электрон формаһы и ндерелгән. Тиҙҙән "ҡағыҙһыҙ" технологиялар барлыҡ формаль
       процедуларҙы тиҙ арала башҡарырға мөмкинселек бирәсәк, тип
       вәғәҙәләй Нәзип Ғәликәев.
       Бизнес менән аралашыу йәһәтенән Таможня хеҙмәткәрҙәре
       тағы ла алғараҡ киткән, бында тышҡы иҡтисади эшмәкәрлектә
       ҡатнашыусылар менән эш буйынса консультатив совет төҙөлгән,
       семинарҙар үткәрелә. Бер һүҙ менән әйткәндә, тышҡы иҡтисад
       үҫеше эшендә таможня тауар етештереүселәргә яҡынлаша бара. Һәм иҡтисадта һәм дәүләт хеҙмәтләндереүен стандартлаштырыуҙа
       бына тигән либераллек өлгөһө күрһәтә. Башҡортостандың таможня хеҙмәткәрҙәренең кәйефен бер нимә ге нә боҙа, ул да булһа, намыҫһыҙ әҙәмдәрҙең законды өҙлөкһөҙ б оҙорға маташыуы. 2005 йылда ғына был йәһәттән ярты мең самаһы махсус операция үткәрелгән, 17 енәйәт эше ҡуҙғатылған , яҡынса ун миллион һум тирәһе штраф һалынған. Туғыҙ килограмдан ашыу контрабанда наркотиктары табылған. Башҡа эштәр менән бер рәттән таможня хеҙмәткәрҙәре сит илдән экстремист йүнәлештәге дини әҙәбиәт индереүгә ҡаршы бер
       нисә операция үткәргән.
       Хәҙерге ваҡытта тағы ла сит ил автомобилдәрен индереү буйынса закон боҙоуҙар өҫтөнлөк алған. Хәйер, сиктә закон боҙоуҙарға таможня хеҙмәткәрҙәре лермонтовса фәлсәфәүи күҙлектән ҡарай: барыбер эләктерәсәкбеҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал