6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

"Өслө" ҡуйҙылар, әммә эшләргә мөмкинселек тә, теләк тә бар
18.10.05


       Башҡортостан Республикаһында ике көнлөк эш сәфәре менән Ф едераль теркәү хеҙмәте директоры, Рәсәй Федерацияһының баш дәүләт теркәүсеһе Сергей Мовчан булып китте. Беҙҙең республика өсөн был Федераль теркәү хеҙмәте тарихында юғары вазифа биләүсе чиновниктың тәүге сәфәре.
       Бөгөн Федераль теркәү хеҙмәтенең БР буйынса Баш идаралығы дәүләт власының үҙ теркәү округы сиктәрендә эшләүсе күп функциялы һәм күп тармаҡлы федераль органы булып тора. Уның төп бурыстары - күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы һәм уларға бәйле
       килешеүҙәрҙе дәүләт теркәүен, йәмәғәт һәм дини берекмәләрҙе
       дәүләт теркәүе буйынса эшмәкәрлекте, адвокатура һәм нотариа т өлкәһендә күҙәтеүҙе, арбитраж идарасыларҙың үҙ - үҙен көйләүсе ойошмалары эшмәкәрлегенә контролде тормошҡа ашырыу.
       Был ике көн ваҡиғаларға бай булды. Мовчан БР Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты, Өфөлә күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтар һәм уларға бәйле килешеүҙәрҙе дәүләт теркәүенә ҡабу л итеүсе өҫтәмә пункттар асыуҙа ҡатнашты. Бынан тыш Ғафури, Ауырғазы райондары һәм Октябрьский ҡалаһындағы Баш идаралыҡ бүлексәләрендә булды, урындарҙа дәүләт теркәүе процесын ойоштороу менән танышты, Федераль теркәү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре менән кәңәшмә үткәрҙе.
       Кәңәшмәлә Мовчан башҡорт коллегаларының эшен "өслөгә" баһаланы. Ул Ғафури районында эш ойоштороу йәһәтенән күп тәнҡит һүҙҙәре әйтте. Хеҙмәткәрҙәрҙе үҙҙәрен һәм үҙ эш урындарын хөрмәт итергә, вазифауи бурыстарын теүәл башҡарырға, үҙгәрештәр инициаторы булырға саҡырып сығыш яһаны. Шул уҡ ваҡытта илдең төп теркәүсеһе төбәктә теркәү
       хеҙмәтенең ярайһы уҡ перспективалы булыуын да билдәләне. "Мин эшләргә теләүсе, еңел булмаған шарттарҙа ҡалып эшләргә ҡурҡмаған дәүләт хеҙмәткәрҙәре контингентын күрҙем", - тине Мовчан. Яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән хеҙмәткәрҙәрҙе матди
       һәм социаль дәртләндереү кәрәк тип тә белдерҙе.
       Мовчан Башҡортостан Президенты менән осрашыу ваҡытында ар битраж идарасыларҙың эшмәкәрлегенә дәүләт контроле кәрәклеге тураһында һорау тикшерелеүе тураһында хәбәр итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арбитраж идарасыларҙың предприятиеларҙы яһ алма бөлгөнлөккә төшөрөп, уларҙың намыҫһыҙ эшҡыуарҙар тарафынан яулап алыныуына булышлыҡ итеү осраҡтары етерлек.
       Дөйөм алғанда, төбәктә Федераль теркәү хеҙмәтенең туғыҙ айға эш күрһәткестәре үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда байтаҡҡа юғарыраҡ. Хеҙмәттең Башҡортостан территориаль бүлексәһе федераль бюджетҡа 187 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән. Был һан үткән йыл менән сағыштырғанда дүрт тапҡыр күберәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал