6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Беҙҙең Атлас - Рәсәйҙә берәү
18.10.05


       Карталар беҙҙе уратып алған мөхиттең төрлөлөгөн һәм гүзәллеген сағылдыра алмай. Унда барлыҡ ауыл - ҡалалар, йылғ а - күлдәр билдәләнеп бөтмәй, карта, дөйөм алғанда, тирә - я ҡ мөхиттең бәләкәй генә схемаһы булыуы аңлашыла. Ә тауҙар уратып алған бәләкәй генә ауылда йәшәгәндәргә тимәк үҙ төбәгеңде картала күреү ҡыуанысынан мәхрүм булырға ҡала. Хәҙер күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, күптән түгел картограф хыялы ғына булған, Башҡортостаныбыҙ һәр бер нескәлегендә сағылған Атлас донъя күрҙе.
       - Башҡортостан тарихында, хәйер, Рәсәйҙә лә бындай атлас тәүгә барлыҡҡа килде, - тине "Башинформ" агентлығында үткән
       матбуғат конференцияһында БР Хөкүмәте ҡарамағындағы
       Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия буйынса идаралыҡ начальнигы Борис Мелкоедов. - Әгәр атласты төҙөүҙә ҡатнашҡан
       кешеләрҙең барыһын да бөгөн йыйһаҡ, улар был залға ла һыйып
       бөтмәҫ ине. Ул "Башҡортостан Республика Атласы" тип атала, атлас өҫтөндә эш 1991 йылда уҡ башланғайны.
       Борис Николаевичтың һүҙҙәренә ҡарағанда, уны төҙөүҙә Рәсә й Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенән, Башҡортостан Республика Фәндәр академияһынан, вуздарҙан, тармаҡ ғилми - тикшеренеү институттары һәм башҡа ойошма һәм учреждениеларҙан 60 - тан ашыу ғилми хеҙмәткәр һәм белгес ҡатнашҡан.
       - Башҡортостан Атласының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ - унда бик күп файҙалы мәғлүмәт бирелә. Минең өсөн ул үҙенсәлекле
       географик энциклопедия ролен үтәй, - тип таный Мелкоедов.
       - 1991 йылда уны төҙөү тураһында һүҙ сыҡҡас, дөрөҫөн
       әйткәндә, мин был пландарҙың тормошҡа ашырына бик шикләндем, - тип дауам итә "Китап" нәшриәте директоры Зөфәр Тимербулатов. - Һәм был тәбиғи: быға тиклем бер нәшриәттә л ә ундай әйбер сығарылманы. Уның ҡарауы хәҙер бурысты үтәнек, тип әйтә алам, беҙҙең Атлас тарихи ҡомартҡыға әйләнер,
       моғайын.
       Һәм был буш һүҙҙәр түгел. Башҡортостан Республикаһы Атлас ы ете өлөшкә бүленгән 596 ентекле картанан тора.
       - Миҫал өсөн Башҡортостандың тәбиғәт шарттарын һәм ресурстарын алайыҡ. Атласта геологик төҙөлөш, файҙалы ҡаҙылмалар, рельеф, климат, тупраҡ, үләндәр донъяһы, хайуандар донъяһы, ландшафт һәм ер фонды сағылыш таба, - тип
       һөйләй Атластың баш мөхәррире, БДУ доценты, география
       фәндәре кандидаты Имбер Яппаров. - Бында һеҙ халыҡ, иҡтисад , хужалыҡ, сәнәғәт, ауыл хужалығы, урман хужалығы, төҙөлөш, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, халыҡты хеҙмәтләндереү, транспорт һәм элемтә, тышҡы сауҙа һәм башҡалар тураһында мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Атласта - кеше һәм уны уратып алған
       мөхит, ҡала һәм административ райондар, Башҡортостан
       Республикаһының Рәсәй Федерацияһы составында тотҡан
       урыны хаҡында ла мәғлүмәт бар. Меңдән артыҡ график, таблица
       һәм диаграммалар картографик мәғлүмәттәрҙе тулыландыра һәм күп күренештәрҙе динамикала һүрәтләй - бына нимә ҡиммәт. Географик атамалар күрһәткесендә 5 меңдән ашыу исем
       бирелгән.
       - Атласты баҫыуға тендерҙә ҡатнашырға тәҡдим килгәс, беҙ риза булдыҡ. Тендерҙы оттоҡ һәм эшкә тотондоҡ. Бер ҙә
       арттырмайынса әйтәм: бындай ҡыйын эш менән шөғөлләнергә
       тура килгәне юҡ ине әле! - тип хәтерләй "Башҡортостан" дәүл әт республика нәшриәте" унитар предприятиеһы директоры Анатолий Безрукавников. - Хәйер, беҙҙең ҙур коллективтың бер
       ниндәй ҙә конфликтһыҙ эшләүе ярҙам итте, юҡһа был эш билдәһеҙ ваҡытҡа һуҙылырға мөмкин ине.
       - Ҡайһы бер субъектив сәбәптәр 90 - сы йылдарҙа башланғанды тамамларға мөмкинселек бирмәне. Һәм Атлас
       өҫтөндә эш ҡабаттан күпкә һуңлап башланғас, яңынан тикшереүҙәр үткәрергә, яңы концепциялар кәрәк булды, - тип һүҙгә ҡушыла Имбер Яппаров. - 2001 йылда беҙ эште өр - яңына н башланыҡ. Атласты баҫыуға әҙерләү буйынса эшләүсе төркөм етәксеһе Минйәр Мусин, эшсе төркөм ағзаһы, Атластың мөхәррире - картограф, география фәндәре кандидаты Азамат
       Ниғмәтуллин һәм мин бер башланғанды тулыһынса яңынан
       эшләнек һәм материалдарға тотондоҡ. Отпуск, ял алмайынса эшләргә тура килде. Ҡулыбыҙҙан килмәҫ тип шикләнгән мәлдәр
       ҙә булды. Әммә хәҙер, Башҡортостан Атласы ялтырап торған
       торған супертышлыҡта алдыбыҙҙа ятҡанда ышаныс менән әйтәм: Рәсәйҙә бындай атлас башҡа юҡ - хәтерегеҙҙә тотоғоҙ! Күптән
       түгел Ямал - Ненец округының яҡшы ғына атласы, Ҡазандың 1000 йыллығына Татарстандың атласы сыҡһа ла, улар беҙҙе үткәрә алманы.
       - Башҡортостан Атласы биш мең тираж менән сыҡты, ул
       мәктәптәр һәм вуздарға ебәреләсәк. Мәктәп уҡыусылары өсөн атласты үҙләштереү ауырыраҡ, шуға күрә китапханаға берәр дана етер тип уйлайым. Ә инде дәүләт структураларында идара итеүселәр өсөн ул тап - таман, - ти Борис Мелкоедов.
       "Башинформ" ҡунаҡтары Атласты ирекле һатыуға сығарыу тураһында аныҡ ҡына әйтә алманы. Әммә ул һатыуға сығарылған хәлдә лә, Атластың хаҡы 2000 меңдән дә кәм булмаясағы аңлашыла. Ә журналистарҙың бағыусыларҙың ярҙамына иҫәп тоторға тура килдеме тигән һорауына улар бер тауыштан: юҡ, у л баштан уҡ дәүләт проекты булды, һәм бюджеттан тыш аҡса
       файҙаланманы тип яуап ҡайтарҙы.
       - Беҙ Атласты төрлө реклама һәм кәрәкмәгән мәғлүмәт менән тултырмаҫ өсөн шунда уҡ барлыҡ тәҡдимдәрҙән баш тарттыҡ, - тип аңлата БР Хөкүмәте аппаратының агросәнәғәт сәйәсәте һәм ер ҡоролошо буйынса баш белгесе Ғәзиз Исхаҡов.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал