6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

"Алдаҡ" килешеүҙәр
19.10.05


       Республика прокуратураһы улар менән күптән түгел генә
       шөғөлләнә башланы. Ялған килешеүҙәр прокурорҙар тарафынан у рындарҙа үткәрелгән тикшереүҙәр ваҡытында асыҡланды: дәүләт ҡаҙнаһына түләүҙән ҡасыу - ошондай йүнәлештәге эштәр апрель айынан башланды. Әлегә тиклем ундай факттар осрағаны
       юҡ ине әле. Беренсе булып Бәләбәйҙең "Баҙарҙар берләшмәһе" дәүләт унитар предприятиеһы һәм "Йәшел баҙар" муниципаль унитар предприятиеһы, шулай уҡ Стәрлетамаҡтың "Колхоз
       баҙары" дәүләт унитар предприятиеһы "эләкте".
       Бөгөнгө көнгә Арбитраж судта Өфөнөң "Көньяҡ" муниципаль унитар предприятиеһы, шулай уҡ биш эшҡыуар һәм өс яуаплылығы сикләнгән йәмғиәткә ошондай уҡ дәғүә белдерелә.
       БР прокурорының өлкән ярҙамсыһы Наталья Панфереванан был хә лде аңлатып биреүен һораныҡ:
       - Ысынлап та, республиканың ҡайһы бер ҡалаларында етәкселәр иң аҙ ҡаршылыҡ юлынан китеүҙе хуп күрә: эшҡыуарҙар
       менән хеҙмәтләндереү тураһында килешеү төҙөй, закон буйынса
       ҡаралғанса, күсемһеҙ милекте арендаға тапшырыу тураһында
       килешеү төҙөү урынына уларға торлаҡ булмаған биналарҙы файҙаланыуға бирә. БР Арбитраж судында республика
       прокуратураһы тарафынан ошондай ялған килешеүҙәр буйынса 200 - ҙән ашыу эш ҡаралды.
       Әйткәндәй, суд тикшереүе барышында - суд үҙ ҡарарын сығарғанға тиклем - бер нисә унитар предприятие тиҙ арала "уйҙырма килешеүҙәрҙе" тарҡатып, уларҙы тейешенсә төҙөнө.

Екатерина Тулина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал