6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Академик Скрябин биографияһының Өфөгә ҡағылышлы юлдары
18.10.05


       Академик Константин Иванович Скрябин ( 1878 йылдың 7 декабрендә тыуа - 1972 йылдың 17 октябрендә вафат була) үҙ ваҡытында Өфөлә эшләй.
       1968 йылдың декабрь айында, 90 йәшен билдәләгән көндә, академик, Социалистик Хеҙмәт Геройы Константин Иванович Скрябин Башҡортостан өлкә комитеты, Юғары Совет Президиумы, БАССР Министрҙар Советынан ҡотлау телеграммаһы ала.
       "Колхоз һәм совхоз етәкселәре һәм белгестәре, медицина, мәғариф һәм юғары уҡыу йорттары хеҙмәткәрҙәре Һеҙҙе ҙур ғалим, гельминтология фәненә нигеҙ һалыусы, талантлы педагог
       һәм йәмәғәт эшмәкәре булараҡ белә.
       Һеҙҙең шәхси ҡатнашлығығыҙҙа беҙҙең республика территорияһында тәүгә кеше һәм хайуан гельминттарын өйрәнеү буйынса эштәр башлана, был материалдар гельминтозға ҡаршы көрәш өсөн нигеҙ ролен үтәй.
       Һеҙ беҙҙең республика өсөн гельминтолог кадрҙар әҙерләүгә ҙур иғтибар бирәһегеҙ.
       Уҡыусыларығыҙ республиканың юғары уҡыу йорттарында, ғилми - тикшеренеү институттарында һәм хужалыҡтарында эшләй һәм кешене һәм хайуандарҙы һауыҡтырыу эшенә үҙенең өлөшөн ин дерә..."
       Яҙмыш юлдары ғалимды Өфөгә ике тапҡыр алып килә. 1936 йылда уны гельминтоздарға ҡаршы көрәштең яңы алымдарын асыуы өсөн Ленин ордены менән наградлайҙар. Скрябиндың малсылыҡ һорауҙары буйынса беренсе кәңәшмәләге сығышы иҫтә ҡалырлыҡ була. Ғалим малсылыҡтың продуктлылығын
       арттырыу мәсьәләһе, гельминтология фәненең роле тураһында бәйән итә.
       Кремлдәге сығышынан һуң ул төрлө өлкә һәм республикаларҙа , шул иҫәптән Башҡортостанда ла була.
       "Красная Башкирия" гәзитенең 1936 йылдың 12 июлендә сыҡҡан һанында түбәндәгеләр яҙыла:
       "10 июлдә кисен Өфөгә академик - орден кавалеры Константи н Иванович Скрябин килде.
       Кисә сәғәт көндөҙгө 12 - лә академик Скрябин хөрмәтенә
       ҡабул итеү үтте. Унда Өфөнөң ауыл хужалығы белгестәре, медицина хеҙмәткәрҙәре, ветеринарҙар, шулай уҡ бер нисә
       райондың ветеринар врачы ҡатнашты.
       - Өфөлә студент халҡын тап килтерә алмауым йәл, - ти Константин Иванович, - улар инде ялға таралышып бөткән.
       Һөйләшеүҙә белгестәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә.
       Кисә кис Башнаркомзем залында академик Скрябин
       гельминтология буйынса лекция уҡыны".
       Икенсе тапҡыр Константин Иванович Өфөгә 1938 йылдың май айында килә. Бында Ауыл хужалығы академияһы ветеринария
       секцияһының ун беренсе пленумы үтә. Пленум түләмә ( сибирская язва) һәм хайуандарҙың анаэроб инфекциялары проблемаһын тикшерә. Республикала ярайһы уҡ киң таралған
       ауырыуҙарға ҡаршы көрәш буйынса яңы тәҡдимдәр һәм ғилми
       докладтар тыңлау өсөн Башҡортостандың төрлө райондарынан ветеринарҙар саҡырыла.
       Академик Я. Р. Коваленко хәтерләй:
       - Пленумға кеше бик күп йыйылған ине. Академик К. И. Скря бин сығышында бик аныҡ итеп пленумда ҡатнашыусылар алдында
       торған бурыстарҙы билдәләне. Эш барышында үҙе һығымталар яһаны һәм иҫкәрмәләрен белдерҙе. Ултырыштар араһында булған тәнәфес ваҡытында, шулай уҡ кистәрен төрлө профессиональ темаларға һөйләшеүҙәр ойошторҙо.
       Пленум резолюция ҡабул итте һәм түләмә ауырыуына ҡаршы көрәш саралары буйынса яңы инструкциялар проектын хупланы. У л ваҡытта мине, йәш ғилми хеҙмәткәрҙе, К. И. Скрябиндың эрудиция киңлеге, тәжрибәһе, абруйлылығы таң ҡалдырҙы...
       Шул ваҡытта Константин Ивановичҡа Башҡорт АССР - ы Юғары Советының Почет грамотаһын тапшыралар ҙа инде.
       Әйткәндәй, ғалим Ғәҙелгәрәй Хажиев К. И. Скрябин биографияһының Өфөгә ҡағылышлы биттәренә өҫтәмә индерҙе. Ба ҡһаң, академик Өфөгә ҡаты һуғыш йылдарында ла килгән, өлкән улы ветеринар врачы булып эшләгән Илеш районында ла булып киткән икән.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал