6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Һалымыңды түлә лә тыныс йоҡла
25.10.05


       Дәүләт власының федераль һәм төбәк органдары эшмәкәрлегендә иҫ киткес тигеҙлек билдәләнә. Юғары иҡтисади күрһәткестәр эске тулайым продуктты башҡарыусылар ғына түгел , уларҙың эшмәкәрлеген күҙәтеүсе һалым хеҙмәткәрҙәренең дә күңелен күтәрә. Ошо көндәрҙә "Башинформ" агентлығында күптән түгел генә БР буйынса Федераль һалым хеҙмәте идаралығы етәксеһе вазифаһы йөкмәтелгән Рәмзил Низаметдинов тәүге тапҡыр матбуғат алдына баҫты. 2005 йылдың туғыҙ ай йомғаҡтары һалым хеҙмәткәрҙәренә шатланырға мөмкинселек бирә.
       Йыл башынан октябрь айына тиклем бюджетҡа һәм бюджеттан тыш дәүләт социаль фондтарына 93 миллиард һумдан ашыу аҡса к үсерелгән. Һандарҙың ҙурлығы нәҡ һалым органдарының ҡаҙанышы тип уйларға ҡала. Улар үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән Өфө нефть заводтары комплексы акциздар сифатында үҙҙәренең к үп миллиардлыҡ бурыстарын түләүенә иреште. Юҡҡа ғына республиканың һалым хеҙмәте етәкесһе журналистарҙың һорауҙарына тыныс ҡына итеп:"Байконур" эше бөтөрөлдө". "Нефтянканың" бурыстары ҡалманы, ә бына штрафтар буйынса һорауҙар бар әле" тип яуапламай бит инде.
       Әммә нәҡ судлашып алған һалым бурыстары Волга буйы федераль округтары араһында федераль бюджетҡа аҡса күсереүҙәр буйынса Башҡортостанға шунда уҡ алға сығырға мөмкинселек бирҙе. Сағыштырып ҡарағыҙ: туғыҙ ай эсендә федераль ҡаҙна табышы 48,3 миллиард һум тәшкил итте - был
       үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 1,9 тапҡыр күберәк.
       Быйылғы йыл башында был алға китеш әле лә округтың ун биш
       төбәге араһында республика һалым органдарының лидерлығы тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкинселек бирә. Дөрөҫ, әлеге мәлдә
       Башҡортостан бюджетының барлыҡ кимәленә индерелгән сумма бу йынса 2005 йылда үҙен - үҙе уҙып, Волга буйы федераль
       округында икенсе урын биләй.
       Иҡтисади "сәйәси әҙәплелек" бөгөн һалым һалыусыларға план , үтәлеш проценттары, киләсәккә пландар тураһында һорау
       биреүҙе туҡтатыуҙы талап итә. Рәсәй Президенты Хатында
       яңғыраған ультиматумдан һуң, федераль Финанстар
       министрлығы был фразаны " индерелгән килемдең индикатив
       күрһәткестәре" тип үҙгәртеүҙе хуп күрҙе. Был йәһәттән дә
       республиканың һалым хеҙмәтендә тәртип - ул 103,1 поцентҡа
       арттырып үтәлгән.
       Хәйр, арттырып үтәүгә килгәндә, Рәмзил Рауил улының Башҡортостандың консолидацияланған бюджет килеме буйынса ла маҡтанырға хоҡуғы бар - 2004 йыл менән сағыштырғанда 5,3 миллиардҡа күберәк.
       Күтәрелергә тейеш булғаны ( килем һәм бюджетҡа индерелгән
       аҡса) күтәрелә, кәмергә тейеш булғаны ( предприятиеларҙың бурысы) - кәмей. Һалым йыйыусыларҙың ошондай пресс - релизы ҡыуандыра һәм һалым түләүселәрҙең аҡылға килеүенә ышаныс тыуҙыра.
       Әлегә һалым инспекторҙары граждандарҙың аңһыҙлығына зарлана. Үткән туғыҙ айҙа республиканың һалым түләүселәре 24
       миллиард һум урынына үҙ теләге менән бары тик ете миллиард
       һумынан айырыла алған. Йәғни, аңлылыҡ пропорцияһы дүрткә
       бер булыуы күҙгә ташлана.
       Бөгөн, Рәмзил Низаметдиновтың һүҙҙәренә ҡарағанда,
       республика предприятиеларының һалым бурысы барлыҡ штрафтары менән бергә 38 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә, был Башҡортостан бюджетына индерелгән сумманан бер ярым тапҡыр күберәк.
       "Ҡасҡалаҡтарға" ҡаршы көрәш, һис һүҙһеҙ, дауам итәсәк. Ә бурыстары күп булғандарға ҡарата дәүләт ғәйеп комплексы тоймай башлай, ахырыһы, һәм түләүҙән даими рәүештә баш тартыусыларҙы бөлдөрөргә әҙерләнә. Республикала минус билдәһе аҫтында беренсе урында "Каучук" акционерҙар йәмғиәте һәм Башҡорт баҡыр - көкөрт комбинаты тора, тип хәбә р итте һалым хеҙмәте етәксеһе. Әгәр уларҙың тәүгеһе менән
       мөнәсәбәтте һалым йыйыусылар "Һалым кодексы сиктәрендә" төҙөһә, икенсеһендә тышҡы күҙәтеү индерелгән - был инде банкротлыҡ тураһында законға ҡарай.
       Рәмзил Низаметдиновтың һуңғы ике йыл ярымда
       республиканың һалым хеҙмәтендә етенсе етәксе булыуы ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Һалым ведомствоһына кадрҙар составы
       тотороҡлоғо кире ҡайта, күрәһең.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал