6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Еңелеү серияһы тамамланды, күрәһең
19.10.05


       "Салауат Юлаев" үҙенең өс матчҡа һуҙылған еңелеү серияһы н туҡтатыуға өлгәште, әммә киләһе уйында ла барыбер еңмәне. Воскресенск ҡалаһында "Химик" командаһына ҡаршы уйын 1 : 1 и ҫәбе менән тамамланды.
       Көйәрмәндәрҙең һүҙенә ҡарағанда, "юлаевсылар" был матчта ярайһы уҡ яҡшы хоккей күрһәтә алған. "БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһе менән телефон аша һөйләшкән ваҡытта команданың м атбуғат атташеһы Альберт Понасенков та ошо уҡ һүҙҙәрҙе ҡабатланы. Уйындың тәүге өлөшөндә Ишмәтов тәрбиәләнеүселәре хатта өҫтөнөрәк тә булды, тине ул. Понасенков команда составында йәш уйынсы Александр Логиновты айырыуса билдәләп үтте.
       "Салауат Юлаевтың" проблемаһы элеккесә ҡала - ул да булһа гол мәлдәрен тормошҡа ашырыу. Заварухин, Крутиков һәм башҡаларҙың уйында гол индереү өсөн бик уңайлы мөмкинселектәре була, әммә ул кистә Душан Салфицки ҙа бик шәп уйнай шул. Ул үҙ ҡапҡаһы алдында бер генә тапҡыр хата ебәрә һәм ағалы - энеле Макаровтар ошо ваҡытты файҙаланып
       иҫәпте тигеҙләргә өлгөрә лә инде.
       Өфө клубы голкиперы Сергей Николаев тағы ла үҙенең
       оҫталығын дәлилләне. "БАШвестЪ" респонденттарының береһе
       генә уны үткәрелгән голда ғәйепләүен белдерҙе. Ҡалған моменттар йәһәтенән тәжрибәле ҡапҡа һаҡсыһына дәғүә юҡ.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал