6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Бөгөн почта эше ауыр - һәр ҡатын - ҡыҙ ҙа ат егә алмай бит!
21.10.05


       Был мәҡәләнең башын һүҙмә - һүҙ ҡабул итмәгеҙ. Унда бер аҙ
       шаяртыу ҙа бар. Юҡ, улай түгел, унда бер аҙ дөрөҫлөк тә ба р. Хәйер, бөгөн ысынлап та һәр ҡатын - ҡыҙ ат егә алмай. Хатта ауылда ла. Һәм был хәл төпкөл ауылдарҙа эште ҡыйынлаштыра. Әммә хат ташыусы ханым ат егә белмәһә, бер аҙ көтөп тороп, кәрәкле ауылға автобуста бара ала йәки берәй ир - атҡа атты егеп биреүен һорап мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ысынбарлыҡта
       иһә бөгөн почтаның проблемалары икенсе төрлөрәк. Күп урында
       почта хеҙмәткәрҙәре клиенттарҙы хеҙмәтләндереүҙә компьютер файҙалана.
       Ошо көндәрҙә Башҡортостан почтаһы байрамға әҙерләнә - быйыл Башҡортостанда дәүләт почтаһы барлыҡҡа килеүенә 270 йыл һәм БР Федераль почта элемтәһе идаралығы барлыҡҡа килеүенә 10 йыл тула. Барыһы ла бынан өс йөҙ йыл тирәһе элек
       башлана. Ул ваҡытта Башҡортостан территорияһында 20 земство
       станцияһы иҫәпләнә, улар буйлап почта аттарында, ә уларҙың һаны аныҡ билдәле -158 - гәзит түгел, уларҙың һаны бик аҙ бу ла, башлыса хат ташыйҙар.
       Бөгөн иһә БР Федераль почта элемтәһе идаралығында 1300 почта элемтәһе объекты бар, уларҙың 59 - ы - почтамт. Хеҙмәткәрҙәр һаны 11 мең, уларҙың 5 меңе почтальондар. Предприятие балансында ярты мең автомашина бар, улар 370 район - ара һәм ҡала - ара маршруттарында республика буйлап
       почта ташый. Әгәр бер ун йыл самаһы элек район үҙәктәренә
       корреспонденция аҙнаһына бер тапҡыр килһә, бөгөн ул
       аҙнаһына биш тапҡыр килтерелә, Башҡортостандың 18 ҡалаһына
       йышыраҡ килә - алты тапҡыр. Почтамттарҙың күбеһенә яңы
       гәзит һәм хаттар иртәнге сәғәт унда килтереп еткерелә. Тейешле ваҡытҡа өлгөрөр өсөн машиналар Матбуғат йортонан
       төнгө сәғәт берҙән дә ҡалмайынса сыға.
       Ошо көндәрҙә Төп почтамтта байрамға һәм БР Федераль почта элемтәһе идаралығының һуңғы тиҫтә йылда эш йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһы үтте. Идаралыҡ директоры Альберт Дүсәлимов унда ҡатнашыусыларға почта
       хеҙмәткәрҙәренең йәшәйеше хаҡында һөйләне, һандар менән
       таныштырҙы.
       Әйтелгән ваҡыт эсендә килемһеҙ эшләүсе, хатта минималь техника менән дә тәьмин ителмәгән почта тармағы юғары технологиялы производствоға әүерелә. Почтала һәр ҡағыҙҙың
       ҡулдан тултырылған ваҡытын күптәр хәтерләйҙер әле. Хәҙер иһ ә республикала 300 - ҙән ашыу почта - касса терминалы ҡуйылғ ан, унда беренсе сиратта компьютер урын ала. 12 ҡалала мәғлү мәт
       ҡабул итеү һәм эшкәртеүсе автоматлаштырылған система
       индерелгән. Был система түләүҙәр ҡабул итеү һәм мәғлүмәтте эшкәртеүҙе ҡағыҙһыҙ технология буйынса автоматлаштырыуҙы тәьмин итә. Бынан тыш клиенттарҙы хеҙмәтләндереү ваҡыты ла ҡыҫҡарҙы, хеҙмәтләндереү төрҙәре артты.
       БР Федераль почта элемтәһе идаралығының 2004 йылда "Рәсәй почтаһы" берҙәм унитар предприятиеһы составына инеү
       ваҡытынан алып үҫеш айырыуса һиҙелә башланы. Үткән йылдан б ашлап БР Федераль почта элемтәһе идаралығы тотороҡло килем алыусы предприятие булып таныла. Әгәр 2004 йылда килем 27 миллион һум булһа, 2005 йылда ул 87 миллион тәшкил
       итә. "КиберАҡса" тип аталған, ебәрелгән аҡсаны адресатына 1 5 сәғәт эсендә еткереүҙе тәьмин итеүсе, бар урында ла интерн етҡа коллектив инеү мөмкинселеген тәьмин итеүсе "КиберПочта" кеүек глобаль проекттар булдырыла. Һуңғыһы бөгөн ауыл ерендә
       айырыуса мөһим. Бөгөн Башҡортостанда алтмыштан ашыу пункт э шләй.
       Ҡайһы бер элемтә бүлектәре, әйтәйек, Өфөнөң 1 - се, 17 - се,
       81 - се, 68 - се, 77 - се һәм башҡаларҙы яңынан йыһазландыр ыу башланған, унда тотош ҡорамалдар һәм мебелде алмаштырыу күҙ уңында тотола.
       Әммә бер нисә ауылды хеҙмәтләндереүсе почтальондарға әлегә корпоратив стиль ҡайғыһы юҡ. Уларға гәзит - журнал, хаттарҙы йәйәүләп йөрөп таратырға тура килә. Һәм ара ғәҙәттә биш километрҙан артмаһа ла, иҫләйһегеҙҙер, һәр ҡатын - ҡыҙ ҙ а ат егә белмәй, һәр ир - ат та ярҙам итергә ашҡынып тормай. Тимәк, БР Федераль почта элемтәһе идаралығы үҫеше өсөн йүнәлештәр етерлек әле. Шул иҫәптән ат егергә өйрәтеү буйынс а курстар асырға ла мөмкин.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал