6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

12 - се урынға тәгәрәнек
25.10.05


       "Салауат Юлаев" үҙ стеналарында дүртенсе тапҡыр еңел еү кисерҙе. Был юлы "Химик" (Мәскәү) командаһы Өфөнән өс мәр әй алып ҡайтып китте. Беҙҙең команда һөҙөмтәлә 12- се урынға
       тәгәрәп төштө.
       2 : 3 иҫәбе менән еңелеү уйын барышына бөтөнләй тап килмә й. Өфөлөләр башта, Дмитрий Левинскийҙың бына тигән голынан
       һуң, алға сыҡты, һәм, көтмәгәндә, бер - бер артлы өс шайба
       үткәрҙе - 1 : 3. Бындай иҫәпкә һаҡсыларҙың көсһөҙ булыуы һ әм ҡапҡасы Сергей Николаевтың бик үк яҡшы уйын күрһәтмәүе сәбәптер, моғайын. Уйын тамамланыуға 49 минут 10 секунд ҡалғас, уны Андрей Мезин алыштырҙы һәм бер гол да үткәрмәне.
       Әммә белорус голкиперының оҫталығы ла өфөлөләрҙе ҡотҡара алманы. Улар был кисте бик шәп формала булған Душан
       Салфицки һаҡлаған ҡапҡаға тағы бер тапҡыр ғына гол индереүг ә өлгәште. Уны Дмитрий Макаров башҡарҙы.
       Матч аҙағында ҡыҙыҡлы хәл булып алды. Ишмәтов голкиперҙы алтынсы ялан уйынсыһына алмаштырҙы, "Химик" шайбаны тартып алыуға өлгәште, әммә был клубтың бәғзе берәүҙәре яҡын
       аранан да буш ҡапҡаға гол индерә алманы. Тимәк, уңайлы мәлдәрҙе файҙаланыу йәһәтенән проблемалар беҙҙең хоккейсыларҙа ғына түгел икән.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал