6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Россиян Мостай Кәрим
21.10.05


       Кисә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә 86 йәш т улған булыр ине. Әммә Мостафа Сафа улы тыуған көнөн билдәләй алманы, бер ай элек ул беҙҙең арабыҙҙан китте. Был
       кешенең әҙәбиәттә тотҡан урыны тураһында күп әйтелде һәм
       әйтеләсәк әле. Мин үҙ тәьҫораттарым менән уртаҡлашырға теләйем. Тәү башлап Мостай Кәримдең ижады менән мин Сәнғәт и нституты ( әлеге ваҡытта - академия) студенттары тарафынан
       ҡуйылған "Ай тотолған төндә" спектакле аша таныштым. Мине
       пьесаның һоҡланғыс ритмға һалынған прозаһы таң ҡалдырҙы. Ҡыҙыҡһынып китеп, уның рус теленә тәржемәһен уҡып ҡараным - ябай, таушалған ямб.
       Шағир менән шәхсән танышыуым бер нисә йыл үткәндән һуң
       булды. "Известия Башкортостана" гәзите мөхәрририәтендә Яңы йылды ҡаршылау тантанаһы ойошторолдо, һәм унда Мостай
       Кәрим хөрмәтле ҡунаҡ сифатында саҡырылды. Шул саҡта мин яҙыусынан әҫәрен башҡорт телендә ишетеп дөрөҫ ҡабул итеү - итмәүем һәм уның рус теленә тәржемәһенә ҡарашы тураһында һорау бирҙем. Мостафа Сафа улының шул саҡта үҙ тексының рус теленә тәржемәһе хаҡында нисек әсенеп һөйләгәнен күрергә
       кәрәк ине.
       Тағы бер эпизод иҫкә төшә, уны ирмәк хәлдәр иҫәбенә индерергә булалыр, моғайын. Өфөнөң Матбуғат йортонда пропуск режимы булдырылды һәм ишек төбөн вахтер һаҡлай
       башланы. Һәм бер көнө бына шундай хәл: һаҡсы Мостафа Сафа у лын эскә үткәрмәй, уныһы ғәйепле рәүештә ҡулдарын йәйә: "Мин бында йыш киләм, бына бөгөн пропускымды онотоп ҡалдырғанмын..." Кемдер һаҡсының ҡолағына шыбырланы: "Был би т Мостай Кәрим!" Тегеһе оятынан ер тишегенә төшөп китерҙәй б улды: классикты танымаған бит.
       Шағирҙы уның әҫәрҙәрен төп нөсхәһендә уҡып ҡына баһаларға
       мөмкин, әлбиттә. Әммә ҡайһы ваҡыт шиғриәт һүҙе икенсе телгә
       тәржемә иткәндә лә үтеп инә. "Рус түгелмен, ләкин россиян м ин" - тип әйткән Мостай Кәрим дә шулай. ( Төп нөсхәһендә ул ҡатыраҡ һәм көслөрәк яңғырай, әммә тәржемә лә уның
       мәғәнәһен үҙгәртмәй). Һәйбәт кеше арабыҙҙан китте, әммә уны ң эше йәшәй, тигән кеүек тапалған һүҙҙәр яҙғы килмәй. Әммә б ыл ысынлап та шулай.

Владислав Троицкий.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал