6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

Экономист та, сәйәсмән дә... Әҙәм ышанмаҫлыҡ...
10.11.03


       Моғайын, һеҙҙең "не сотвори себе кумира" тигән билдәле фразаны ишетергә тура килгәндер. Ысынлап та, кешеләр үҙҙәре н артыҡ юғары баһалап, һауаларға юғарыраҡ сөйгән һайын, ҡол ағанда ауырыраҡҡа төшә. Тормош хаҡиҡәте тап шулай.
       Бына Веремеенко әфәнде лә үҙен күптән инде Башҡортостан
       Республикаһы Президенты итеп күрә. Уның сайтына ҡыҙыҡһыныу өсөн генә инеп ҡарағыҙ әле. Үҙен ниндәй генә яңғырауыҡлы һү ҙҙәр менән уратып алмаған ул: йәнәһе лә, ул республиканың ә леге етәкселеге ебәргән хаталарҙы төҙәтергә һәләтле яңы т иптағы етәксе, компетентлы экономист, республика патриоты, бай тәжрибәле сәйәсмән, фәлән дә фәсмәтән... Тел һөйәкһеҙ, т ип юҡҡа әйтмәгәндәр бит. Һүҙҙәр ағын һыу кеүек. Мәҫәлән, Рос тов өлкәһендәге шахталағы аҡҡан һыу һымаҡ.
       Ул осраҡ ниңә иҫкә төштө әле тиһегеҙме Ә бына ни өсөн. "Башҡортостан" гәзите мәғлүмәте буйынса, фажиғә булған "Зап адная" шахтаһы Межпромбанк тарафынан контролдә тотолған. Ә был кредит ойошмаһы үҙ сиратында Веремеенко әфәнденең "ата йорто" булып иҫәпләнә. Ҡасан Республика Президенты вазифаһын а дәғүә итеүсе был иптәш дөрөҫөн һөйләй һуң Бер яҡтан ул һә р ваҡыт Башҡортостанға инвестициялар талап ителә ,тип яу һа ла. Икенсе яҡтан, шахтерҙар ауыр шарттарҙа эшләп, күптән ин де үҙ ваҡытында эш хаҡы алғаны юҡ. Ә бына һайлауҙар алдынан агитация үткәреү өсөн миллиондар бер ҙә йәл түгел.
       Әлбиттә, Веремеенконың республикала аҡсаны тота белмәй ҙәр тиеүҙәре бер яҡтан дөрөҫ тә. Ни өсөн тигәндә, Башҡортост анда аҡсанан аҡса эшләй белмәнеләр шул. Улар күбеһенсә соци аль тармаҡҡа, производствоның капиталь һалымдарына, йәштәр с әйәсәтенә йүнәтелә килә. Ә был өлкәләрҙә еңел генә аҡса эшл әрмен тип уйларға ярамай. Веремеенко йыш ҡына "мине һайлауҙ арҙа еңер, тип ҡурҡалар" тип ысҡындыра. Ысынлап та, ҡурҡыныс - именле иҡтисади системаны булдырыуға 13 йыл тир түктә, уны
       бер көн эсендә юҡҡа сығар, имеш.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал