6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Һаумы, Катя оләсәй!
25.10.05


       Көн һайын тип әйтерлек иртән барыбыҙ ҙа шаһит булған күр енеш: йәш ҡатын ашыға - ашыға балаһын балалар баҡсаһына оҙат а,
       дөрөҫөрәге ҡулынан һөйрәп алып бара. Бала үҙенсә нимәлер
       ләпелдәй, баштан аяҡ үҙ проблемаларына сумған әсәһе ҡапыл уға ҡысҡырып ҡуя:
       - Бер аҙ тынып тор әле, ҡолаҡты тондороп бөттөң бит!
       - Мин шул минутта кеше балаһының һөй - лә - ше - үе ни ти клем ҙур бәхет булыуын аңламай, тип уйлайым, - тип тәрән той ғо менән һөйләй 6 - сы махсуслаштырылған коррекция балалар йортоноң сурдопедагогы Роза Ғилмейәрова. - Бала бер һүҙ булһ а ла әйтһен өсөн был әсәгә бер ниндәй ҙә тырышлыҡ кәрәкмәй. Әммә беҙгә балаларыбыҙҙың һәр бер ауазы ҡәҙерле.
       Ростов урамында урынлашҡан был йорт башҡаларынан айырылмай тиерлек: шул уҡ беседкалар, ҡомлоҡтар, тик балалар
       тауышы ғына ишетелмәй. Бында һаңғырау - телһеҙ балалар йәшәй. Был малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн ямғыр тауышы, кешеләр һөйләшеүе, ҡоштар моңо юҡ. Тауыштар ишетелмәгәс, уларҙы ҡабатлай ҙа алмай улар. Әммә был балалар йортонда эшләүселәр
       һаңғырау булып тыуған балалар беҙҙең кеүек үк, тик уларҙы һөйләшергә өйрәтергә генә кәрәк, тип һанай.
       - Эшкә килгәс, башта ҡыйын ине, - тип хәтерләй Роза Нәзип ҡыҙы. - Әсәләрҙең күпме йәш түгеүен, тормош фажиғәләрен күрергә тура килде.
       Сурдопедагог бер хәлде иҫенә төшөрә. Әсә кеше балалар
       йортона үҙенең өс йәшлек ҡыҙын алып килә. Уларҙың нәҫелендә
       бер генә кеше - ике туған ағайҙары Юрий Андреевич ҡына
       тыумыштан һаңғырау - телһеҙ була. Яҙмыш ҡушыуы буйынса бәләкәй Машаға ла был етешһеҙлек мираҫ булып күсә. Башта ҡыҙсыҡ башҡа балаларҙан бер нимәһе менән дә айырылмай, тик а ҙ "һөйләшә", ә инде уның йәштәштәре һөйләшә башлағас, ата - әсә ҡыҙҙарының һаңғырау - телһеҙ булыуын аңлай.
       - Юра кеүек ҡулдарын һелтәп һөйләшеүен күрергә теләмәйем,
       - тип ҡаты тора оләсәләре Екатерина Степановна, - приютҡа тапшырығыҙ.
       Илай - илай булһа ла әсә кеше был талапҡа буйһонорға мәжб үр була, шулай итеп Маша балалар йортона килеп эләгә.
       - Беҙҙең барлыҡ балалар ҙа етем түгел, - тип аңлата дире ктор Татьяна Харсун. - Күптәре ярайһы уҡ етеш йәшәүсе ғаилән ән, ә бында инвалид балаларҙы мәктәпкә әҙерләү мөмкинселеге бар.
       Хәҙер күп балалар бындай етешһеҙлек менән тыуа, тик беҙ барыһын да ала алмайбыҙ шул.
       Был ауырыу һәр саҡ нәҫелдән килә тип аңлау дөрөҫ түгел, у ға антибиотиктар менән кәрәгенән артыҡ дауаланыу, бала тыу Ран
       ваҡытта алған йәрәхәттәр, экологияның имен булмауы ла сәбәп
       булыуы ихтимал. Улар өсөн төп аралашыу ысулы булып дактиль, йәғни ымлап һөйләшеү тора. Әммә был балалар йортонда нисек кенә парадокс булып яңғыраһа ла, уларҙы һөйләшергә өйрәтергә
       ҡарар иткәндәр.
       - Башта беҙ балаларҙың тауышын сығарабыҙ, - тип һөйләй Ро за Нәзип ҡыҙы. - Быға йыш ҡына ярты йыл самаһы ваҡыт китә, һөҙөмтәгә өлгәшеү шул тиклем ҡыйын. Инде ҡуйылған тауыш юғалыуы йәки фальцетҡа әйләнеүе ихтимал, шуға күрә уны даими
       рәүештә махсус күнекмәләр менән нығытабыҙ. Аҡрынлап өндәрҙе өйрәнәбеҙ, һәм дүрт йәштәр тирәһенә беҙҙең балалар һөйләшеү генә түгел, уҡый, яҙа ла белә.
       Үткән йыл балалар йортонда американдар булып китә, улар ғәжәпләнеп: "Беҙ үҙ балаларыбыҙ менән һөйләшә алмайбыҙ, ә һеҙҙекеләр менән һөйләштек!" - тип таный.
       Һөйләшергә өйрәтеү программаһын 6 - сы балалар йорто
       педагогтары үҙаллы төҙөгән тип әйтергә мөмкин. Хәйер, Рәсәйҙә һаңғырау - телһеҙ балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү
       буйынса Леонгард системаһы эшләй. Тик был тренингтар бик ҡыйбат тора, шуға күрә тәрбиәселәргә уларҙың ҡайһы бер өлөшө
       генә килеп етә, ҡалғанына инде үҙ аңдары менән барып етерг ә тура килә. Тырышлыҡтың ыңғай һөҙөмтәһе тип улар үҙҙәренең ҡайһы бер тәрбиәләнеүселәренең вуздарға уҡырға инеүен билдәләй. Телһеҙ - һаңғырауҙар ябай тормошта әүҙем ҡатнаша
       ала, тип раҫлай балалар йортонда эшләүселәр, тик уларға ярҙ ам итергә генә кәрәк. Әлеге ваҡытта өндәр ишетергә мөмкин бу лған махсус чип - аппараттар һатып алынған.
       Ә Маша исемле ҡыҙыҡай тураһындаығ тарихыбыҙ былай тамамлана. Екатерина Степановнаға уның ҡыҙы таныш булмаған а лты йәштәр тирәһендәге бер ҡыҙ менән килеп инә. Бәләкәй ҡыҙҙың:"Һаумы, Катя оләсәй! Мин - һинең ейәнсәрең һәм һине бик яратам" - тигән һүҙҙәрен ишетеп әбей йығыла яҙа.
       Шулай итеп оләсәй менән ейәнсәр бер - береһен таба һәм башҡа бер ваҡытта ла айырылмайҙар.

Ләйлә Шәмсиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал