6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Хирург - онколог ювелир менән бер
24.10.05


       Рак - ер шарында дауаларға мөмкин булған хроник ауырыуҙа рҙың береһе. "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат
       конференцияһында журналистарға был турала Республика онкология диспансерының (РОД) баш врачы Владимир Ручкин һөйләне. Һауығырға мөмкин, тик был еңел түгел, ти ул. Ә хәүе ф
       факторҙары етерлек - газ, йылылыҡ электр станциялары, эсәр
       һыу... Был йәһәттән Өфө имен булмаған ҡалалар иҫәбендә: һөт биҙе рагы беҙҙә беренсе урында тора. Ә тире рагы ҡояштың
       әүҙем осоронда онкология ауырыуҙары араһында икенсе урынға сыға.
       Владимир Николаевич хәлде түбәндәгесә һүрәтләне: тура эсә к рагы менән ауырыу осраҡтары арта, онкологик ауырыуҙарҙың 5 ,4 проценты ҡыҙыл үңәс рагы, 5,4 - аналыҡ рагы, 3,6 - аналыҡ муйынлығы рагынан яфа сигә. Үпкә рагы ( 13 процент) алға бар а. Күҙаллауҙар буйынса, был тенденциялар артабан да һаҡланас аҡ. Ашҡаҙан рагы һаны кәмей бара, был күпселек халыҡтың
       туҡланыуы яҡшырыуына бәйле.
       Врачтың һүҙҙәре буйынса, Республиканың онкология
       диспансерында 60,5 мең кеше иҫәптә тора. Уларҙың 21 меңе - Өфө ҡалаһында йәшәүселәр.
       Әммә, тип һыҙыҡ аҫтына алды Владимир Ручкин, күңелһеҙ күрһәткестәргә ҡарамаҫтан, Өфө онкология ауырыуҙары буйынса беренсе урында түгел. Иң алда Салауат ҡалаһы бара ( йөҙ мең кешегә 350 ауырыу), артабан Белорет ҡалаһы һәм районы ( йөҙ
       мең кешегә 340) һәм Күмертау килә - 335. Иң түбән күрһәткестәр Тәтешле (85) һәм Бөрйән ( 145) райондарында.
       Статистика күрһәтеүенсә, ҡатын - ҡыҙҙар онкология сирҙәре
       менә ирҙәргә ҡарағанда йышыраҡ ауырыусан. Шулай уҡ мосолман ҡатындарының башҡаларға ҡарағанда ике тапҡыр аҙыраҡ ауырыуы ла күҙгә ташлана.
       Онкология ауырыуҙарынан үлеү күрһәткестәре республикала
       йөҙ меңгә 145,9 кеше тәшкил итә. Әммә һуңғы ваҡытта аяныслы
       һандар 2,5 - 2 процентҡа кәмегән. Владимир Ручкин быны һауығыусылар һаны артыуына бәйле тип аңлатты.
       Әммә... бер сәбәп ҡыуандыра ла, икенсеһе борсоуға һала:
       РОД врачтары онкология ауырыуҙарының аҙыу күрһәткестәре
       һиҙелерлек артыуын билдәләй - был барлыҡ ауырыуҙарҙың 24, 8
       процентын тәшкил итә. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, һәр дүртенсе сирле һуңға сиккә еткәс кенә табипға мөрәжәғәт итә.
       "Бик яҡшы кадрҙар эшләүенә һәм онкология хеҙмәтенең
       тейешлесә йыһазландырылыуына" ҡарамаҫтан, был
       ауырыуҙарҙың 35,5 процентына инде ярҙам итеү мөмкин түгел. Владимир Ручкин Башҡортостандан онкология сирлеләрҙең бары т ик 0,02 проценты ғына дауаланыу өсөн башҡа төбәктәрҙе
       һайлауын белдерҙе.
       Баш врач журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп, рак
       ауырыуҙарын диагностикалау бөгөн гендар кимәленә сыға ( ген
       структуралары өйрәнелә һ. б.) тип аңлатты. Ә хирург - онкол ог
       ювелир менән бер, ул үҙ эшен башҡа мөһим органдарға зыян килтермәйенсә башҡарырға тейеш.
       Онкологияла файҙаланылған дауалау алымдары - хирургия, нурҙар һәм химия терапияһы. Владимир Николаевичтың һүҙҙәренә ҡарағанда, хирургия дауалауы инде "билдәле сифат кимәленә" етте, әммә күрһәткестәрҙе тағы ла яҡшыртырға мөмкинселектәр бар.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал