6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

"Нурҙа" сәйер мөхәббәт
24.10.05


       Был миҙгелдә "Нур" Өфө дәүләт татар театрында ҙур ваҡи ға булып үтте. Труппаға Ҡазанда, билдәле режиссер, Ғ. Камал исемендәге татар дәүләт академия театры етәксеһендә уҡыған махсус тупланма студенттары өҫтәлде.
       Әле һүҙ барасаҡ спектакль - йәш артистарҙың икенсе эше. Ниңә нәҡ уға иғтибар бүлеүемде уҡыусылар аңлар, моғайын. Ысын һүҙ оҫтаһы Альберт Герниҙың пьесаһы бөгөнгө Рәсәй театрында һорау менән файҙалана. Антрепризаларҙың береһендә Чулпан Хаматова, Георгий Тараторкин һәм Евгения Симонова ҡатнашыуы тураһында ғына ла әйтеү етә.
       Ҡазанда был премьераның нисек үтеүе тураһында бер һүҙ менән генә аңлатыуы ҡыйын: текст ( баҫым яһап әйтәм, нәҡ тек ст, ә уның режиссер интерпретацияһы түгел) төрлө мәғәнәлә
       фекерҙәр йөрөтөүгә килтерә.
       Пьеса төп героиняның исеме менән "Сильвия" тип атала. Өфөләге спектаклдең русса исеме "Был сәйер, сәйер кешеләр", татарса һәм ғөмүмән - "Сәйер мөхәббәт" тип атала.
       Һәм тағы ла бер ҡараш - был юлы сәхнәгә түгел, ә тамашасылар залына. Һәм мин рус теленә синхрон тәржемә файҙаланыусы бер генә тамашасы инем, буғай. Әле бер биш йыл элек барыһы ла икенсерәк ине. Тимәк, Башҡортостандың баш
       ҡалаһында татар мәҙәниәте милли классикала ғына түгел, заманса көнбайыш яңылыҡтарында ла әүҙем үҫешә.

Владислав Троицкий.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал