6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте үҙ исемен аҡлай
21.10.05


       Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте "Ҡалҡан һәм ҡәләм " тип исемләнгән Бөтә Рәсәй конкурсында
       өсөнсө тапҡыр лауреат исеме яуланы. Ул Рәсәй Эске эштәр
       министрлығы системаһында мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән б әйләнештәр системаһында иң һөҙөмтәле эшләүсе бүлек тип танылды.
       Дүртенсе Бөтә Рәсәй конкурсының һуңғы этабы Краснодарҙа үтте. Журналистар һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының
       йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса бүлексә хеҙмәткәрҙәренең ҙур форумында конкурсҡа йомғаҡ яһалды һәм Рәсәй Федерацияһының эске эштәр органдары эшмәкәрлеге
       тураһында иң яҡшы публикациялар һәм лауреаттарҙың исемдәре иғлан ителде. Наградлау тантанаһында РФ эске эштәр министры Рәшит Нурғәлиев, уның Әрмәнстан һәм Украинан килгән коллегалары, шулай Краснодар крайы губернаторы Александр Ткачев ҡатнашты.
       Ҡатнашыусыларҙың ижади мөмкинселектәрен билдәләүҙән тыш, Бөтә Рәсәй "Ҡалҡан һәм ҡәләм" конкурсы милиция эшен объектив яҡтыртыу һәм тәртип һаҡсыларының бөгөнгө көндә дефицитҡа әйләнгән тип әйтергә мөмкин булған ыңғай имиджын н ығытыуҙа баһалап бөткөһөҙ роль уйнай. Конкурстың 11 номинацияһында Рәсәй милицияһы тураһында 2005 йылда яҙылған һәм күрһәтелгән материалдарҙың иң яҡшылары ҡатнашты.
       Рәсәй Федерацияһының эске эштәр органдары структураһында "Мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге" номинацияһы буйынса Башҡортостан Рсепубликаһы Эске эштәр ми нистрлығының матбуғат хеҙмәткәрҙәренең ижади эше
       билдәләнде. Иң әһәмиәтле номинацияларҙың береһендә лауреат исемен алғандан һуң, Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр ми нистрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе Руслан Шәрәфетдинов сәхнәгә дипломдар артынан тағы ике тапҡыр күтәрелде - уның ҡул аҫтында эшләүсе тағы ике хеҙмәткәр "Ҡалҡан һәм ҡәләм" лауреаты исеменә лайыҡ булды.
       "Ҡыҙыу нөктә" номинацияһында башҡорт милицияһында
       хеҙмәт итеүселәр тураһында очерктар серияһы өсөн эске хеҙмә т подполковнигы Сергей Бекасов лауреат дипломына эйә булды, ә "Ҡарағыҙ, кем килгән" бүлегендә БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәткәре, милиция лейтенанты Салауат Уйылдановтың ҡәләме билдәләнде.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал