6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

"Нескә билдәр" тағы ла күберәк бал йыясаҡ
21.10.05


       "Башҡорт балы" бренды рекламаға мохтаж түгел. Тик шулай
       булыуға ҡарамаҫтан, уны етештереү өлкәһендә проблемалар ҙа
       етерлек. Уларҙы ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәтенең 2006 - 2010 йылдарға "Башҡортостан Республикаһында ҡортсолоҡ
       үҫеше" ҡарары менән раҫланған концепция һәм маҡсатлы программа ярҙамы менән хәл итеү күҙ уңында тотола. Күстәр
       һаны һәм бал етештереү буйынса Башҡортостандың Рәсәй субъекттары араһында иң алдынғыларҙан иҫәпләнеүе шик тыуҙырмай. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә умарта күсе һандары йылдан - йыл кәмей, ә республикала 1998 йылдан алып ул йылын а 4 - 10 процентҡа арта бара. Әммә был күрһәткес буйынса беҙ үткән быуаттың 60 - сы йылдары кимәленә (400 мең) етә алмайбыҙ әле. 2005 йылдың 1 ғинуарына республика хужалыҡтарында 280 мең тирәһе бал ҡорто күсе һанала ине. Ҡортсолоҡ менән беҙҙә 788 хужалыҡ шөғөлләнә.
       Республикала ҡортсолоҡтоң үҫеше өсөн кәрәкле барлыҡ шарттар ҙа - бал биреүсе үҫемлектәр, бал йыйыусы башҡорт бал ҡорто популяцияһы, быуаттарҙан килгән йолалар һәм оҫта умартасылар, кадрҙар әҙерләү буйынса белем биреү учреждениелары, кәрәкле ҡорамалдар һәм кәрәҙ етештереүсе предприятиелар - бар. Бынан тыш тейешле закондар сығарыу базаһы ла яҡшы ғына эшләй.
       Шул уҡ ваҡытта был тармаҡтың үҫешенә ҡамасаулаусы проблемалар ҙа етерлек. Улар араһында таҙа тоҡомло инә ҡорттар һәм күстәр булмауы, халыҡтан ҡортсолоҡ продукцияһын һатып алыу буйынса үҙәкләштерелгән система эшләмәүе, умарталыҡтарҙы республика зоналарының үҙенсәлектәрен һәм
       экологик хәлен иҫәпкә алмайынса урынлаштырыу. Ҡорт ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм дауалау буйынса ветеринария хеҙмәтенең бик үк һөҙөмтәле эшләмәүе лә ҡортсолоҡ үҫешенә
       кире йоғонто яһай. Умартасылар фекеренсә, ошо һәм башҡа
       проблемаларҙы ҡабул ителгән документтарҙы тормошҡа ашырыу а ша хәл итергә мөмкин.
       Концепцияның төп маҡсаты башҡорт бал ҡортоноң генофондын һаҡлап ҡалыу, ҡортсолоҡ продукцияһын етештереү һәм үҫтереү к үләмен арттырыу. Программа иһә был идеяны тормошҡа ашырыу йәһәтенән саралар комплексы тәҡдим итә. Мәҫәлән,
       ҡортсолоҡ продукттарын эшкәртеү буйынса республика
       комбинаты, республика апитерапия үҙәге, тоҡом умарталыҡтары
       селтәре булдырыу күҙ уңында тотола. Шулай уҡ юғары сифатл ы, экологик яҡтан таҙа ҡортсолоҡ продукттары етештереү өсөн тейешле шарттары булған тәбиғәт зоналарын асыҡлау, аҙыҡ -
       түлек һәм дауалау - профилактика продукттары, косметика
       етештереү өсөн ҡортсолоҡ продукцияһын эшкәртеүҙе ойоштороу.
       Программаны финанслау күләме 144 миллион һум тәшкил
       итәсәк. Уларҙың 134 миллионы республика бюджетынан бүленә, :`kғаны ҡаҙнанан тыш сығанаҡтарҙан йәлеп ителәсәк. Был
       сығымдар программа ваҡыты тамамланмаҫ элек үк үҙен аҡлаясаҡ. Программа үтәлгән хәлдә 2010 йыл аҙағына тармаҡтың
       килеме яҡынса 130 миллион һум тәшкил итәсәк, тип иҫәпләй по грамма авторҙары.

Ксения Корнилова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал