6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Көн тәртибендәге һорауҙарҙан тыш, заман медицинаһы темаһы ла тишерелде
20.10.05


       Республика парламентарийҙары Пермь закон сығарыусыларын урындағы үҙидара реформаларына юғары әҙерлек менән ҡаршы аласаҡ. Киләһе йыл бюджеты өсөн көрәш әлегә ҡан - ҡойошһоҙ үтә, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Президиумының илленсе ултырышында ла көн
       тәртибенә ҡуйылған алтмыштан ашыу һорауҙы парламентарийҙар шул тиклем тиҙ ҡарап сыҡты, хатта бөгөнгө
       медицина яҙмышы хаҡында һөйләшеүгә лә ваҡыт ҡалды.
       Депутаттар өсөн иң ябайы өсөнсө, һуңғы уҡыуҙа ҡабул ителергә тейеш булған закон проекттары менән эш итеү булды. Парламентарийҙар Дәүләт Йыйылышының киләһе пленар
       ултырышының көн тәртибенә республиканың "Ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында", "Халыҡты социаль
       хеҙмәтләндереү тураһында" һәм "Етем һәм ата - әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған балаларҙы социаль яҡлау буйынса
       өҫтәмә гарантиялар тураһында" закондарға төҙәтмә индерергә
       ризалашты. Уларҙы һуңғы вариантында хупларға депутаттарға бер кем дә ҡамасауламай.
       Икенсе, төп уҡыуҙарға күскән закон проекттары
       парламентарийҙар араһында бер ни тиклем йәнлелек тыуҙырҙы.
       Республиканың "Дәүләт наградалары һәм почетлы исемдәре тураһында" закондың яҙмышына ҡарата бер төрлө генә фекергә к илә алманылар. Әгәр беренсе уҡыуҙа уға ҡарата бер ниндәй ҙә иҫкәрмә булмаһа, Дәүләт Йыйылышы Рәйесе урынбаҫары Салауат Кусимовтың еңел ҡулынан Башҡортостан дәүләт премиялары статусының билдәһеҙлеге асыҡланды. Федераль һәм т өбәк кимәлендә ошондай уҡ норматив практика менән
       яҡынданыраҡ танышыу теләге менән закон эшләп бөтөрөү өсөн З акондар сығарыу, дәүләт төҙөлөшө һәм суд - хоҡуҡ һорауҙары буйынса комитетҡа ҡайтарылды.
       Иң күп иҫкәрмәләр йыйыусы ( уларҙың ҡайһы берҙәре
       төҙәтмәгә әйләнде) булып республиканың "Торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында" закон проекты танылды.
       Уның өҫтөндә эшләү өсөн генә лә парламент властың барлыҡ тармаҡ вәкилдәре ҡатнашлығында эшсе төркөм төҙөнө. Законды т икшереүҙә хатта Башҡортостан профсоюздары һәм ҡала һәм
       район хакимиәттәренең етәкселек вәкилдәре ҡатнашты.
       Һөҙөмтәлә иллегә яҡын төҙәтмәнән депутаттар утыҙ бишен ҡабул итергә уйлай, әммә хәҙер ҙә илдең "фатир һорауы" кеүек
       "яҙмышты хәл итеүсе" өлкәһен көйләүсе закон проекты икенсе
       уҡыуҙы нисек үтерен аныҡ ҡына билдәләүе ҡатмарлы. "Торлаҡ фондын хосусилаштырыу тураһында", "Ауыл ерендә йәшәүсе һәм э шләүсе белгестәрҙе социаль яҡлау саралары тураһында" закондарға, БР граждандарының сәләмәтлеген һаҡлау тураһындағы кодексына һәм башҡа ҡайһы бер норматив акттарға төҙәтмә индереү, депутаттарҙың унлап иҫкәрмәһен иҫәпкә алмағанда, артыҡ күп һорауҙар тыуҙырманы.
       Урындағы үҙидараларҙы реформалаштырыу унлаған закон сығарыу инициативаһы һәм бөгөнгө хоҡуҡ яланына үҙгәрештәр алып килергә вәғәҙә итә. Муниципаль органдарға парламент аша
       үткәрелгән айырым дәүләт хоҡуҡтары бирелә. Йөкләмәләрҙең
       бер өлөшө төбәк кимәленә күтәрелә йәки киреһенсә - властың "түбәнге" ҡатына тапшырыла. Мәҫәлән, Дәүләт Йыйылышының профилле комитеты тарафынан беренсе уҡыуға сығарылған закон проекттарына ҡарағанда, урамдар һәм майҙандарға исем атау
       йәки исемен үҙгәртеү менән хәҙер муниципалитеттар шөғөлләнәсәк.
       Әгәр республика бюджеты проектын тырнаҡтар эсенә алмайынса социаль йүнәлешле тип, йәки, парламенттың бюджет к омитеты ултырышында финанстар министры Айрат Ғәскәров әйтмешләй, "граждандар өсөн бюджет" тип атайҙар икән, депутаттар ҙа ватандаштарының социаль именлеген айырым закондар менән яңыртыуҙан тыйыла алманы. Беренсе уҡыуҙа республика парламентарийҙары коллегаларына тейешле закондарға балалар өсөн айлыҡ пособиены 70 - тән 90 һумға, ә , мәҫәлән, яңғыҙ әсәләргә пособиены 140 - тан 180 һумға тикл ем күтәрергә мөмкинселек биргән төҙәтмәләр индереүҙе ҡарарға
       тәҡдим итә. "Күберәк булһа яҡшыраҡ та бит", - тип ауыр һул ай хеҙмәт, социаль һорауҙар, ғаилә, әсәлек, балалыҡ һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет рейесе Әлфиә Шәрәфетдинова. Әммә закон проекты парламентҡа хөкүмәт тарафынан индерелгән, ә ул
       инде ҡаҙна мөмкинселектәренә ҡарап билдәләнә. Шулай уҡ 2006
       йылдың 1 ғинуарынан алып башҡа закон проекттарына һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандарына ресублика түләүҙәренең күләмен 100 һумдан 200 һумға күтәрергә тәҡдим
       ителә.
       Ултырыштың көн тәртибендәге һорауҙар ҡаралып бөткәндән
       һуң, Дәүләт йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев үҙенең ошо көндәрҙә Ижевск ҡалаһында үткән РФ Президентының Волга
       буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле эргәһендәге советта ҡатнашыуҙан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Унда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов тағы бер тапҡыр төбәктең йыл башынан урындағы үҙидара реформаһын "башлап ебәрергә" әҙерлеген белдерҙе. "Волга буйы федераль
       округы субъекттары араһында беҙҙең республиканың
       муниципаль реформаға әҙер булыуы айырыуса күҙгә ташлана, - тип билдәләне Константин Борисович. - Әммә шул уҡ ваҡытта финанс менән тәьмин ителеш, властың һәр кимәленең хоҡуҡтар
       тупланмаһына ҡағылышлы һорауҙар тулыһынса асыҡланмаған
       әле. Беҙгә 2006 йылдың 1 ғинуарынан башлап билдәле 131 - се законды тулы күләмендә тормошҡа ашырырғамы, әллә 2008 йылға тиклем күсеү ваҡыты мөмкинселектәренән
       файҙаланырғамы - уйлашырға кәрәк". Совет ултырышында яңғыраған ҡыуаныслы яңылыҡтарҙан Константин Толкачев һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министры Михаил Зурабовтың ҡарары ме нән уртаҡлашты: ун биш яңы юғары технологиялы медицина
       үҙәктәренең береһе Башҡортостанда төҙөләсәк. Уның хаҡы сама менән 72 миллион доллар тәшкил итә, был аҡсаны федераль бюджет бүлергә тейеш.
       Дөйөм алғанда, Дәүләт Йыйылышы депутаттары көҙгө сессияның икенсе дөйөм ултырышында ҡарауға 35 закон проекты һәм республиканың ҡала һәм райондарында мировой судья вазифаһына һайлауҙар тураһында ярайһы уҡ ҡалын ҡарарҙар пакеты тәҡдим итә.
       Депутаттар Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы -
       Ҡоролтайҙың егерме һигеҙенсе пленар ултырышы ваҡытын да бил дәләне - ул 27 октябрҙә үтәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал