6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Белешмә, рөхсәт ҡағыҙҙары һәм Чкалов тураһында...
19.10.05


       Тырышып - тырмашып һеҙҙең баҡсаға картуф сәсеүен дауам
       иткән алама күршегә ҡайҙа ялыу яҙырға була Фатирҙы хосусилаштырыу өсөн справканы ҡайҙан алырға Йәки, мәҫәлән, бина өсөн аренда түләүенән азат итеүҙе һорап ғаризаны кемгә
       яҙырға Ошо һәм башҡа күп кенә һорауҙарҙы Өфөнөң Рәмил
       Дилмөхәмәтов рәйеслек иткән муниципаль мөлкәт менән идара и теү буйынса комитетында хәл итергә мөмкин.
       Ошо көндәрҙә Өфө хакимиәтендә граждандарҙың был
       комитетҡа мөрәжәғәттәре үтәлеү - үтәлмәү һорауҙарына
       арналған матбуғат конференцияһы үтте. Рәмил Хөрмәт улы журналистарға комитетҡа кем һәм ниндәй һорау менән мөрәжәғәт итеүе тураһында һөйләне.
       2005 йыл башынан комитетҡа биш меңдән ашыу яҙма мөрәжәғәт килгән. Ҡала халҡы биргән һорауҙарҙың тематикаһы бик күп төрлө. Күп кенә өфөлөләр арендаға, шәхси төҙөлөш йәк и баҡса ултыртыу өсөн ер участкалары алырға теләй. Гараж ҡуйыр өсөн ер участкаһы һорап мөрәжәғәт итеүселәр ҙә байтаҡ.
       Бынан тыш ҡайһы бер күршеләр баҡса майҙанын үҙ - ара бүлешә
       алмағас, ярҙам һорап комитетҡа килә.
       Быйылғы йылдың март айынан башлап, Рәсәй Федерацияһының яң ы Торлаҡ кодексы үҙ көсөнә инеүгә бәйле, Берҙәм дәүләт реестрынан фатир һәм бүлмә һатыуға күсермә, фатирҙы хосусилаштырыу, фатир һәм дөйөм ятаҡтарҙы муниципаль мөлкәткә тапшырыу өсөн справка һорап әүҙем мөрәжәғәт итәләр.
       Мөрәжәғәттәрҙең күп өлөшө торлаҡ булмаған биналарҙы аренда һәм субарендаға биреү менән бәйле. Бының сәбәбе әлеге ваҡытта подвалдарҙың аренда файҙаланыуына йәлеп ителеүе, шулай уҡ быға тиклем хосусилаштырылған предприятиелар балансында булған объекттарҙың хакимиәт
       ҡарамағына тапшырылыуында. Подвалдарға килгәндә, улар арендаға торлаҡ хужалары риза булған осраҡта ғына тапшырыла.
       Һуңғылары борсолмаһын өсөн барлыҡ килешеүҙәрҙең бары тик
       подвал һәм уның эргәһендәге территорияны төҙөкләндереү
       шартында ғына мөмкин булыуын әйтеп китергә кәрәк.
       Фатирҙарҙы торлаҡ фондынан торлаҡ булмаған фондҡа (һәм киреһенсә) күсереү буйынса мөрәжәғәттәр һаны бер ни тиклем кәмегән. Был федераль законға ярашлы, фатирҙарҙы күсереүҙең яңы тәртибенә бәйле.
       Күптәр үҙ белдеге менән һалған ҡаралдыларын законлаштырыу ҙы юллап килә.
       - Һәм беҙ законһыҙ булһа ла, йыш ҡына бындай үтенестәрҙе
       ҡәнәғәтләндерәбеҙ, - ти комитет рәйесе. - Төрлө саҡтар була ,
       мәҫәлән, хужа был йортто күптән төҙөгән, һәм йорт бер кемгә
       лә ҡамасауламай, төҙөлөш зонаһында урынлашмаған.
       Дилмөхәмәтов шулай уҡ комитеттың граждандарҙы
       хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу йәһәтенән нимә эшләнеүе
       тураһында һөйләне.
       - Беҙ әлеге ваҡытта "берҙәм тәҙрә" принцибы буйынса эшләргә, йәғни документтарҙы ҡарау эшен ябайлаштырырға
       тырышабыҙ. Барлыҡ ялыу, һорауҙар бер урында ҡарала, шунда уҡ кәрәкле белешмәләр ҙә бирелә. Киләсәктә беҙ яңы, юғарыраҡ
       кимәлгә сығырға, хеҙмәтләндереү кимәлен күтәрергә тейешбеҙ.
       Ҡала халҡы инстанциялар буйлап йөрөүгә ваҡытын да, хәлен дә сарыф итмәйәсәк.
       Рәмил Хөрмәт улы айырыуса йыш осраған ялыуҙарҙа ла туҡтап
       үтте. Баҡһаң, күп кеше уйын автоматтары залдарына, уларҙа э ш режимы боҙолоуына, ҡуйылған урындарына зарлана икән. Үткән
       йылда ғына был темаға 40 ялыу килгән. Залдарҙың береһенең
       исеменә дәғүә белдереүселәр ҙә булған, һәм уны бер ҙә нигеҙһеҙ тип әйтеп булмай. Был зал "Чкалов" исемен йөрөтөүе н әле лә дауам итә. Репутацияһы бик шикле булған был урындың герой - осоусының исемен йөрөтөргә хаҡы бармы Ҡала халҡы комитетҡа ошо һорауҙы бирә.
       Күптәр законды белмәү сәбәпле ялыу йәки үтенес менән мөрәжәғәт итә. Ундай осраҡта комитет хеҙмәткәрҙәре аңлатыу
       эштәре алып бара.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал