6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Үҫмер һәм алкоголь осрашһа...
24.10.05


       Сергейға 13 йәш тулғанда уның әсәһе ҡаты ауырыуға дусар б ула. Малайға хужалыҡ эштәренән тыш әсәһен дә ҡарарға тура ки лә. Ауыр физик һәм эмоциональ көсөргәнеш бер ҡасан да бөтмәҫ кеүек тойола башлай уға. Әммә бынан "сығыу юлы" тиҙ табыла -
       ул да булһа, бер - ике шешә һыра. "Эсәм һәм шул тиклем рәхә т булып китә, ваҡытлыса булһа ла барлыҡ ауырлыҡтарҙы ла онотам ", - тип һөйләй Сергей.
       12 йәшлек Алина баш мейеһе йәрәхәте алғандан һуң уҡыу
       материалын ҡыйынлыҡ менән генә иҫендә ҡалдыра башлай, был у ның уҡытыусыһының асыуын ҡабарта. Ҡыҙ быға бик ҡайғыра, әммә ҡайғыһын ата - әсәһе менән уртаҡлашмай. Бер ваҡыт ихатала компания менән ултырғанда, ул спиртлы эсемлек тәмләп
       ҡарай: кәйеф күтәрелә, мәктәп проблемалары онотола. Һөҙөмтәлә Алина йыш ҡына эсә, дәрестәрен ҡалдыра башлай.
       Республиканың ғаилә, балалар һәм йәштәргә социаль - психологик ярҙам үҙәге белгестәренә ошоноң кеүек тарихтарҙы йыш ишетергә туар килә. 13 - 17 йәштәге үҫмерҙәрҙең 50 проценты аҙнаһына кәм тигәндә бер тапҡыр спиртлы эсемлектәр ҡуллана.
       Балиғ булыуҙың ялған юлы йыш ҡына күмәкләп спиртлы эсемлектәр эсеүҙән башлана. Үҫмерҙәрҙең 1,2 - 22,5 проценты дуҫтары йоғонтоһонда эскелеккә бирелә.
       - Башта үҫмер иптәштәренән ҡалышмаҫҡа тырыша, ҡыҙыҡһыныу ҙа үҙенекен итә. Бала өлкән кеше статусына аяҡ баҫыуҙы ошолай итеп күҙ алдына килтерә, - тип аңлата үҙәктең
       педагог - психологы Алина Тазиева. - Төркөм үҫмерҙәрҙең тәртибен көйләүсе төп механизмға әүерелә. Малай йәки ҡыҙ
       кеше был компаниянан сыҡҡас та алкоголь ҡулланыуын
       туҡтатмай, ә яңы эсеүргә яратыусы компания эҙләй. "Аң һүнгәнсә эсеү", яһалма кәпәренеү теләгенә улар өс - дүр т
       айҙан һуң ҡаршы ла тора алмай башлай.
       Үҫмер йәшендә алкоголизм бик тиҙ формалаша: ауырыу йәшерәк булған һайын тиҙерәк. Алкоголизм формалашыуы үҫмерҙәрҙә өлкәндәр менән сағыштырғанда 2,5 - 4 тапҡыр тиҙерәк барлыҡҡа килә.
       Алкоголизмдың билдәләрен нисек асыҡларға
       - Үҫмер ярһыуға әйләнә, йоҡоһо ҡаса, хәтере насарая,
       ауыҙынан һәр саҡ ниндәйҙер татлы - алма һутын хәтерләткән е ҫ килә, - тип һөйләй Алина Ринатовна. - Шулай уҡ алкоголизм билдәләренең береһе - диурез, йәғни бала һәр 15 - 20 минут һайын бәҙрәфкә йөрөй. Ғәҙәттә ярайһы уҡ тыныс бала тиҙҙән урам һәм ихата дәһшәтенә әйләнә, айырыуса иҫерек ваҡытында.
       Ата - әсәләр араһында балаларының эсеү - эсмәүен тикшереү алымы булып "Йә, өр әле!" талабы ҡала. Белгестәр тағы бер ни сә билдә тураһында белдерә: йөҙ ҡыҙарыу, күҙ ҡараһы киңәйеү, һөйләшеүе һәм атлап йөрөшө үҙгәреү. Мәҫәлән, бала һуң ҡайта һәм бер кем менән дә һөйләшмәйенсә йоҡларға ята. Эскән бала ярһыу була, сәбәпһеҙ хахылдап көлөүе, паникаға бирелеүе, йәк и илауы ихтимал. Алкоголь, билдәле булыуынса, ауыртыу тойғоһ он кәметә.
       - Баланың эсеүгә бирелеүе сәбәпһеҙ булмай. Быны асыҡларға тырышығыҙ. Уҡытыусы менән конфликтҡа инеү, дуҫтарының баҫымы, берәй сәбәп буйынса борсолоу, үҫмер саҡ төшөнкөлөгө (депрессия) булыуы мөмкин, - тип аңлата Алина Тазиева. - Депрессия эскелектең сәбәбе лә, эҙемтәһе лә булыуы ихтимал.
       Психологтарҙың тикшереүе күрһәтеүенсә, үҙҙәрен "бәхетһеҙ" итеп тойоусылар, тормоштарынан ҡәнәғәт булмаусылар араһында алкоголиктар күберәк. Үҫмер депрессияһы - бик нескә һорау,
       шуға күрә был йәһәттән белгескә мөрәжәғәт итеү мотлаҡ.
       Алкоголизмдан йонсоған кешеләр араһында үҙенә ҡул һалырға
       маташыусылар һаны араҡы эсмәгәндәр менән сағыштырғанда күпкә артығыраҡ. Һәр дүртенсе алкоголик бер тапҡыр булһа ла был донъянан китергә маташып ҡарай. Алкоголизм сирле арҡаһында уның туғандары, ғаилә ағзалары яфа сигә.
       Алкоголизм диагнозы ҡуйылыусыларҙың ғүмере уртаса алғанда
       егерме йылға ҡыҫҡара. Суд - медицина эксперттары
       мәғлүмәттәре буйынса, бәхетһеҙ осраҡтарҙан зыян күреүселәрҙең өстән ике өлөшө иҫерек була.
       Бала менән даими аралашыу үтә мөһим. Арынығыҙ, ваҡыт
       етмәй, ауырыйһығыҙ - барыбер бала менән һөйләшеү, уларҙың һорауҙарын тыңлау, проблемаларын тикшереү өсөн бер нисә
       минут табығыҙ, - ти психолог. - Әгәр балағыҙ алкоголде сама нан артыҡ ҡуллана башлаһа, йәшәгән урынығыҙҙағы наркология
       диспансеры йәки психологик хеҙмәткә мөрәжәғәт итеүҙән
       ҡурҡмағыҙ. Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеү - көсһөҙлөк түгел, киреһенсә, көслөлөк билдәһе ул.
       Балағыҙҙың тормошон мауыҡтырғыс итегеҙ. Әгәр унда эс бошоу һәм эшһеҙлеккә урын ҡалмай икән, ул саҡта һеҙҙең ул йәки ҡыҙығыҙҙың яһалма шатлыҡ тойғоһо тыуҙырыусы матдәләрҙе тәмләп ҡарарға теләге лә барлыҡҡа килмәйәсәк.
       Баланы аралашыу сәнғәтенә өйрәтегеҙ. Йәштәштәр
       компанияһында барлыҡҡа килгән ҡатмарлы хәлдәрҙә үҙен нисек тоторға кәңәш бирегеҙ, һәйбәт, тоғро дуҫтар табырға ярҙам итегеҙ.
       Баланы хәүефле тойолған тәҡдимдәрҙән баш тартырға өйрәтегеҙ. Ул йәштәшенә лә, өлкән кешегә лә "юҡ" тип әйтә белһен. Үҙ көсөнә ышаныс тәрбиәләгеҙ. Уңыш - ҡаҙаныштарын
       билдәләргә онотмағыҙ. Үҙ балағыҙҙы башҡалар менән сағыштырыу кәрәкмәй. Уны ҡыйынлыҡтарҙан йәшерергә тырышмағыҙ. Проблемаларға ҡаршы торорға өйрәтегеҙ.
       Алкоголизмды иҫкәртеү уның ҡурҡыныслығы тураһындағы һөйләшеүҙәргә генә ҡайтып ҡалмай. Балала проблемаларҙы
       алкоголһеҙ ҙә хәл итергә мөмкинселек биргән, уға уңышлы социаль адаптация тыуҙырған сифаттар тәрбиәләү мөһим. Беренсе сиратта бала сәләмәтлек культураһы менән таныш булырға тейеш.

Гөлназ Шәрәфлисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал