6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Аҡса артынан сүплектәргә барырбыҙмы
20.10.05


       Мин йәшәгән йорт эргәһендә дендропарк бар. Бик ҡыҙыҡлы урын ул. Элек унда эшләүселәр паркты тәртиптә тота, төрлө ағастар үҫтерә ине. Бөгөн бында шыршы, ҡарағай, ҡарағас,
       сауыр, пирамидаль тирәк ағастары үҫә, үҙебеҙҙең яратҡан ҡайын, саған, имән һәм ҡарамалар тураһында әйтеп тә тормайым
       инде. Ағастар араһында үткән һуҡмаҡтар ял көндәрендә балала р менән сығып йөрөү өсөн бына тигән урын. Аяҡ аҫтында сағыу япраҡтар келәме ҡыштырҙай, ағастар шаулап сәләм бирә.
       Тик был матурлыҡҡа барып етер өсөн дендропаркты төрлө
       яҡтан уратып алған сүп - сар өйөмдәре аша үтергә кәрәк. Ур ман эсендә лә тәүге ун метр арала пластик шешәләр, ҡағыҙ, т өрлө көнкүүреш ҡалдыҡтары ҡаршы ала.
       Үҙҙәрен тәрбиәле кеше тип һанаусыларҙың да күбеһе ни өсөндөр эсемлекте эсеп бөткәндән һуң, буш шешәне ҡыуаҡ аҫтына быраҡтырырға оялмай. Әгәр инде уға тиклем дә был
       ҡыуаҡ аҫтына сүп - сар өйгәндәр икән, хатта шулай тейеш һымаҡ ҡабул ителә. "Мин тәүгеһе лә, һуңғыһы ла түгел!" - тип
       фекер йөрөтөргә өйрәнгәнбеҙ. Һәм ташланған шешәнең ошо
       урында тарҡалмайынса йөҙәр йыл буйы ятасағы тураһында бик аҙҙар ғына уйлай. Беҙҙең дендропарк та ошондай урындар
       иҫәбендә, йәғни ағаслыҡ күптән инде төрлө сүплеккә
       әйләндерелгән.
       Ошо темаға һәм, ғөмүмән, сүп - сар - уны ситкә алып сығыу һәм эшкәртеү тураһында "БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһе
       белгестәр менән дә һөйләште. БР Тәбиғи ресурстарының ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү бүлеге мөдире Зәйтүнә Кәримова түбәндәгеләрҙе һөйләне:
       - Бөгөн республикала өс мең ярымдан ашыу рөхсәтһеҙ сүплек теркәлгән. Улар бик борондан килә. Беҙҙә нисек бит - ҡайҙа соҡор, шунда сүп - сар ояһы. Әммә Башҡортостан хөкүмәте, ниһәйәт, сүплектәргә идара итеүҙе үҙ ҡулына алырға ҡарар итт е. Республиканың барлыҡ ҡалаларында бюджет аҡсаһына сәнәғәт
       һәм көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу һәм күмеү өсөн заманса
       полигондар төҙөлә. Уларҙы төҙөү 1997 йылда башланды. Бөгөн БР буйынса ошондай 22 полигон эшләй. Уларҙа ике система ҡулланыла - береһендә сүп - сар аҡрынлап өйөлә бара, икенсеһ е буйынса сүп - сар ер аҫтына күмелә. Әммә ике осраҡта ла ик е метр һайын балсыҡ йәки тупраҡтан фильтр ҡатламы һалына. Был тирә - яҡ мөхитте хәүефтән һаҡлау өсөн эшләнгәне аңлашылалыр . Сөнки сүп - сар ни тиклем генә ҡоро булып күренмәһен, унан тотош Менделеев таблицаһын тәшкил иткән фильтрат бүленеп
       сыға.
       - Әммә был полигондарҙы тейешенсә ҡулланыу тураһында
       уйлаусы юҡлығы асыҡланды, - тип һүҙен дауам итә Кәримова. - Башта улар Торлаҡ - коммуналь хужалыҡҡа тапшырылғайны. Һуңынан тикшереү барышында полигондарҙа эштең элеккесә
       барыуы билгеле булды - сүп - сар бөгөн бер урынға, иртәгә - икенсе урынға өйөлә. Һәм шул саҡ полигондарға етәкселек итеүҙе "БР тәбиғәте" дәүләт унитар предприятиеһына тапшырырға ҡарар ителде. Был предприятие 2003 йылда барлыҡҡа килде. Бөгөн ул Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Туймазы, Шишимә, Баҡалылағы полигондарҙың эшен тулыһынса контроль
       аҫтында тота. Сәрлетамаҡтағы эш барышы тураһында "БР тәбиғәте" дәүләт унитар предприятиеһының баш инженеры Ирек М иңлебаев һөйләй.
       - Стәрлетамаҡ был йәһәттән яңылыҡ индереү майҙаны ролен
       үтәй. Унда сүп - сарҙы сорттарға бүлеү комплексы төҙөлгән.
       Башта халыҡ араһында әҙерлек эштәре алып барылды, листовкалар таратылды. Артабан бер биҫтәлә ҡағыҙ, пластик,
       быяла өсөн айырым - айырым төҫлө контейнерҙар
       урынлаштырҙыҡ. Тәүге ваҡытта граждандар контейнерҙарға тик
       тәғәйенләнгән сүп - сарҙы һалырға онотһалар ҙа, һуңынан эш рәтләнде. Һәм, ниһәйәт, был яңылыҡтың яҡшы һөҙөмтәгә килтереүенә барыһы ла шаһит булды - ихаталар ысынлап та таҙара башланы. Хәҙер башҡа биҫтәләрҙә йәшәүселәр ҙә үҙҙәрендә сүп - сарҙы селектив йыйыуҙы ойоштороуҙы һорап мөрәжәғәт итә. Әммә система тулыһынса эшләй башлаһын өсөн б иш йыл самаһы ваҡыт кәрәк.
       - Беҙ хозрасчет нигеҙендә эшләйбеҙ, - тип дауам итә Миңлебаев, - һәм белгестәрҙе өйрәтергә, техника алырға аҡса еткереүе ҡыйын - беҙ ике "КамАЗ", трактор һатып алдыҡ. Ҡалдыҡтарға идара итеп була. Беҙ сүп - сар менән дотацияһыҙ ҙа эш итергә мөмкин булыуын иҫбатланыҡ. Ҡандрала БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты менән берлектә "Балалар
       һабантуйы" тип аталған акция үткәрҙек. Башта бөтәбеҙ бергә ярҙы сүп - сарҙан таҙарттыҡ, һуңынан күмәк уйындар ойошторҙо ҡ.
       - Өфөгә килгәндә, - тип һүҙгә ҡушыла Зәйтүнә Ғиниәт ҡыҙы,
       - бында ҡалдыҡтар проблемаһы бик көнүҙәк. Әлеге ваҡытта Өфөлә иҫке сүп - сар өйөмө эшләй - ул Черниковкала урынлашҡан. Сүплек һыу алыу ҡоролмаһынан өҫтәрәк урынлашҡан, шуға күрә фильтраттың байтаҡ өлөшө беҙ эскән
       һыуға эләгеүе мөмкин. Һәм хәҙер Өфө хакимиәте үҙ аҡсаһына яңы полигон төҙөү проекты менән шөғөлләнә. Ул Ҡыҙыл Ярҙа урынлашасаҡ һәм ҡаланың көньяҡ өлөшөнән килгән ҡалдыҡтарҙы ҡ абул итәсәк.
       Өфөнөң таҙалығы өсөн "Ҡаланы таҙартыу буйынса махсус
       автохужалыҡ" муниципаль унитар предпирятиеһы, ә ял урындары
       - парктар, дендропарктар, ағаслыҡтар, йылға ярҙары өсөн ра йон хакимиәттәре яуап бирә. Әгәр эшкә яуаплы ҡарап, бер аҙ
       фантазияңды эшкә екһәң, был проблеманы ла хәл итергә мөмкин . Мәҫәлән, Бөрө янындағы Шәмсетдин күле ярында шәхси эшҡыуарға магазин асырға рөхсәт иткәндәр, ә бының өсөн ул ярҙы таҙалыҡта тоторға тейеш.
       Баҡса участкалары айырым һөйләшеү талап итә. Баҡсасыларҙың күпселеген үҙ биләмәләренән тыш урындарҙың
       ниндәй хәлдә булыуы ҡыҙыҡһындырмай. Сүп - сарҙы ҡойма
       артына ырғытырға, шунда уҡ ергә күмергә йәки яндырырға ла
       булдыра улар. Ә резина яндырғанда зарарлы матдәләр барлыҡҡа
       килеүен күптәр белмәй. Пластиктан эшләнгән шешәләрҙе яндырғанда иһә рак ауырыуын булдырыусы диоксин барлыҡҡа килә. Сүп - сарҙы ер аҫтына күмгәндә баҡсасылар яҡында һыулы ҡатлам булырға мөмкинлеге, һәм күмелгән ҡалдыҡтарҙың барлыҡ зарарлы матдәләре барыбер үҙ ҡоҙоғона ағып килеүе
       һәм ошо һыуҙы үҙҙәре үк эсеүен башына ла килтермәй.
       Ә бит бик күп ҡалдыҡтарҙы, әйтәйек, текстиль, ҡағыҙ, шул уҡ
       пластик шешәләр, резинаны утилләштерергә мөмкин. Ыңғай өлгөләргә лә мөрәжәғәт итергә була. Республикала икенсел сеймал эшкәртеүсе иллеләп ойошма эшләй. Туймазыла бер нисә п редприятие полиэтилен эшкәртә. Унан бик күп файҙалы әйберҙәр етештерелә. Шиндарҙы резина валсыҡтарына
       әйләндереүсе бер нисә ҡоролма бар. Быяла ла эшкәртелә, был быяла һауыттар әҙерләүгә киткән электр энергияһын бер нисә
       тапҡыр ҡыҫҡартырға мөмкинселек бирә.
       Һәм, ысынлап та, икенсел сеймал булараҡ тапшырырға мөмкин
       булған ҡалдыҡтарҙы хәҙер сүп - сар өйөмдәренә һирәк осратыр ға мөмкин. Тимәк, БР Тәбиғи ресурстар министрлығына пластик
       шешәләрҙе эшкәртеү тураһында ла уйларға ваҡыт, ул саҡта инд е шешә тапшырып аҡса эшләү маҡсатаында граждандар үҙҙәре үк барлыҡ парк, йылға ярҙарын, сүплектәрҙе таҙартасаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал