6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Бесәйҙәр йортонда
25.10.05


       Ольга Васильевна Лебедев менән мин осраҡлы рәүештә генә
       таныштым - әсәйем менән бергә уның әхирәтендә ҡунаҡта булырға тура килде, һәм ул үҙенең ғәжәйеп күршеһе хаҡында бәйән итте лә инде.
       Бер бүлмәле фатирында пенсионер ҡатын бер өйөр бесәй тота
       - ун мырауҡай бер туҡтауһыҙ һырпалана, йүгерешә, уйнай, иркәләнә, ашарға һорай...
       - Ә мин уларға теймәйем. Нимә теләйҙәр - шуны эшләйҙәр. Әйберҙәремде лә йәлләмәйем, бесәйҙәрҙән башҡа бер кемем дә ю ҡ минең, - тип яуап бирә күршеләрҙең аптырау ҡатыш һорауҙарына хужабикә.
       Күршеләре Ольга Лебедеваның 45 йәштән һуң Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында билет һатыусы - контролер булып
       эшләүен белә. Унан алдараҡ, моторҙар төҙөү заводында рентге н лабораторияһында тир түгә. Пенсияға сыҡҡас 105 һум ала башлай, ул саҡта әле "ярайһы уҡ" аҡса, ә хәҙер ни бары 2530 һумға йәшәргә тура килә.
       Ҡатындың барлыҡ аҡсаһы йөнтәҫ "тәрбиәләнеүселәренә" китеп тороуы бер кем өсөн дә сер түгел. Тик Ольга Васильевна бесәйҙәре өсөн аҡсаһын да, һөйөүен дә, наҙын да йәлләмәй.
       - Өс йәшемдән бесәй яратам. Ул саҡта беҙҙең өйҙә ҙур ҡара
       бесәй йәшәй торғайны, ул минең тормошомдоң бер өлөшө булды. Шул ваҡыттан алып, ҡайҙа ғына йәшәһәм дә бесәй тоттом, - тип һөйләй Ольга Васильевна.
       Тик ҡайҙан был тиклем күп йыйылған һуң улар тип хайран
       ҡалып мин бүлмәгә тулған ҡара, һары, ерән, ала, күкшән бесәйҙәргә текләйем. Ҡайһы берҙәре сит кешеләрҙән шикләнеп и шеккә һырыша, әммә шунда уҡ хужаларса тубығыңа һикереп менеүселәре, уйламайынса диван өҫтөндә ҡалдырған сумкама хужа булыусылары ла бар.
       - Был фатирҙа башта минең менән бер бесәй йәшәне, артабан
       башҡалары килә башланы. Бына Васьканы, мәҫәлән, табып алып ҡайттым, Мурзик бында тыуҙы, - тип һөйләй Ольга Васильевна. - Элек мин бик күп бесәй балалары тарата торғайным. Хәҙер ке ше бик үк алып бармай. Тик барыһы ла мине әрләй: йәнәһе, ауыҙыңдан өҙөп уларҙы ҡарайһың, пенсия аҡсаһын бесәйҙәреңә т отонаһың. Ә мин уларҙы сығарып ырғыта, йә үлтерә алмайым! Минең үҙемде улар менән бергә фатирҙан ҡыуығыҙ йәки бесәйҙәремдең берәйһен үҙегеҙгә алығыҙ - ҙур теләк менән бирәсәкмен!
       Хужабикәгә бесәйҙәр һырышып ҡына бара. Исемдәрен әйтеү
       менән барыһы ла эргәһенә йүгерешә, ә инде ашатыу ваҡыты еткәнен көтөп кенә торалар. Ҡойроҡтарын өҫкә күтәреп аш - һы у бүлмәһенә елдерә улар, бер - береһен уҙырға тырышалар. Колбаса һәм һөт - бесәйҙәрҙең төп аҙығы ошо. Ирекһеҙҙән, был
       Ольга Васильевнаның барлыҡ аҡсаһы бит инде, тип уйлап ҡуям. ..
       - Булһа ни, беҙгә етә, - тип ҡабатлай ҡатын. - Уның ҡарау ы бесәйҙәр һиҙгер бит ул, рәхмәт әйтә беләләр. Үҙ - ара татыуҙ ар. Барыһы ла иркә, тыңлаусан. Ҡайһы ваҡыт уйнап, шаярышып т а алалар, әлбиттә.
       - Быға күршеләр нисек ҡарай
       - Хәҙер килештеләр инде. Бесәйҙәр һәр ваҡыт өйҙә ултыра, тышҡа сығып йөрөмәйҙәр. Элегерәк әрләшә торғайнылар, әммә ми н һәр ваҡыт "Мине тыныслыҡта ҡалдырығыҙ!" тип әйтә килдем. Й әшәргә аҡса еткерәм, ә бесәйһеҙ тора алмайым мин. Күршеләр һәйбәт, аңланылар. Хәҙер хатта бесәйҙәргә күстәнәс тә алып киләләр.
       Һәр бесәйҙең исеме, үҙ тарихы бар. Ерәнкәй - хужабикәнең яратҡан бесәйе. Ә ҡабарынҡы йөнлө күкшән матурҡайҙы бәләкәс кенә сағында урамға ырғытҡандар: Ольга Васильевна уның эргәһенән "бер үтә, ике үтә, һәм түҙә алмай - алып ҡайта". А йыу балаһына оҡшаған ҡара Мурзиктың алғы тәпәйҙәре ҡыҫҡараҡ, шуға күрә ул баҫып торғанда, ҡойроғо тейеш булғандан юғарыраҡ күтәрелә.
       - Мин бесәйҙәремә бер ваҡытта ла һуҡмайым, ас ҡалдырмайым , - ти Ольга Васильевна. - Ерәнкәй минең менән бергә йоҡлай. Ҡалҡан биҙе ауырыуынан йонсойом, ҡайһы ваҡыт тын алыуы
       ҡыйынлаша. Бына бөгөн төндә лә ауырыным. Бесәйем миңә ярҙам иткәндер, тип уйлайым - ул эргәмдә ине бит... Ҡайһы ваҡыт оҙаҡ йәшәргә ҡалмағандыр, тип тә уйлап ҡуям, 72 йәш тулды бит инде, - Ольга Васильевна бер аҙ тын ҡала. - Шул са ҡта бесәйҙәрем хәтеремә төшә: улар минһеҙ нишләр Һәм үҙемә әйтәм - мин был донъянан юрый китмәйәсәкмен, бесәйҙәр тураһында хәстәрлек күрергә кәрәк. Улар миңә йәшәргә ярҙам итә.
       Үҙемдән иһә түбәндәгеләрҙе өҫтәргә теләйем, Бындай берҙәм
       ғаилә менә танышҡандан һуң төрлө тойғолар солғап ала: улар
       өсөн шатланаһың да, йәлләйһең дә. Пенсионерка осон осҡа ялғап йәшәй, аҡсаһын бесәйҙәргә тотона, уның ҡарауы улары хужабикәгә рухи аҙыҡ бирә, йәшәргә ярҙам итә.
       Беҙҙең гәзит аша Ольга Васильевна "яңғыҙ, дүрт аяҡлы
       дуҫтарға мохтаж изге күңелле кешеләргә" мөрәжәғәт итә. Ул ҙ ур теләк менән бесәйҙәрен береһен яҡшы ҡулдарға бүләк итәсәк .

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал