6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Ҡунаҡтар "тыйнаҡ" булманы
25.10.05


       "Нефтехимик" (Салауат) һәм "Нефтяник Башҡортостана" (Өфө ). Рәсәй чемпионаты сиктәрендә суперлиганың бер юлы ике ( ! ) командаһы осрашҡан тәүге "башҡорт бәйгеһе". Көйәрмәндәр был уйында оҙайлы көрәш, ярһыуҙар, хаталар, судьяға дәғүәләр
       булыр тип көткәйне. Әммә ярыш бөтөнләй икенсе төрлө килеп
       сыҡты. Өфөлөләрҙең бар компоненттарҙа ла теүәл, аныҡ уйыны (айырыуса Рыжов башҡарыуындағы блоктар ҡыуандырҙы)
       хужаларҙың өс партияла "тиҙ арала" еңелеүенә килтерҙе.
       Ике команда ла Куба легионерҙарынан башҡа уйнаны - уларҙы
       әлегә Рәсәйгә сығармайҙар. Тағы бер аҙҙан Азатлыҡ утрауынан килгән таланттар тураһында бөтөнләй онотоуыбыҙ ҙа мөмкин. Милли команда өсөн уйнағандан һуң кире ебәрмәүҙәре ихтимал б улған легионерҙарҙың кемгә кәрәге бар
       Өфөлөләр беренсе партия башында еңелә биреп ҡуйҙы, әммә
       уңышлы блоктар һәм Тарас Хтейҙың һөжүмдәре уйынды "нефтселәр" файҙаһына 25 : 17 иҫәбенә тамамларға мөмкинселек бирҙе. Уйындың икенсе өлөшөндә ҡунаҡтар тағы ла алға сыҡты, ләкин салауаттар иҫәпте мөмкин тиклем ҡыҫҡартыу әмәлен тапты. Терешиндың уңышлы һөжүме өфөлөләргә икенсе
       партияла еңеү алып килде, 25 : 23.
       "Нефтехимик" өсөнсө өлөштә лә ҡаршы торорға тырышып ҡараны, әммә ҡунаҡтарҙы был кистә туҡтатыу мөмкин түгел ине - 25 : 19 һәм 3 : 0. Ысын дерби бындай иҫәп менән тамамланма й, шуға күрә был командаларҙың Өфөлә уҙасаҡ уйынын көтәйек -
       ул 2005 йылдың 5 февралендә уҙасаҡ.
       Һәм һүҙ аҙағына өндәшмәй ҡалдырырға мөмкин булмаған тема тураһында. "Нефтяник Башкортостана" командаһының рәсми сайты хәбәр итеүенсә, "Нефтехимик" - "Нефтяник Башкортостана " матчынан һуң урындағы иҫерек хулигандар йоҙроҡ төйнәп Өфө фанаттарына ташлана, хатта улар араһында булған ике ҡыҙҙы ла
       йәлләп тормай. Салауаттың тәртип һаҡсыларына һорау бирге
       килә - ни өсөн улар ҡунаҡтарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итмәгә н икән

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал