6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Тарих ҡабатлана
18.10.05


       Теүәл бер быуат элек Рәсәй императоры Николай Икенсе граждандар азатлығы һәм Дәүләт Думаһына закондар сығарыу хоҡуғы биреү тураһында Манифест иғлан итә. "Билдәлелек
       будкаһы" власть биргән мөмкинселектәрҙе үҙ ҡулына ала. Ете
       тиҫтә йылдан артыҡҡа һуҙылған совет дәүеренән һуң был хәлде ң ҡабатланырын кем күҙаллаған һуң
       Беренсе һанлы Дәүләт Думаһына һайлауҙар 1906 йылдың февраль - март айҙарында үтеүе билдәле. Әммә мең йәшлек "демократия ене" ултырған шешә 1905 йылдың октябрендә асыла.
       Күп быуаттар буйы бер үҙе батшалыҡ иткән самодержавие тәүгә власты халыҡ менән бүлешә. Тарих дәреслегенә күҙ һалмайынса ла ташлама яһарға батшаны 1905 йылдың 9 ғинуарында киҫкенләшкән революция хәле мәжбүр итеүен әйтә алам. Николай Икенсенең октябрь Манифесы артабан башҡа хоҡуҡи акттар менән нығытыла, унда кемдең ҡайҙа һәм нисек тауыш бирергә тейешлеге билдәләнә. Киләһе аҙым - 1905 йылдың 11 декабрендәге һайлауҙар тураһындағы закон. Һайлауҙар барыһы өсөн дә булмай. 25 йәше тулғандар ғына был хоҡуҡҡа өмөт итә ала, граждандарҙың тиҫтәләп категорияһы
       һайлау хоҡуғынан бөтөнләй мәхрүм ителә, улар араһында ҡатын
       - ҡыҙҙар, хәрби чиндар, уҡыусылар һәм башҡалар... Ул һайлау ҙар
       ваҡытында тағы бер "йомартлыҡ" күҙгә ташлана: дворяндың тауышы өс мещан, 15 крәҫтиән һәм 45 эшсе тауышына торош итә.
       Беҙҙекеләр иһә был тиклемгә барып етә алмай әле.
       Николай Икенсенең Хоҙай биргән власть менән бүлешергә теләге булмауы аңлашыла, әлбиттә. Тешен ҡыҫып, ул монархистар делегацияһына түбәндәге һүҙҙәрен еткерә: "Мн 17 декабрҙә иғлан иткән реформалар мотлаҡ тормошҡа ашырыласаҡ,
       халыҡҡа биргән хоҡуҡтарым да үҙгәрмәйәсәк. Самодержавие
       элеккесә ҡала".
       Ҡыҙыҡ, ә башҡорт вәкилдәре Дәүләт Думаһының беренсе саҡырылышы формалашыуында нисек ҡатнашты, уларҙың гражданлыҡ позицияһы нисек билдәләнде икән Ул ваҡытта бөгөнгө Башҡортостан биләмәләрендәге һайлау законының дөйөм положениеларына ярашлы, Өфө губернаһына буласаҡ
       парламентта ун депутат урыны, Ырымбурға - ете урын бирелә.
       Крайҙа үткән һайлауҙарҙа мосолман халҡы ҙур әүҙемлек күрһәт ә. "Уфимская земская газета" былай тип яҙа: "Мосолмандар... айырыуса һайлау алды эшмәкәрлеге күрһәтте. Теге йәки был һылтау буйынса улар бергә йыйыла, кәңәшләшә, өйәҙҙәр буйлап агитаторҙар йөрөй һәм берҙәмлеккә саҡыра". 1905 йылдың авгусында мосолмандарҙың "Иттифаҡ әл - мөслимин" тип аталған
       либераль партияһы төҙөлөүе лә эҙһеҙ ҡалмай. Уның ағзалары
       үҙҙәренең сәйәси ҡараштары буйынса кадеттарға яҡын була.
       Уның ҡарауы бәләкәй ер биләүселәр тарафынан һайлауға
       ҡыҙыҡһыныу дәрәжәһе "үтә түбән", тип борсола Рәсәйҙең кадеттар партияһы лидеры Петр Милюков. Март айының 1906 йыл өлгөһөндәге һөҙөмтәләре берәүҙәрҙе ҡыуандырһа, икенселәрен шөбһәгә һала. Өфө губернаһынан Беренсе Дәүләт Думаһына ун депутат ( уларҙың алтауһы мосолман) һайлана. Уларҙың һигеҙе конституцион демократтар партияһынан, берәүһе
       - Рәсәйҙең аграр хеҙмәт партияһынан, унынсыһы - партияһыҙ була.
       Йөҙ йылдан һуң Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге бөгөнгө рәсәйлеләрҙән уларҙың ғөмүмән РФ Дәүләт Думаһы эшмәкәрлеген һәм уның һуңғы йыл ярым ваҡыт эсендәге э шен нисек баһалауы менән ҡыҙыҡһына. Граждандарҙың күпселеге ( 60 процент) парламенттың түбәнге палатаһы депутаттарының эшен хупламай. Уның ҡарауы һәр бишенсе рәсәйле Дәүләт Думаһына ыңғай ҡарашта булыуын белдерә.
       Дәүләт Думаһының 2004 йылдан эш һөҙөмтәһен рәсәйлеләрҙең 44 проценты нейтраль баһалай, "сөнки уның һәм ул ҡабул иткән
       закондарҙың ысынбарлыҡта кәрәге бик аҙ". Ватандаштарыбыҙҙың
       дүрттән бер өлөшөнөң фекере буйынса, Дәүләт Думаһының эше ыңғай һөҙөмтә бирмәй, ә һуңғы ваҡытта ҡабул ителгән ҡайһы бер закондар халыҡтың тормошон ауырайта ғына. Икенсе я ҡтан, тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, айырым алынған рәсәйленең
       матди хәле яҡшырған һайын ул ил парламентына ыңғайыраҡ ҡараш һаҡлай. Рәсәйлеләрҙең яртыһы тип әйтерлек парламент эшмәкәрлегендә беренсе урынды "Берҙәм Рәсәйгә" бирә, башҡа ү ҙенсәлектәрҙән иһә "Родина" фракцияһына ыңғай ҡараштарҙың кә меүен билдәләргә мөмкин - биш проценттан ике процентҡа тиклем.
       Энциклопедия күрһәтеүенсә, Рәсәйҙең Беренсе Дәүләт Думаһы
       бер нисә ай ғына -1906 йылдың апреленән июль айына тиклем - эшләп ҡала. Әммә парламентаризм йолалары уңдырышлы тупраҡҡа эләгә һәм туҡһан йыл тирәһенән һуң уның тарихи тамырҙары тағы ла үҫеп сыға. Инде беҙҙең заманда. Һәм тағы л а: 1906 йылдың ун дүртенсе февралендә власть халыҡ вәкиллегенең закондар сығарыу органының асылыу датаһын билдәләй - 1906 йылдың 27 апреле. Ошо дата хәҙер Рәсәй
       парламентының тыуған көнө булып тора ла инде.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал