6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Иң тырыштарға - Зәки - Вәлиди Туған исемендәге стипендия
19.10.05


       Ҡыҙыҡһыныусан, тикшереү һәләтенә эйә булған, патриотик рухтағы йәштәр 2006 йылда Әхмәт - Зәки Вәлиди Туған исемендәге стипендия лауреаты исемен яуларға өмөт итә ала. Был стипендияны Башҡортостан Хөкүмәте башҡорт ғалимы - шәрҡиәтсе, сәйәси эшмәкәр, Башҡорт автономиялы республикаһына нигеҙ һалыусы Әхмәт - Зәки Вәлиди Туғандың тыуыуына 115 йыл тулыуы хөрмәтенә булдырҙы. Стипендия алыр өсөн нигеҙ булып Башҡортостан тарихын өйрәнеүгә бәйле уҡыу һәм ғилми эшмәкәрлктә юғары һөҙөмтәләр күрһәтеү тора.
       2006 йылдың 1 сентябренән башлап тарихтың был йүнәлешен өйрәнеүсе иң яҡшы 10 студент 600 һум күләмендә өҫтәмә стипендия, әйтелгән теманы тикшереүсе биш аспирант ике
       тапҡыр күберәк ала башлаясаҡ. Стипендиялар бер йылға
       тәғәйенләнә.
       Стипендия алыуға Башҡортостанда йәки унан ситтә дәүләт
       юғары профессиональ белем биреү учреждениеларында көндөҙгө бүлектә уҡыусы студент һәм аспиранттар дәғүә итә ал а. Уларҙың ҡаҙаныштары республика, Рәсәй һәм халыҡ - ара олимпиадаларҙа, ижади конкурстарҙа еңеү, ғилми мәҡәләләре
       төрлө баҫмаларҙа донъя күреүен дәлилләгән документтар менән
       раҫланырға тейеш.

Ксения Корнилова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал