6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Башҡортостан туризмы - мауыҡтырғыс яңғыраймы
20.10.05


       Үҙенең 1000 йыллыҡ юбилейына Ҡазан сәскә атты һәм танымаҫлыҡ булып үҙгәреп, иң матур ҡалаларҙың береһенә
       әүерелде. Татарстандың баш ҡалаһында төбәк туризмына
       арналған халыҡ - ара конференцияһында ҡатнашҡан беҙҙең ғалимдар, уҡытыусылар һәм студенттар ошондай тәьҫораттар
       менән ҡайтты.
       Көндәр бик матур тора - "алтын октябрь", айҙың башы ғына.
       Боронғо баш ҡалаға Рәсәйҙән генә түгел, сит илдәрҙән дә туристик фирма һәм компания вәкилдәре йыйылыуы нәҡ ошо ваҡытҡа тура килде. Конференцияға килеүселәр составы бик бай
       булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан делегацияһы башҡаларҙан
       айырылып тора. Сөнки уның иҫәбенә БР ЮНЕСКО эштәре буйынса комитет вәкилдәре генә түгел, Өфө мәктәптәре
       уҡытыусылары, директорҙары һәм студенттар ҙа инә. Башҡаса
       нисек һуң! Буласаҡ туристарға белем биреүҙә мәктәп һәм
       вуздарҙың ролен кем кире ҡаға ала Бер кем дә! Сөнки нәҡ йәштәр "яңы идеялар менән "яна", йышыраҡ сәйәхәт итә, күберәк эш башҡарыу һәләтенә эйә".
       Студент һәм педагогтарға Ҡазан бик оҡшай. Һөйләүҙәренсә, улар "боронғо ҡала" буйлап ҡына йөрөмәй, Татарстандың Йылабуға, Яр Саллы кеүек бик матур урындарында ла була. Һуңғы ҡалала, әйткәндәй, башҡорт телендә һөйләшеүсе балалар өсөн мәктәп тә эшләй. Иҫтәлекле урындар менән танышалар, кавалерист ҡыҙ Дуроваға ҡуйылған һәйкәл янында булалар, бөйөк рус шағирәһе Марина Цветаеваның Йылабуғала үткәргән һуңғы айҙары тураһында тыңлайҙар һәм төбәк туризмының ни тиклем кәрәклегенә тағы бер тапҡыр инаналар.
       ЮНЕСКО ҡанаты аҫтында үткән "Бөтә донъя мәҙәни мираҫ
       ҡалаларында төбәк туризмы үҫеше: тәжрибә һәм перспективалар" беренсе Халыҡ - ара ғилми - ғәмәли конференцияһы сиктәрендә лә һүҙ ошо турала бара - Рәсәйҙә төбәк туризмының хәл - торошо һәм үҫеше беренсе һанлы проблемаға әйләнә бара.
       Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығында үткән "түңәрәк өҫтәл" артында журналистарға
       Ҡазанда үткән конференция тураһында һөйләгәндә, БР ЮНЕСКО э штәре буйынса комитетының баш белгесе Людмила Богуславская, ЮНЕСКО кафедраһы мөдире Лилиә Хәсәнова һәм баш ҡалар эске туризм үҫешендә бәләкәй ҡалаларҙың роленә ҙур иғт ибар бирелеүен билдәләне.
       - Беҙ конференцияның барлыҡ сараларында ла булдыҡ. Ете кеше доклад менән сығыш яһаны, уларҙың өсәүһе конференция ма териалдары йыйынтығына инде, - тип һөйләй БР ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының яуаплы секретаре Шәфҡәт Тутаев. -
       Беҙҙе ҡаршы алған ҡаланың күркәмлеге таң ҡалдырыуынан тыш,
       башҡа ил вәкилдәренең Башҡортостанды "ифрат мауыҡтырғыс тур истик үҙәк" тип атауы, тыуған яғыбыҙ хаҡында йылы һүҙҙәр әйтеүе ҡыуандырҙы.
       БР ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты вәкилдәре, мәктәп
       директорҙары һәм ғалимдар Германия, Нидерланд һәм башҡа ҙур үҙәктәрҙән килгән коллегалары менән бергә төбәк туризмы үҫешенең бөгөнгө стратегияларын тикшерә. Һәм төбәк туризмы урамда ниндәй йыл миҙгеле булыуына ҡарамай, тигән фекергә
       килә. Конференцияла ҡатнашыусылар фекере буйынса, төбәк туризмы үҫеше, һис шикһеҙ, юлдарҙың торошо яҡшырыуы, хеҙмәтләндереү өлкәһе киңәйеүе, милли кәсептәрҙең, милли сәнғәт төрҙәренең үҫеше, йолаларҙың һаҡланыуы, мәҙәни туризмдың популярлығы артыуына булышлыҡ итәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал