6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Делегаттар һайланды
24.10.05


       - Һәр ваҡыт әҙер! - тауыш биреп ҡул күтәреү артында өс ай лыҡ уйланыуҙар һәм шик - шөбһәләр ятыуын белмәгәндә,
       йәмәғәт алдынғыларының берҙәмлегенә көнләшергә мөмкин
       булыр ине. Сентябрь аҙағында Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт
       палатаһының тәүге ағзаларын иғлан иткәндән һуң, Владимир Путин уның ҡалған өлөшөн комплектлау механизмын эшкә ҡушты. Һуңғыларҙан булып үҙ кандидатураларын федераль округтар
       тәҡдим итергә тейеш. Ошо көндәрҙә Өфөлә "тарих - әсәгә кемдең ҡәҙерлерәк булыуы" хәл ителде.
       Республика парламентының ултырыштар залында үткән йыйылыш яҡшы ойошторолоуы менән хәтерҙә ҡалды. Ингән урында бер төркөм ҡатын - ҡыҙҙар килеүселәрҙе теркәй. Кәнәфиҙәр араһында таныш йөҙҙәр эҙләп телевидение хеҙмәткәрҙәре саба. Йәмәғәт лидерҙары ғәҙәттә депутаттар ултыра торған микрофонлы урындарҙы биләй. "Ә нимә, хаҡыбыҙ б ар", - тиешә улар.
       Йәмәғәт берекмәләренең Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһын формалаштырыу буйынса округ конференцияһында ҡатнашыу өсөн ойошмалар күрһәтеү буйынса беренсе һәм
       аҙаҡҡы төбәк йыйылышының көн тәртибендә бер генә һорау: делегация составын билдәләү.
       Эшсе төркөм етәксеһе вазифаһын үтәүсе БР Дәүләт Йыйылышы Рәйесе урынбаҫары Салауат Кусимов РФ Йәмәғәт
       палатаһы составын төҙөү тәртибен хәтергә төшөрә. Тәүге 42 ҡатнашыусыны ил президенты тәғәйенләй, артабан инде улар бөтә Рәсәй ойошмаларынан тағы 42 вәкилен атай. Ҡалған 42 кеше округ конференцияларында һайланырға тейеш. Федерацияның округҡа ингән субъекттары был һайлауҙарға үҙҙәренең егерме кешенән торған делегацияһын ебәрә. Шулай итеп, Волга буйы Федераль округы конференцияһы 4 ноябрҙә йыйылған 300 делегаттан 10 кандидат һайлаясаҡ, һуңынан улар Йәмәғәт палатаһының 84 кандидаты тарафынан "иләк аша үткәреләсәк".
       Тауыш биреү алдынан Салауат Кусимов үҙенең төбәк йыйылышында әүҙем йәмәғәт вәкиллегенең проблемаһын нисек
       күреүе менән уртаҡлашты:
       - Башҡортостанда өс меңгә яҡын йәмәғәтселек берекмәләре
       теркәлгән. Уларҙың күбеһенең эшмәкәрлек эҙҙәрен табыу
       мөмкин түгел. Хатта һалым инспекцияһы ла таба алмай уларҙы. Август айы буйына беҙ йәмәғәтселәрҙе тауыш бирергә саҡырҙыҡ.
       Бөгөн бында уларҙың 39 - ы ҡатнаша.
       Тауыш биреү үҙе бик тиҙ үтте. Исемлек тулыһынса уҡып сығылды. Айырым шәхестәргә иғтибар итмәйенсә, асыҡ тауыш бирергә хәл ителде. Ҡулдар күтәрелде. Барыһы ла - "ыңғай". Төрлө йәмәғәтселек полюстарынан килгән егерме дәғүәсе: республика профсоюздары лидеры Әмирхан Сәмерхановтан башлап демократик йәштәр башлығы Елена Хәзиеваға тиклем барыһына ла округ конференцияһы делегаттары тауыштары өсөн к өрәшергә тура киләсәк. Тик, Салауат Кусимовтың һүҙҙәренә
       ҡарағанда, уларҙы яратҡан спорт командаһы урынына күреп
       "ауырырға" кәрәкмәй.
       - Мин уларҙың барыһын да беләм, улар - лайыҡлы кешеләр. Йәмәғәт палатаһы ағзалары исемен алыу мөмкинлектәре Һәр һайланыусы бары үҙен һәм һәм үҙенең йәмәғәт берекмәһе исеменән сығыш яһай. Уларҙың тормошҡа ҡараштары төрлөсә
       бит.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, раҫланған егерме кеше исемлегендә "федераль кимәл фигуралары" юҡ. Хәйер, палатаның "Рәсәйҙең и ң яҡшы кешеләре" тип билдәләнгән тәүге 42 ағзаһы араһында
       яҡынса өстән ике өлөшө миңә таныш түгел.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал